

Сараны асыу тантанаһы 16 сентябрҙә 11.00 сәғәттә Район мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Конкурс программаһында үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ансамблдәр ҡатнаша.
Сара барышында алдағы конкурстар лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр һәм быйылғы конкурс еңеүселәре ҡатнашлығында концерттар, ҡурайсылар ансамблдәре етәкселәре өсөн "түңәрәк өҫтәл" була. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсын ябыу тантанаһы һәм гала-концерт 17 сентябрҙә Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында үтәсәк. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.
Конкурс еңеүсеһенә шәп бүләк - йүгәнле ат әҙерләнә. Уны район хакимиәте тапшырасаҡ.