Дим буйҙары
+16 °С
Ясно
Общие статьи
7 Декабря 2021, 16:36

Теләк буйынса матурлыҡ (хикмәтле хикәйәт)

Йәш егет бер нисек тә үҙенә тормош юлдашы таба алмай йонсой: йә ҡыҙ ул теләгәнсә матур булмай, йә буй-һыны бик үк күңеленә ятмай, йә бик ябыҡ. Йә үтә ныҡ һимеҙҙәр осрай. Әммә бер ваҡыт егет үҙенә ярҙам ҡулы һуҙырға һәм уның был мәсьәләһен сисешергә риза булған талсымсыны осрата.

Теләк буйынса матурлыҡ (хикмәтле хикәйәт)Теләк буйынса матурлыҡ (хикмәтле хикәйәт)
Теләк буйынса матурлыҡ (хикмәтле хикәйәт)

- Бына һиңә шырпы, - тип егеттең ҡулына тотора тылсымсы. – Әгәр өйләнергә ваҡыт етте тип уйлаһаң, ошо шырпыны берәй ҡыҙҙың алдында һындыр, һәм ул әкренләп гүзәл ҡыҙға әйләнә башлар.

Тиҙҙән егеттең дуҫ-иштәре лә, туған-тыумасалары ла уның бер ҡыҙ менән осрашыуын һиҙә. Ә ҡыҙ, ысынлап та, көндән-көн матурлана һәм һөйөмлө була бара икән. Күп тә үтмәй улар өйләнешә.

Тик бер йыл үтеүгә бөтәһе лә ҡыҙҙың йәмһеҙләнә башлауын күрә. Йөҙө лә, буй-һыны ла насар яҡҡа үҙгәргән кеүек тойола. Быға бөтәһенән дә бигерәк егеттең йәне көйә. Ул нисек тә теге тылсым эйәһен табырға теләй һәм уны осрата ла:

- Һин ниңә мине алданың! Тылсымың башҡаса эшләмәй! Ни өсөн?! – тип ҡысҡыра.

- Ул эшләүҙән туҡтаманы, - ти тыныс ҡына тылсымсы. – Һин һайлаған ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәте үҙең теләгәнгә тап килә. Тик һин унан ниндәйҙер кәмселек эҙләй башланың...

“Башҡортостан календары”нан.

Теләк буйынса матурлыҡ (хикмәтле хикәйәт)
Теләк буйынса матурлыҡ (хикмәтле хикәйәт)
Автор:
Читайте нас