Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Май 2022, 19:08

Помидорға һыуҙы йыш һипмәгеҙ!

Былай эшләү йәшелсәгә зыян ғына килтерә.

Помидорға һыуҙы йыш һипмәгеҙ!
Помидорға һыуҙы йыш һипмәгеҙ!

Ҡайһы бер баҡсасылар помидор үҫентеләрен теплицаға сығарып ултыртҡас, көн дә мул итеп һыу һибеп бик яңылыша. Улай эшләгәндә йәшелсәнең тамырҙары төпкә китмәй, өҫтә генә үҫә.

Помидорҙар үҫә барған һайын, уларға һыуҙы аҙ итеп һәм йышыраҡ һибергә тура килә. Ә был, үҙ сиратында, теплицала дымлылыҡты арттыра. Һөҙөмтәлә, төрлө ауырыуҙар килеп сыға, йәшелсәнең тәме үҙгәрә. Ундый хәл булмаһын, тиһәгеҙ, үҫентеләрҙе теплицаға ултыртҡанда мул итеп һыу һибергә лә, 12-14 көн бөтөнләй һипмәҫкә кәрәк. Уның тамырҙары, дым эҙләп, түбәнгә китәсәк. Беренсе емештәр барлыҡҡа килгәнсе дымлылыҡты булдырмаҫҡа тырышырға, ә бына помидорҙары күренә башлағас, аҙнаһына бер-ике тапҡыр мул итеп һыу һибергә лә була.
Үҫентеләр теплицала бер ай самаһы үҫкәс, түбәндәге япраҡтарын йолҡоп ташларға кәрәк. Был эште даими башҡарып торорға, ә помидорҙар бешә башлағас, өсөнсө һабаҡтан өҫтәге япраҡтарға теймәҫкә. Тик баҡсасылар шуны иҫтә тотһон: һабаҡтағы барлыҡ япраҡтарҙы ла өҙөп ташларға ярамай, сөнки ул емештәрҙең үҫешенә зыян килтерә! Һабаҡтың өҫкө өлөшөндә кәмендә 15-20 япраҡ ҡалырға тейеш.

https://kiziltan.ru

Помидорға һыуҙы йыш һипмәгеҙ!
Помидорға һыуҙы йыш һипмәгеҙ!
Автор:
Читайте нас: