Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Апрель 2022, 21:01

"Яңы төҙөлөш миҙгеле башланыуын көтәбеҙ”

Башҡортостандың 14 ҡалаһы Рәсәй Төҙөлөш министрлығы рейтингына индерелгән. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

"Яңы төҙөлөш миҙгеле башланыуын көтәбеҙ”
"Яңы төҙөлөш миҙгеле башланыуын көтәбеҙ”

"Исемлек иң уңайлы мөхит булдырылған ҡалаларҙан тора, уны ведомство йыл һайын баҫтырып сығара. Был рейтингта миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалалар араһында Өфө алтынсы урында килә. 2020 йыл менән сағыштырғанда, баш ҡалабыҙ бер баҫҡысҡа күтәрелгән, ә республика ҡалалары был исемлектә ике тапҡырға күбәйгән. Өфөнән тыш, Туймазы, Дүртөйлө, Ағиҙел, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Ишембай, Яңауыл, Сибай, Октябрьский, Бөрө, Мәләүез һәм Салауат бар.

Тораҡ пункттарыбыҙҙа йәшәүселәргә уңайлы мөхит булдырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. 2021 йылда ғына республиканың 63 муниципалитетында 146 йәмәғәт майҙаны төҙөкләндерелгән.

Әле яңы төҙөлөш миҙгеле башланыуын көтәбеҙ. Тәү башлап, ҡар иреү менән юлдарҙа барлыҡҡа килгән соҡорҙарҙы ямарбыҙ. Артабан ҙурыраҡ бурыстарыбыҙға тотонасаҡбыҙ. Атап әйткәндә, 2021 йылда бөтә Рәсәй төҙөкләндереү конкурсында еңеп сыҡҡан һәм федераль финанслау алған Бәләбәй, Туймазы, Күмертау, Бөрө, Межгорье һәм Стәрлетамаҡ проекттары өҫтөндә эш башларбыҙ.

Бөтәһе 2022 йылда бар Башҡортостан буйынса 122 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерергә ниәтләйбеҙ. Был эш халҡыбыҙ өсөн бик әһәмиәтле, барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уны дауам итергә ниәтләйбеҙ", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса, Рәсәйҙә уңайлы мөхит булдырылған ҡалаларҙың дөйөм һаны 490-ға етә, был эш "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" федераль проектына ярашлы башҡарыла.

Индекстың формалашыуына ҡала киңлектәренең иң популяр алты төрөн кәүҙәләндергән 36 күрһәткес йоғонто яһай, мәҫәлән, торлаҡ, йәмәғәт, бизнес, социаль һәм ял инфраструктураһы, йәшел майҙандар, яр буйҙары, урам инфраструктураһы һәм дөйөм ҡала киңлеге. Уларҙың һәр береһенә хәүефһеҙлек, уңайлылыҡ, экологик хәүефһеҙлек, үҙаң һәм төрлөлөк, тирә-яҡ мөхиттең замансалығы һәм власть органдарының һөҙөмтәлелеге буйынса баһа бирелә.

Һәр күрһәткес ун баллы шкала буйынса баһалана. Ҡала йыя алған мәрәйҙәр һаны — 360. Шул уҡ ваҡытта, сифат индексы 180 балдан ашыу булһа, ҡала мөхите уңайлы тип һанала.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Өфө 204 мәрәй йыйған ҡала мөхитенең сифат индексы буйынса Рәсәйҙә (миллиондан ашыу ҡалалар араһында) VI урынды биләй. Мәскәүҙе, Санкт-Петербургты, Ҡазанды, Түбәнге Новгородты, Дондағы Ростовты уҙып китә. 

Бынан тыш, 2020 йыл йомғаҡтары менән сағыштырғанда, Башҡортостанда уңайлы ҡала мөхите булған ҡалалар һаны ике тапҡырға артҡан. 14 ҡала, шул иҫәптән Өфө 181-ҙән ашыу мәрәй йыя. Исемлеккә индерелгән Башҡортостан ҡалалары араһында түбәндәгеләр юғары күрһәткескә эйә була:

  1. Өфө — 204;
  2. Туймазы — 206;
  3. Дүртөйлө— 205;
  4. Ағиҙел — 203;
  5. Баймаҡ — 202;
  6. Стәрлетамаҡ — 201;
  7. Бәләбәй — 198;
  8. Ишембай — 198;
  9. Яңауыл — 198;
  10. Сибай — 195;
  11. Октябрьский — 195;
  12. Бөрө — 193;
  13. Мәләүез — 188;
  14. Салауат — 187;

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Башҡортостанда "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, республиканың 63 муниципаль берәмегендә 146 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү 1 282,8 миллион һум күләмендә башҡарыла (шул иҫәптән Рәсәй ҡаҙнаһынан — 1 257,15 миллион һум, Башҡортостан ҡаҙнаһынан — 25,6 миллион һум). 2021 йылда биш конкурс проекты тормошҡа ашырыла: Яңауыл, Дүртөйлө, Мәләүез, Ағиҙел ҡалаларында һәм Краснокама районының Николо-Березовка ауылында.

Һигеҙ конкурс проекты буйынса төп эштәр Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай һәм Учалы ҡалаларында, Мәләүез районы Воскресенское һәм Йылайыр районының Йылайыр ауылдарында башҡарыла.

Рәсәй Төҙөлөш министрлығы тарафынан был баһа тирә-яҡ мөхиттең сифатын баһалау ғына түгел, һәр айырым ҡалала үҙгәрештәр динамикаһын күҙәтеү маҡсатында ДОМ.РФ Үҫеш институты һәм Стрелька КБ менән берлектә эшләнә. Индекс муниципаль властарға, билдәле бер тораҡ пунктта йәшәү уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы булһын өсөн, тәү сиратта ҡала мөхите үҫешенең ниндәй яҡтарына иғтибар итергә кәрәклеген аңларға мөмкинлек бирә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

/bashgazet.ru

"Яңы төҙөлөш миҙгеле башланыуын көтәбеҙ”
"Яңы төҙөлөш миҙгеле башланыуын көтәбеҙ”
Автор:
Читайте нас: