Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Август 2022, 11:27

Район хакимиәте хеҙмәткәрен ире үлтергән

Белорет районы хакимиәтенең 31 йәшлек хеҙмәткәре Динә Махиәнованы элекке ире йыртҡыстарса үтергән.

Район хакимиәте хеҙмәткәрен ире үлтергән
Район хакимиәте хеҙмәткәрен ире үлтергән
Ул уға 14 бысаҡ яраһы яһай. Был хаҡта Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итә. Әйтеүҙәренсә, һуңғы бер нисә айҙа Динә Махиәнова балалары һәм ата-әсәһе менән йәшәгән. Элекке ире уны ата-әсәһе йорто янында ҡарауыллап торған һәм ахирәттәре алдында рәхимһеҙ рәүештә үлтергән.  

- Үлтереүсе ҡулға алынды, - тип хәбәр итә Андрей Иванюта. - Динәнең таныштары әйтеүенсә, ул уны оҙаҡ йылдар ҡаты тыҡмаған, үлтереү менән янаған. Ҡатын бер нисә тапҡыр полицияғә мөрәжәғәт иткән, әммә был ғына енәйәттән ҡурсаламаған.

Билдәле булыуынса, Динә Махиәнова балалары менән башҡа ҡалаға күсеп китергә хыялланган. Күптән түгел ипотекага фатир һатып алған.
 
Кисә уны ерләгәндәр. Мәрхүмәнең ике бәлиғ булмаған улы ҡалған.

Уҙған йылдың ноябренән ҡатын район хакимиәтендә бүлек мөдире булып эшләгән, ауыл хужалығы йүнәлешен етәкләгән. Андрей Иванюта уны намыҫлы хеҙмәткәр һәм яҡшы кеше тип атай.

- Динәнең идеялары күп ине, ҡайһы берҙәрен бер нисә ай эсендә тормошҡа ашырырға өлгөрҙө, - тип яҙған ул. - Былар - яңы ауыл хужалығы кооперативтары булдырыу, фермерҙарға ярҙам итеү, ташландыҡ баҫыуҙарҙы әйләнешкә индереү һәм башҡалар.
 
Һуңғы көндәрҙә Динә  социаль селтәрҙәрҙә матур романтик фотоларын ҡуйған булған...
 
фото: башинформ
https://kiziltan.ru
Автор:
Читайте нас: