Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Май 2022, 15:43

Данлыҡлы йырсы, композитор арабыҙҙан китте...

Туғыҙ балаға атай булған талант эйәһенең яҙмышы хаҡында - яҙмала.

Данлыҡлы йырсы, композитор арабыҙҙан китте...
Данлыҡлы йырсы, композитор арабыҙҙан китте...

Барыбыҙға яҡшы таныш данлыҡлы йырсы, композитор, рәссам Ренат Ислам улы Ибраһимов 75-се йәшендә арабыҙҙан китте.

Тәрән, бәрхәттәй баритон тауышлы йырсының һәләте уға төрлө репертуарҙы – классик операнан заманса шлягерҙарға тиклем – еңеллек менән башҡарырға мөмкинлек бирҙе, тип яҙа Рәсәй матбуғат саралары. Уны йыш ҡына үҙенсәлекле тауышы өсөн “рус Павароттиһы” тип атауҙары билдәле. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә баш әйләнерлек карьера яһаған Рәсәйҙең халыҡ артисы Ренат Ислам улының тормошо мауыҡтырғыс.

1947 йылда Львов ҡалаһында хәрбиҙәр ғаиләһендә тыуған Ренатты һәм ғаиләһен атаһы һуғыштан һуң тыуған яғына, Ҡазанға, алып ҡайта. Малайҙың йырға һәләте балалар баҡсаһында уҡ асыла. Музыка мәктәбен тамамлай. Алтмышынсы йылдарҙа Волга буйы хәрби округының йыр һәм бейеү ансамблендә хеҙмәт итә. Ҡазан дәүләт консерваторияһын тамамлай һәм хеҙмәт юлын Татар академия опера һәм балет театрында башлай, йыш ҡына уға төп операларҙы башҡарыу йөкмәтелә.

1975 йылда “Ҡыҙыл ҡәнәфер” конкурсында төп премияны яулағас, был ҙур уңышты 1978 йылда “Йыл йыры” фестивалендә нығыта. Ул йырҙарын биш телдә башҡара, репертуарында – йөҙләгән халыҡ, опера, эстрада композициялары. Бер нисә фильм авторы, рәссам булараҡ та яҡшы билдәле. Уның бер нисә картинаһын музейҙар һатып алған. Талант эйәһенең туғыҙ балаға атай булыуы ла билдәле.

Фото: "Башинформ".

https://bashgazet.ru

Данлыҡлы йырсы, композитор арабыҙҙан китте...
Данлыҡлы йырсы, композитор арабыҙҙан китте...
Автор:
Читайте нас: