Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
6 Сентябрь 2022, 02:41

“Еңеү диктанты”н ҡайҙарҙа яҙҙылар?

Уның һөҙөмтәләре октябрҙә әҙер буласаҡ. Еңеүселәргә 9 майҙа Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү парадына билеттар тапшырыласаҡ.

“Еңеү диктанты”н ҡайҙарҙа яҙҙылар?“Еңеү диктанты”н ҡайҙарҙа яҙҙылар?
“Еңеү диктанты”н ҡайҙарҙа яҙҙылар?

3 сентябрҙә уҙған “Еңеү диктанты” халыҡ-ара илһөйәрлек акцияһы ваҡытында 18700-ҙән ашыу майҙансыҡ эшләне. “Берҙәм Рәсәй” партияһының халыҡ-ара патриотик сараһы Рәсәй тарихи йәмғиәте, Еңеү ирекмәндәре, Президент гранттары фонды ярҙамында инде дүртенсе тапҡыр үтә. Мәскәүҙә Табыныу тауындағы Еңеү музейы уның үҙәк майҙансығы булды.

Партияның “Тарихи хәтер” проекты координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейн һүҙҙәренсә, быйыл акцияға бик күп ирекмән йәлеп ителгән – 20 меңдән ашыу.

Рәсәй хеҙмәттәшлеге етәксеһе Евгений Примаков һөйләүенсә, “Еңеү диктанты”н ҡытай, француз, испан телдәрендә үткәреүгә ғаризалар килгән. Бангладеш һәм Мексика тәүге тапҡыр ҡатнашҡан. Беларусь, Молдова, Ҡаҙағстандан күпләп ҡушылғандар, шулай уҡ Аргентина, Монголия һәм Ҡырғыҙстан халҡы һиҙелерлек әүҙемләшкән.

– Акция бик мөһим, ул илебеҙҙең ҡаһарман үткәненә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, тарих буйынса белемде тикшереү, ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында яңы мәғлүмәт алыу маҡсатында ойошторола. Йылдан-йыл был илһөйәрлек акцияһында ҡатнашыусылар һаны арта. Быйыл Башҡортостандан онлайн һәм оффлайн майҙансыҡтарҙа 207 меңдән ашыу кеше белемен тикшерҙе. Әлбиттә, республика халҡының әүҙемлегенә бик шатбыҙ, бигерәк тә әҙерлек менән диктант яҙыуҙа ҡатнашҡан йәштәргә, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.

“Еңеү диктанты”ның һөҙөмтәләре октябрҙә әҙер буласаҡ. Еңеүселәргә 9 майҙа Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү парадына билеттар тапшырыласаҡ.

Фото: bashkortostan.er.ru

https://bashgazet.ru

“Еңеү диктанты”н ҡайҙарҙа яҙҙылар?
“Еңеү диктанты”н ҡайҙарҙа яҙҙылар?
Автор:
Читайте нас