

Статистиканы ағымдағы йылдың ете айы һөҙөмтәләре буйынса Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәте баҫтырып сығарған.
Ошо ваҡыт арауығында бәшмәк менән ағыуланыуҙың 15 осрағы теркәлгән. Дөйөм ағыуланыу осраҡтаары ла булған. Ағыулы бәшмәк ҡулланыуҙан 17 кеше зыян күргән, шул иҫәптән 14 йәшкә тиклемге бер бала. Үлем осраҡтлары юҡ.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ғәҙәттән тыш бындай хәлдәргә ашай торған бәшмәктәрҙе таный белмәү, ҡайһы бер ашай торған һәм шартлы рәүештә ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙе дөрөҫ эшкәртмәү сәбәп булып тора.
Ағыуланыу билдәләре бер сәғәт ярымдан һуң күренергә мөмкин. Был, ғәҙәттә, баш ауыртыыу, күңел болғаныуы, ҡоҫоу, ауыртып эс китеү менән бәйле. Ашарға яраҡлы бәшмәктәр менән дә ағыуланырға мөмкин. Ҡартайған, тамырында боҙолған бәшмәктәрҙе ризыҡ сифатында ҡулланыу, бәшмәкте цинкланған һауытта бешереү һәм ҡыҙҙырыу яҡшы түгел.
Роспотребнадзор бәшмәктәр - ботулизм сығанағы булырға мөмкин, тип киҫәтә. Консервалар алдынан бәшмәктәр яҡшылап таҙартылмаһа һәм йыуылмаһа уларҙың өҫлөгөндә балсыҡ киҫәктәре менән ботулизм патогендары ла булырға мөмкин. Термик эшкәртеү уларҙы үлтермәй, ә герметиизациялап ябылған банкалағы шарттар, уларҙа микробиаль токсин үҫешенә уңайлыҡтар тыуҙыра. Был токсин кеше өсөн ныҡ ҡурҡыныс.
Шуға күрә консервалау өсөн билдәләнгән бәшмәктәрҙе ер-тупраҡтан бик яҡшылап таҙартырға һәм йыуырға кәрәк. Уларҙы банкаға һалып, тығыҙ булмаған ҡапҡас менән ябырға кәңәш ителә.
Ауырыу уларҙы ашағандан һуң 12-72 сәғәттән һуң барлыҡҡа килә. Баш ауыртыу, ауыҙ кибеүе, күңел болғаныуы, ҡоҫоу, эс китеү, аш йотоу тотҡарланыуы, һәм күреү насарланыуы кеүек симптомдар күҙәтелә. Бындпй билдәләрҙең бер-икеһе булған осраҡта, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Теге йәки был бәшмәкте урманда күргәс, ашарға яраҡлылығына шик тыуһа, уны урманда ҡалдырыу хәйерле, тип кәңәш итә ведомство белгестәре.