Дим буйҙары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Август 2022, 21:25

Сөйәл, пигмент таптары һәм башҡалар...

Бындай осраҡтарға халыҡ ниндәй ысулдар ҡулланған - түбәндә бер нисә кәңәш.

Сөйәл, пигмент таптары һәм башҡалар...
Сөйәл, пигмент таптары һәм башҡалар...

Сөйәл, папиллома, пигмент таптары кеүек тире ауырыуҙары борсоһа, алма һеркәһе ҡулланырға мөмкин, сөнки ул елһенеүгә, бактерияларға ҡаршы тора алырлыҡ үҙенсәлеккә эйә.

Сөйәл булғанда, шул тирәне яҡшылап йыуғас, һеркәгә сылатылған мамыҡ тампонды тирегә ябырға һәм бинт ярҙамында беркетеп нығытып ҡуйырға. 24 сәғәттән япманы алмаштырып, яңыһын бәйләргә. Уны алмаштырған арала зарарлы урынды яҡшылап тағы йыуырға кәрәк. Тағы бер көслө сара бар. Һарымһаҡтың һутын сирле ергә һөртөп пластырь менән нығытып ҡуйырға була.

Папиллома борсоғанда ла алма һеркәһе уңышлы ҡулланыла. Уның менән япманы көнөнә ике тапҡыр эшләргә мөмкин. 2-4 аҙнанан папиллома юҡҡа сыға. Кастор майы һәм сода ярҙамында ла ошондай тире ауырыуҙарын дауаларға мөмкин. Уларҙы бергә бутап паста яһайбыҙ ҙа папилломаға һөртәбеҙ. Уны көнөнә ике тапҡыр ябырға кәрәк. Тағы бер ысул: мамыҡ тампонға сәй ағасы майын тамыҙып шуның менән папилломалы тирене эшкәртергә була. Ике аҙна ҡулланғандаң һуң һөҙөмтәһе күренә.

Пигмент табын һыу ҡушылған лимон һуты ярҙамында ағартырға мөмкин. Ике ингредиентты бергә бутап, зарарланған тирегә ябырға ла бер нисә минуттан йыуырға. Шулай уҡ алоэ гөлөнән һығылған һут та ошондай проблемалы тирене ағарта. Уның һутын тирегә һөрткәндән һуң, ярты сәғәт тоторға, шунан йылы һыу менән йыуып төшөрөргә кәрәк. Бындай осраҡҡа ҡыҙыл һуғандың һуты ла килешә. Уны тирегә һөртөп, 10-15 минуттан йылымса һыу менән йыуып төшөрөргә кәрәк.
Һәр осраҡ буйынса ла табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Фото: rstver.ru

https://bashgazet.ru

Сөйәл, пигмент таптары һәм башҡалар...
Сөйәл, пигмент таптары һәм башҡалар...
Автор:
Читайте нас: