Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июль 2022, 10:56

Етлекмәй тыуған балалар һаны арта

Өфөлә Бала табыу йортонда биш йөҙ грамлыҡ сабый ғүмерен ҡотҡарғандар

Етлекмәй тыуған балалар һаны арта
Етлекмәй тыуған балалар һаны арта

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының Бала табыу йортонда етлекмәй тыуған сабыйҙарға икенсе ғүмер бирелә. Ваҡытынан алда тыуған бәпестәр йәшәһен өсөн реанимация һәм интенсив терапия бүлеге белгестәре күп көс һала. Ҡайһы бер сабыйҙар ни бары 500 грамм ауырлыҡта ғына.

Уларҙың табандары өлкән кешенең баш бармағындай ғына. Шәфҡәт туташтары ваҡытынан алда туыған сабыйҙарҙы иркәләп “торопыжка” тип йөрөтә. Йөндән бәйләнгән әйберҙәр нервы күҙәнәктәренә эшләргә көс бирә, улар аяҡ-ҡулдарын ҡыбырҙата башлай, әкренләп тын юлдары асыла . Ләкин әсә наҙын бер кем дә алмаштыра алмай, шуға күрә улар теләгән ваҡытта балалары янына килә ала.

Азалия Лебедковаға ашығыс кесарь киҫеме эшләнә. Һөҙөмтәлә, ҡыҙы 35 сантиметр оҙонлоҡта һәм бер килограмм тирәһе ауырлыкта ғына булып тыуа.

Беҙ уға Дарина тип исем ҡуштыҡ. Тормош иптәшем әйтеүенсә, ҡыҙыбыҙ Хоҙай бүләге. Табиптар икебеҙҙең дә ғүмеребеҙҙе ҡотҡарҙы. Әле лә төрлө яҡлап ярҙам итәләр.

Азалия Лебедкова

Бәпестәрҙе ҡараңғы, йылы һәм тыныс урында ҡарап үҫтерәләр. Инкубаторҙарҙың йылылығы һәм дымлылғы тикшерелеп тора. Кескәйҙәр күҙ алдында үҫә тип әйтергә лә мөмкин. Быйыл Республика клиник дауаханаһында ярты килограммлыҡ сабыйҙы ла үҫтерәләр.

Статистика күрһәтеүенсә, етлекмәй тыуған балалар йылдан- йыл арта. Әгәр былтыр Республика клиник дауаханаһында 36 бала ваҡытынан алда тыуһа, быйыл ярты йыл эсендә генә уларҙың һаны 26-ға еткән. Бының менән бер рәттән табиптарҙың оҫталығы ла арта, улар икенсе әсә кеүек һәр бәпескә йәшәүгә өмөт бирә.

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының Бала табыу йортонда нон тач бэйби методикаһын ҡуллана башлағандар. Уға ярашлы, тәүге 72 сәғәттә бәпестәргә артыҡ тейергә тырышмайҙар. Сөнки сәләмәтлек яғынан төрлө ҡатмарлыҡтар килеп сығыуы ихимал. Ә инде иғтибар күберәк булһын өсөн ике палатаға бер шәфҡәт туташы беркетелгән.

Шәфҡәт туташтары бәпестәргә өйрәнеп бөтәләр, үҙҙәренең балаларын ҡараған кеүек тәрбиәләйҙәр. Дауахананан сыҡҡас та бәйләнеш өҙөлмәй. Әсәләр үҫкән сабыйҙарын килтереп күрһәтә.

Гөлназ Тихонова, балалар реанимацияһының өлкән шәфҡәт туташы

Ул ғына ла түгел, шәфҡәт туташтары өсөн махсус мөйөш тә булдырылған.

“5 йәш” һәм “тыуғанда 480 грамм” һандарының күршеләш урынлашыуы – ысын мәғәнәһендә мөғжизә. Тимәк, барыһы ла килеп сыҡҡан. Йылдар үтеү менән был балаларҙың ҡасандыр бер усҡа һыйғанлығына ышанып та булмай. Ә инде хәҙер уларҙың фотоһүрәттәре бер стендҡа ла һыйырлыҡ түгел. 500 грамлыҡ булып тыуһалар ҙа, табиптар өсөн һәр бала алтынға бәрәбәр.

Баш ньюс.

ashkadar.com

Етлекмәй тыуған балалар һаны арта
Етлекмәй тыуған балалар һаны арта
Автор:
Читайте нас: