Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2021, 11:49

Байрам мәлендә медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк?

Халыҡҡа ваҡытлы медицина ярҙамы Яңы йыл байрамдарында ла күрһәтеләсәк. Һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының эшен һәм әҙерлеген тәьмин итеү өсөн 30 декабрҙән киләһе йылдың 9 ғинуарына тиклем министрлыҡ етәкселеге дежурлыҡ билдәләне.

Байрам мәлендә медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк?
Байрам мәлендә медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк?

Амбулатор-поликлиника хеҙмәте түбәндәге режимда эшләйәсәк:

– 2021 йылдың 31 декабрендә иртәнге 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, кисектергеһеҙ ярҙам саҡырыу 16.00 сәғәткә ҡәҙәр;

– 2022 йылдың 1 ғинуарында һәм 3 - 8 ғинуарҙа – байрам, ял көнө графигы буйынса 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем; кисектергеһеҙ ярҙам саҡырыу 16.00 сәғәткә ҡәҙәр;

– 2 ғинуарҙа һәм 9 ғинуарҙа кисектергеһеҙ ярҙам хеҙмәте 16.00 сәғәткә тиклем саҡырыуҙарҙы ҡабул итә; дежур табип үлем тураһында белешмәләрҙе рәсмиләштереү эшен алып барасаҡ;

31 декабрҙә һәм 2 - 9 ғинуарҙа поликлиникаларҙа яңы коронавирус инфекцияһынан иммунизациялау 8.00 - 20.00 сәғәттәрҙә дауам итәсәк. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, ауыл табип амбулаторияларында һәм участка дауаханаларында был эш медицина ойошмаһының баш табибы раҫлаған график буйынса башҡарыласаҡ.

“Планета”, “Башҡортостан” сауҙа үҙәктәре һәм “Карусель” гипермаркетында вакцина яһау пункттары ошо йылдың 17 декабренән алып дүшәмбенән йәкшәмбегә тиклем, байрам көндәрен дә индереп, 13.00 - 19.00 сәғәттәрҙә эшләйәсәк. Был вакцина яһатырға килеүселәр ағымы кәмеүе менән бәйле.

31 декабрҙә, 2022 йылдың 1 ғинуарында һәм 3 - 8 ғинуарҙа дарыуҙар һәм махсус дауалау, туҡланыу аҙыҡтары, медицина изделиелары яҙҙырыу тәьмин ителәсәк, шулай уҡ “Башфармация” дарыуханаларының эш графигына ярашлы, ауыртыуҙы баҫыу препараттарын яҙҙырып алыу мөмкин буласаҡ.

Фото: tvernews.ru

https://bashgazet.ru

Байрам мәлендә медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк?
Байрам мәлендә медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк?
Автор:
Читайте нас: