Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Апрель 2022, 14:42

Башҡортостанда 1 майҙан янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

БР башлығы Радий Хабиров 25 апрелдә оператив кәңәшмәлә ошондай ҡарар ҡабул итте.

Башҡортостанда 1 майҙан янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
Башҡортостанда 1 майҙан янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Ғәҙәттән тыш Хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмеров уҙған аҙнада ете урман янғыны теркәлгән, тип хәбәр итә. Бындай аяныслы хәл Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән райондарында булған һәм уны бер тәүлек эсендә һүндергәндәр.

«Бөгөнгә урман янғыны юҡ. Уларҙың һанын арттырмау маҡсатында 30 апрелдән янғынға ҡаршы махсус тәртип индерергә тәҡдим итәм», - тине Фәрит Ғүмәров. Ул шулай уҡ 29 апрелдә Белоретта үтәсәк янғынға ҡаршы уҡыуҙар ойоштороласағы хаҡында һөйләне.

Республика етәксеһе иһә махсус тәртипте 1 майҙан индерергә ҡарар итте.

«30 апрелдә традиция буйынса халыҡ зыяраттарға барасаҡ, сүп-сар йыясаҡ. Шуға күрә 1 майҙан индерәйек, документтар әҙерләгеҙ», - тине Радий Фәрит улы.

Фото: gtrkmariel.ru

Башинформ. 

Башҡортостанда 1 майҙан янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
Башҡортостанда 1 майҙан янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
Автор:
Читайте нас: