Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Апрель 2022, 07:58

WorldSkillsRussia чемпионатына күп ҡалманы

Башҡортостан командаһы  сентябрь айында Саранскийҙа үтәсәк “Йәш профессионалдар” X Милли чемпионатына әҙерлек башланы

WorldSkillsRussia чемпионатына күп ҡалманы
WorldSkillsRussia чемпионатына күп ҡалманы

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы өс йүнәлеш буйынса эш алып бара: “Күп фатирлы йорттарҙы файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү”, “Электр монтажы” һәм “Һыу технологиялары”. Тәүге икәүһе буйынса күнекмәләр Октябрьский һәм Нефтекама уҡыу йорттары базаһында үткәрелә. “Һыу технологиялары” буйынса оҫталыҡ Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ нигеҙендә ойошторола. Команда ҡатнашыусылары менән төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Николай Ельников та осрашты:

- Студенттарҙы чемпионтҡа әҙерләп, эшсе һөнәрҙәренең бәҫен күтәрәбеҙ. Бөгөн торлаҡ - коммуналь хужалығы өлкәһенә урта звено белгестәре етмәй, эшсе ҡулдар кәрәк. Студенттарҙың чемпионатта лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтеүҙәренә ышанам. Тимәк, беҙгә һөнәр оҫталарының килеүенә лә өмөт ҙур.

Башҡортостан командаһы ағзалары Егор Хөснетдинов, Владислав Баландин (Өфө, “Һыу технологиялары”), Рафаэль Төхвәтуллин (Октябрьский, “Күп фатирлы йорттарҙы файҙаланыу”), Игорь Буторин (Нефтекама, “Электромонтаж”) былтыр декабрь айында үткән төбәк чемпионатында еңеү яуланылар. Әлеге көндә һайлап алыу ярышына әҙерлек бара. Улар Рәсәйҙең  төрлө ҡалаларында: Кемерово, Саранск, Мәскәүҙә үтәсәк.

- “Һыу технологиялары” йүнәлешендә беҙ химик анализдар үткәреү менән шөғөлләнәбеҙ, һыу сифаты кимәлен билдәләй алабыҙ. Шулай уҡ һыу бүлеү инженер технологиялары һәм гидронасостар йыйыу - беҙҙең бурыс. Чемпионатҡа ныҡлы әҙерләнәбеҙ, призлы урын алыу өсөн бөтә тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ, - тип вәғәҙәләй Архитектура , төҙөлөш һәм коммуналь хужалығы колледжының 2-се курс студенты  Егор Хөснетдинов.

       WorldSkillsRussia йыл һайын “Йәш профессионалдар” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. Ул “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) инә һәм ил Президенты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ярышта бөтә илдән 1,5 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Былтыр Башҡортостан унда беренсе урын яуланы.

Фото: go.mail.ru

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

WorldSkillsRussia чемпионатына күп ҡалманы
WorldSkillsRussia чемпионатына күп ҡалманы
Автор:
Читайте нас: