Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
Общие статьи
2 Сентября 2022, 19:01

Өсөнсө урынға сыҡтыҡ

"2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса 10-сы инек".

Өсөнсө урынға сыҡтыҡӨсөнсө урынға сыҡтыҡ
Өсөнсө урынға сыҡтыҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Башҡортостан Рәсәйҙә газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса өсөнсө урынға сыҡты. Был – 2021 йыл өсөн мәғлүмәттәр, 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса 10-сы инек. Бер йылда плюс ете позиция – илдәге барлыҡ төбәктәр араһында иң яҡшы динамика.

Рейтингты төҙөгәндә бер нисә күрһәткесте алдылар – газ-мотор яғыулығын ҡулланыу күләме һәм үҫеше, газ заправкалары инфраструктураһының үҫеше, уны файҙаланыу һөҙөмтәлелеге, дәүләт ярҙамы, метанда автопарк.

Республиканың рейтингтағы юғары урыны – ҙур комплекслы эш һөҙөмтәһе. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса автомобиль газ тултырыу компрессор станциялары һаны буйынса беренсе урынды Ростов өлкәһе менән бүлештек – беҙҙә 41 газ заправкаһы. 2022 йыл аҙағына тағы 10-ды сафҡа индерергә планлаштырабыҙ.

Йәмәғәт транспортын газ-мотор яғыулығына әүҙем күсерергә тырышабыҙ, “Башавтотранс” өсөн газ автобустары һатып алабыҙ. Республикалағы тәбиғи газдағы барлыҡ автопарк 8,4 мең берәмек тәшкил итә.

Дәүләт ярҙамы сараларына ҙур иғтибар бүләбеҙ. Башҡортостан газ заправкаларын субсидиялау буйынса федераль программала әүҙем ҡатнаша. Улар өсөн ивесторҙарға аукционһыҙ ер участкаларын бирәбеҙ. Бынан тыш, транспорт һалымы буйынса ла автомобиль транспортының газ-мотор яғыулығына күсеүен дәртләндерәбеҙ, физик һәм юридик шәхестәр өсөн дә ҡаралған.

Ни өсөн был беҙгә мөһим? Әлбиттә, һандарҙа түгел. Тәбиғи газды яғыулыҡ рәүешендә файҙаланыу отошло. Әммә иң мөһиме – шулай итеп тирә-яҡ мөхиткә йөкләмәне кәметәбеҙ, зыянлы ташландыҡтарҙы аҙайтабыҙ”.

Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

https://bashgazet.ru

 
Өсөнсө урынға сыҡтыҡ
Өсөнсө урынға сыҡтыҡ
Өсөнсө урынға сыҡтыҡ
Автор:
Читайте нас