Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2020, 13:47

Рәмил мулланы саҡырыуҙарын үтенә

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Чита ҡалаһында 23 ноябрҙән бирле бер йыл элек армияла хеҙмәт иткән саҡта һигеҙ кешене атып үлтергән, икәүҙе яралаған Рәмил Шәмсетдиновҡа суд бара.

Енәйәт эшен присяжныйҙар суды ҡарай. Ғәйепләүсе яҡ кисә дәлилдәр килтереү буйынса эшен тамамланы. Бынан ары егетте яҡлаусылар һүҙ аласаҡ.
Һорау алынған шаһиттарҙың ҡайһы берҙәре хәрби частағы "бабайсылыҡ" күренешен иҫбатлаған яуаптар бирҙе. Рәмил иһә медицина тикшереүе үткәндә тәнендәге туҡмалыу эҙҙәрен ошаҡсы булмаҫ өсөн йәшереүен, ә хеҙмәттәштәренең уны видеокамералар булмаған урында, мәҫәлән, гардероб эргәһендәге бәләкәй коридорҙа ыҙалатыуҙарын хәбәр итте.
Егет һәләк булған һәм ҡаты яраланған һалдаттарҙың туғандарының бәғзе берәүҙәренән ғәфү үтенде. Шулай уҡ 1 декабрҙәге суд ултырышында уға мулланы саҡырыуҙарын һораны.
Был үтенесте ул йәйҙән бирле белдерә. Пандемия иғлан ителеү сәбәпле, СИЗО-ға дин әһелдәрен үткәрмәйҙәр, ә судҡа килергә рөхсәт биреүҙәре мөмкин. "Рәмилдең имам менән һөйләшеү теләге көслөлөр, сөнки уның иңендә көс еткеһеҙ йөк ята", – тип белдерҙе уның адвокаты Рауил Туғушев.
Фото: vk.com/wolrdchange
bash.rbsmi.ru
Читайте нас: