Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июль 2022, 19:56

Хыянат (хикәйә)

Әбейҙәр ҡараусыһы Зифа эшенән иртәрәк ҡайтып, мунса яғып ебәрергә уйланы. Йылғанан һыу алып килеп мунсаға барып инде һәм... атылып кире килеп сыҡты. Ҡалтырана, дерелдәй, нимә эшләргә лә белмәй. Йүгереп барып лом, көрәк алып килеп ишекте терәтеп ҡуйҙы. Был ғына аҙ һымаҡ күренгәс, ҙур бүрәнәне алып килеп терәтеп ҡуйҙы. “Шунда ғына тороғоҙ, сығармағыҙ”, - тип йәнһеҙ предметтарға өндәште лә ҡайҙалыр сығып сапты.юҡ. 

Хыянат (хикәйә)
Хыянат (хикәйә)

Үҙе менән ауыл советы рәйесен, полиция участковыйын һәм тағы ла бер нисә ҡатынды эйәртеп ҡайтып инде. Ишекте асҡас, унан ире менән әхирәте Фаягөл сығып баҫты. Ир-ата һәр ваҡыт биленән түбән өлөшө менән уйлай, шуға ла ҡатын-ҡыҙ баш менән эш итергә тейеш, тип фекер йөрөткән Зифа әхирәте, күршеһе Фаягөлдөң хыянатын кисерә алманы. Яңы өй һалып, күсеп сыҡҡаны биреле яңғыҙ йәшәгән Фаягөл менән ул дуҫлашып киткәйне. Мунса яҡһа – мунсаға, ҡамырҙан берәй тәмле ризыҡ бешерһә сәйгә ала ине. Йәнәһе лә ирһеҙ булғас, ҡайғырып ултырмаһын. Башҡа һыймаҫтай хәл. Илдусына ла ни етмәгән! Ире уны яратмағандыр, яратһа хыянат итмәҫ ине. Уларҙың хыянатын кисерә алмаҫ ул. Һине генә түгел, балаларының да дәрәжәһен төшөрөүҙәренә түҙеп тора алмаҫ... Шулай уйлап Зифа эстән дөрләп янһа ла тышҡа сығарманы. Илдустың кейем-һалымын ҙур пакетҡа тултырҙы ла был өйҙөң ишеген ҡайһы яҡҡа асылыуын оноторға ҡушты. Хатаһын таныған иргә өйҙән ҡыуылыуын көтөлмәгән хәл кеүек килеп сыҡты. Кискә табан ауыл ерендә ҡайҙа барып инәһең? Терһәк яҡын да бит. Таштан йүкә һуйылһа ла, сәмле Зифа әйткән һүҙенән кире ҡайтып, ғәфү итә торғандарҙан түгел. Сараһыҙҙан ул Фаягөлдөң өйөнә юлланды... Ике йәш ярымлыҡ ауырыу балаһы менән иренән айырылған Зифаға тормош үҙенең һикәлтәле юлын күрһәтергә тотондо. Фаягөлдөң тырышлығы менән Илдус һалып ингән өйөнөң яртыһы үҙенең өлөшө икәнлеген асыҡланы. Зифаның былай ҙа бәләкәй генә эш хаҡы ҡыҙы өсөн кәрәкле дарыуҙарға китеп тора. Өҫтәүенә күршеһендә генә йәшәгән ире Фаягөлдөң донъяһын нығытып, ҡоймаларын шаҡ та шоҡ килеп төҙөкләндереп йөрөй. Атаһын күргән ҡыҙы ла уға барам тип ынтылып илай. Шуларҙы күрә тороп, нисек йөрәгең сыҙаһын! Зифа төшөнкөлөккә бирелеп, илап ултырырға ярамай, тигән ҡарарға килеп, үҙен эш менән еңергә тырышты. Шулай бер ваҡыт Испанияла эшләп, “аҡса һуҡҡан” иптәше Лилиә килеп инде. Ул Зифаны ла үҙе менән бергә барырға саҡырҙы. Һөнәрең дә кәрәкмәй, аш-һыу бешереп, өй йыйыштыра белһәң еткән, тине ул. Дарыуҙар ҙа унда ҡыйбат түгел, тип белдерҙе. Бер аҙ эшләгәндән һуң ҡыҙыңды ла яныңа алырға мөмкин тип ныҡышты Лилиә. Оҙаҡ уйлап торманы Зифа, уның өгөтөнә күнде. Ҡыҙын ауыл ситендә иҫкерәк бер өйҙә йәшәгән әсәһе менән ҡустыһы-килененең ғаиләһенә ҡалдырҙы. Класташына эйәреп, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән яҡҡа барыр өсөн самолетҡа билет алды... Ҡулынан эш килһә лә телдәрен белмәүе бәкәлгә һуҡты. Өйрәнеп китеү ауыр ине. Быға ҡәҙәр оҙаҡҡа ҡыҙын ташлап китеп өйрәнмәгәнгәлер, уны һағынып иланы. Әллә кире ҡайтырға инде, тип йөрөй торғас, ярты йыл да уҙып киткән. Күптән ҡайтып та киткән булыр ине, эш хаҡын да иҫәпләп кенә бирәләр шул. Аслы-туҡлы йөрөгән ваҡыттары ла юҡ түгел, һорап торор кешеһе лә юҡ. Һуңынан үҙебеҙҙең илдән килеп эшләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар менән танышып, аралаша башлағас ҡына хәле бер аҙ яҡшырҙы. Береһе менән танышып, ҡуртымға фатир алып, бүлешеп түләй башлағас, еңеллек килде. Аҡса тоторға өйрәнә башланы шикелле. Ай һайын ҡыҙына дарыуға, тип ебәргән аҡсаһынан үҙенә лә артып ҡала башланы. Шулай итеп өс йыл ғүмер үтеп тә киткән. Отпуск алып, тыуған яҡтарға ҡайтырға кәрәк, бәлки, был яҡтарға башҡа килмәҫмен дә, тип уйлап йөрөгәндә, ҡот осмалы хәбәр алды. Әсәйен һағынып, һыҙланып, бик оҙаҡ интегеп ятҡандан һуң, ҡыҙғынаһы китеп барған. Быны ишеткәндән һуң Зифа өс тәүлек һушына килмәне. Тамағына ризыҡ үтмәне, күҙҙәренә йоҡо инмәне. Ауылда ҡайғынан һыҡранып илаған әсәһен йыуата алманы. Нимәгә генә кәрәк булды икән ул Испания тигәндәре? Балаҡайын ташлап сығып китте бит! Теге саҡта ирен ғәфү иткән булһа, бәлки, ҡыҙын да юғалтмаҫ ине. Әсәйе менән кәңәшләшкәндән һуң, ваҡытлыса Испанияла ҡалырға булды. Эш хаҡын әсәһенә ебәреп, йыйып барҙы. Ваҡытлыса тигәндән, тағы ла ун йыл үтеп тә киткән. Зифа бай кейәүҙәр, романтик осрашыуҙар эҙләмәне. Иренең хыянаты еткән ине уға. Икенсенән хеҙмәтсегә күҙ атыусы ла булманы. Өсөнсөнән, былай үҙеңә үҙең хужа, тип уйланы ул. Ун йыл эсендә телде лә яҡшы итеп өйрәнеп, яҡшыраҡ эш тапты. Бындағыларса матур итеп кейенергә, ял итергә өйрәнеп алды. Арзаныраҡ хаҡҡа тотонолған машина һатып алды. Таныҡлыҡлы ла булды. Фатирға түләп торһа ла, ашарына ул ҡәҙәр аҡса сарыф итмәне. Күберәк салаттар менән туҡланды. Кәүҙәһе лә матурайып китте, нимә кейһә лә килешә. Бер кем дә уға үҙ йәшен бирмәй. Зифа үҙ-үҙе менән ҡәнәғәт ине, ирен Илдусты ла хәтеренән алып ташланы. Бер ваҡыт үҙен ашатҡан, эсергән, кейендергән илде ташлап, тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итте. Әсәһендә тупланған аҡса ҡайтҡас үҙ эшен асып ебәрергә етә. Ләкин ҡәҙерле кешеһен уның ҡыуандырманы. - Ауылда йәшәгең килгәс, ирең менән ҡалырға ине. Бында һине һағынып көтөп тороусы ла, аҡса алып эшләрҙәй эш тә юҡ. Эшләгән эшең яҡшы, шунда ҡал. Һин унда яңғыҙ башың менән бынамын тигән итеп йәшәгәндә туғандарың астан үлһенме? Һин ебәргән аҡсаларың юҡ инде... Әсәһенең был һүҙҙәре башына һыйманы. Ун йыл буйына үҙенән өҙөп-йолҡоп, тигәндәй йыйған аҡсаһы шулай юҡҡа сыҡҡанмы ни!? Был нимә, әсәһенең дә хыянатымы? Әсәһе ун йыл буйы ул эшләп тапҡан аҡсаны ҡустыһына ебәреп торған икән. Уныһы район үҙәгендә йорт һалып, шунда йәшәп яталар. Ярай, үҙ ҡустыһы бит әле. Алып торған аҡсаларын кире ҡайтарыр, моғайын. Шулай уйлап, көнө буйы ла ҡустыһына шылтыратып та уны алдыра алманы. Бары тик кис кенә ул телефонын алды. - Алло, - тине ул дорфа ғына. - Данис, туғанҡайым, хәлдәрегеҙ нисек? Йортоғоҙҙо һалып бөттөгөҙмө? Минең аҡсалар һиндә икән... - Зифа, тыңла әле. Миндә һинең бер тинең дә булманы, булғаны ла юҡ. Ҡыҫыр ҡатындан бала таптырма. Мин кредит алдым. Әсәй һирәк-һаяҡ ярҙамлашты. Унан һора. Һөйләшеп торорға минең ваҡытым юҡ. - Һин үҙ аҡылыңдамы? Мин ун йыл ғүмеремде шул аҡса өсөн эшләнем. Хәҙер нимә эшләргә? - Шунда Испанияңда ҡал. Бында ҡайтып, судлашып йөрөмә, бер нәмә лә ҡыйрата алмаясаҡһың. Тормош шулай ул. Уңыштар юлдаш булһын, апаҡай, - тине лә телефонын һүндерҙе. Зифа аҡсаһыҙ нимә эшләһен. Тағы ла Испанияла ҡалырға мәжбүр булды. Телефонындағы туған яҡта йәшәүселәрҙең исемлеген барыһын да блокировать итте. Хыянатты кисерә алһаң да, онотолмай. Йөрәккә ҡаҙалған шырау кеүек, теләһәң дә, теләмәһәң үҙен һиҙҙертә. Ғәзиз әсәйеңдең, яҡын туғаныңдың хыянаты тағы ла ауырыраҡ икән. Хәрәм артыңа килтереп бер тибә, тип әйтеүҙәре хаҡтыр. Бер йылдан Данисты йөрәге борсой башланы. Сирҙең килеүе генә тиҙ, ҡыуып та ебәреп булмай. Ҡиммәтле дарыуҙарға, операцияларға хәтһеҙ аҡса кәрәкте. Өйөн һатып ебәргән аҡса ла шунда китте. Әсәһенән Испаниянан килгән аҡса тамсы ла ҡалманымы ни, тип үтенеп һораһа ла булманы. Үҙе пенсияһын осон-осҡа саҡ ялғап йәшәй ине. Ҡыҙына ҡаты бәрелеп, ситкә типкәненә үкенеп тә бөтә алманы. Бер ҡайҙан аҡса таба алмай, яҡты донъя менән хәшлашырға йыйынған Данис, һуңғы һаламға йәбешеп, апаһына шылтыратты. Ләкин телефондың теге осонда аңлашылмаған монолог менән шыж-пыждан башҡа бер нәмә лә ишетмәне. Мине “ҡара исемлек”кә индергән, тип уйланы. Башҡа таныштары аша ла апаһының номерын эҙләп ҡарау файҙа бирмәне. Шул уҡ хәл ҡабатланды. Бер нисә көндән Данис интернет-тәржемәсе аша апайының телефон номерын алмаштырыуын, шуның менән башҡаса бәйләнешкә инә алмаясағын аңланы. Ә дарыуҙар иҫәпләгесе хисаптарҙы дауам итте. Был уның йөрәгенә һуҡты, һуңғы өмөтөн дә һүндерҙе. Бер көн шулай Зифа баҙарға йөрөп ятҡанда ауылдашын, үҙен Испанияға эшкә алып килгән Лилиәне тап итте. Улар сәйханаға инеп, оҙаҡ ҡына аралашып ултырҙы. Күберәген яңыраҡ ҡына тыуған яғына ҡайтып килгән Лилиә һөйләне... Аҙна буйы Зифа уйланып йөрөнө. Уйҙарын арҡырыға, буйға һалып, барлыҡ үпкәләүҙәрен оноторға теләп, тәрән итеп тын алды. Башында бөтөрөлгән уйҙарға буйһонмай, йөрәген тыңлап, ғорурлығы менән тәккәберлеген еңеп, яҡындарының хыянатын ғәфү итте. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта. Мосолмандарҙа иң ҙур гонаһ – туғанлыҡ ептәрен өҙөү. Шуларҙы уйлап, Зифа ҡайтыр яҡҡа билеп алды.

Сания Шәрипова.

ejansura.ru

Хыянат (хикәйә)
Хыянат (хикәйә)
Автор:
Читайте нас: