Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Апрель 2022, 09:56

Шприцтар ерҙә аунап ятмаҫ

Медицина ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса завод асырға уйлайҙар. Өфөлә 12 апрелдән 14-нә тиклем уҙғарылған экологик форумда Башҡортостан хөкүмәте инвестор менән килешеү төҙөнө.  

Шприцтар ерҙә аунап ятмаҫ
Шприцтар ерҙә аунап ятмаҫ

Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Азат Басиров хәбәр итеүенсә, Экология һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары медицина ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын үҙәкләштерә. Хәҙер дәүләт медучреждениелары ҡалдыҡтарын эшкәртеү объекттарына күсереү өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы,  утилләштергән һәм полигонға урынлаштырған өсөн – Экология министрлығы яуап бирә. Шуның өҫтәүенә һәр учреждение утилләштереүгә контракт төҙөй, ләкин эш сифатын контролдә тота алмай. 

"Беҙҙә урман буйҙарында, йырындарҙа медицина ҡалдыҡтары табыла, хатта биологик медицина ҡалдыҡтары табылған осраҡтар ҙа бар. Үҙәкләштереү аукцион отҡан  ойошмаға  был мәсьәләгә яуаплы булырға форсат бирәсәк", - тип аңлатты Азат Басиров.  

Уның һүҙҙәренсә, үҙәкләштереү өсөн инвестор йәлеп ителәсәк, ул башта медицина ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса Өфө агломерацияһында завод булдырасаҡ. Был маҡсатта сығымдар, логистиканы ла индергәндә, йәмғеһе 480 млн һумға барып баҫасаҡ. Киләсәктә Стәрлетамаҡта ла йәнә шундай уҡ предприятие булдырыласаҡ. Был заводтар медицина ярҙамы күрһәткәндә ҡулланылған һаҡланыу сараларын, шприцтарҙы, системаларҙы һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы эшкәртәсәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

ashkadar.com

Шприцтар ерҙә аунап ятмаҫ
Шприцтар ерҙә аунап ятмаҫ
Автор:
Читайте нас: