Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июль 2022, 23:44

Сейә ҡайнатмаһы

Ҡайнатмалар әҙерләү ваҡыты етте, сейәнән тәмле һәм яҡшы ғына һаҡлана торған ҡайнатма рецебын тәҡдим итәбеҙ. 

Сейә ҡайнатмаһы
Сейә ҡайнатмаһы

Һәр ваҡыт хужабикәләрҙә ҡайнатма әҙерләгәндә шундай һорау тыуа : күпме емеш - еләккә күпме шәкәр ҡомо һалырға, күпме ваҡыт ҡайнатырға, нисек емештәрен бөрөштөрмәй - ҡатырмай ғына ҡайнатма әҙерләргә, тир түгеп үҫтереп, йыйып алған емешеңде әсеттермәй ҡышҡы һалҡындарға тиклем нисек һаҡларға, әрәм булмаҫмы?!

Был рецепт буйынса ҡайнатма тәмле генә була, ҡуйы ғына, емештәре лә йомшаҡ көйө ҡала, ҡышҡылыҡҡа ла бик яҡшы һаҡланасаҡ:

- 1 1 стакан сейәгә ярты стакан һыу ҡойоп ҡайнатып сығарҙым, оҙаҡ ҡайнатманым, 7 стакан шәкәр ҡомо өҫтәнем, болғап ебәреп ҡайнап сыҡҡас тағы ла 10 минут ҡайнаттым, артабан тағы ла 7 стакан шәкәр ҡомо өҫтәнем дә ағас ҡалаҡ менән шәкәр ҡомо эреп бөткәнсе болғап торҙом, шәкәр ҡомо эреп бөтөп ҡайнап сыҡҡайны ғына утты һүндерҙем , шуның менән ҡайнатма әҙер. Барлығы 11 стакан сейәгә 14 стакан шәкәр ҡомо китә инде. Әҙер ҡайнатманы эҫе көйөнә банкаларға һалырға мөмкин , әммә ҡайнатма һыуынып бөткәнсе ҡапҡасты япмай , шул көйө һыуынғанса ҡуйып торорға . Кәстрүлдә лә һыуынғанса ҡалдырып аҙаҡ банкаларға һалырға мөмкин . Ҡулланып ҡарағыҙ , был рецепт хәтерҙә лә яҡшы ҡала , әҙерләүе лә еңел .

Минең стакан 330 г-лыҡ булды, ошо күләмдән барлығы 5 литрға яҡын ҡайнатма әҙер булды.

#Гөлгөнә_Байегетова

Сейә ҡайнатмаһы
Сейә ҡайнатмаһы
Сейә ҡайнатмаһы
Автор:
Читайте нас: