Дим буйҙары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Март 2022, 22:04

Миңлеғәле Шайморатовҡа - һәйкәл

Радий Хәбиров 11 октябрҙә генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу бурысын ҡуйҙы.

Миңлеғәле Шайморатовҡа -  һәйкәл
Миңлеғәле Шайморатовҡа - һәйкәл

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәлде 11 октябрҙә — Республика көнөндә асырға ҡушты.

«Бөгөн Совет майҙанында беҙҙең 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын тапшырыуға 80 йыл тула. Хәҙер төҙөүселәргә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа һәм Өфө мэрияһына мөрәжәғәт итәм — 11 октябрҙә һәйкәл ҡуйылған майҙанды асырға тейешбеҙ. Быға ҡағылышы булғандарҙың һәммәһе лә ла быны эшләргә тейеш», — тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1942 йылдың 22 мартында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына тантаналы рәүештә БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы һәм республиканың Халыҡ Комиссарҙары Советы байрағы тапшырыла.

https://bash.bashinform.ru

Миңлеғәле Шайморатовҡа -  һәйкәл
Миңлеғәле Шайморатовҡа - һәйкәл
Автор:
Читайте нас: