Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Октябрь 2022, 20:58

Өлкәнәйеү (хикәйә)

Көҙгөләге, әйтерһең дә, “мине бер кем дә яратмай, минең бер кемгә кәрәгем юҡ” тигән ҡиәфәтле ҡатынға Нуралия байтаҡ ҡарап торҙо ла ҡәтғи ҡарарға килде: “Бөттө! Етте! — тине ул үҙ-үҙенә. — Ҡатын-ҡыҙмы һин, әллә йөк атымы? Йөк атын яратмайҙар, ә эшләтәләр генә, аҙаҡ ит комбинатына оҙаталар. Ә һин унда оҙатыуға ла эшкинмәҫһең...”

Өлкәнәйеү (хикәйә)
Өлкәнәйеү (хикәйә)

... Сәғәт телдәре киске бишкә яҡынлаған һайын ул йөрәкһеүенән ни эшләргә белмәй үрһәләнде. Кейем шкафын бер асты, бер япты. Йә ашығып-ашығып кейем һайланы, йә ҡапыл ҙур көҙгөгә барып ҡапланды. Күҙ төбөңдә йыйырсыҡтары юҡмы, биттәре һулымағанмы, ирендәре яһил нәҙек түгелме?.. Танау япраҡтары эргәһенән ике юлаҡ һуҙылған. Ә был һул биттәге миң? Әллә йөҙөн таплап тора, әллә үҙенсәлек өҫтәй. Көҙгөләге шашып янған күҙҙәргә лә сәйерһенеп, үҙ-үҙен танымай текләп торҙо ул: ҡайҙа булған төплө, аҡыллы, һәр һүҙен үлсәп әйтер, һәр ҡыланышын әхлаҡ-әҙәп ҡағиҙәләренә ярашлы ғына ҡылыр сабыр Нуралия?

Гел тыныс, ышаныслы ҡараштарҙа шайтан бейей, алдағы осрашыуҙың ниндәйҙер башҡа, тейеш булмаған юлдан тәгәрләү мөмкинлеге йөрәкте түҙемһеҙләп ашыҡтыра. Күңелдең ҡайһылыр мөйөшөндә айыҡ аҡыл нуры сағылып ҡуя, ҡабаланмаҫҡа, уйланырға, сабыр булырға саҡыра. Әммә ҡараштарҙағы шайтансыҡтар уны бәйләнсек себенде ҡыуғандай сәбәләнеп ҡыуа: “Иртәгә, — тиҙәр улар. — Барыһы ла иртәгә! Үкенеүҙәр, оялыуҙар, күҙ йәштәре, Айға ҡарап олоуҙар — барыһы ла иртәгә!” Ә бөгөн ул йәшлек, матурлыҡ, мөхәббәт шарабын тилергәнсе, танһығы ҡанғансы уртлаясаҡ!..

***

... Илерткес яҙ еҫенә баш әйләнә. Хәйер, баяғы ике-өс йотом ҡыҙыл шарап та үҙенекен эшләгәндер. Бер уй ҙа юҡ, тик еңеллек, рәхәтлек кенә. Күк тәгәсен биҙәп йымылдаған алыҫ йондоҙҙар ҙа хыял түгел — саҡ ҡына аяҡ осла, хәҙер осоп етәһең! Яҙғы һалҡынса төндә устағы ҡул йылыһынан бөтә тәнгә ипкен тарала. Түп-түңәрәк ай туңған ерҙең һәр бер суғырмағын яҡтыртҡан. Аулаҡ тыҡрыҡҡа боролоу менән быуылып торған хистәр даръяһы бөтә кәртәләрҙе йырып урғылды — етәкләшеп килгән ике һын бер-береһенә ташланды... сасҡауҙа сарсаған үләнгә шифалы дым килеп бөркөлдөмө? Ситлектә тыны тарыҡҡан меҫкен ҡошсоҡҡа азатлыҡ еле килеп бәрелдеме? Балалыҡтан яңы ғына сығып килгән үҫмер ҡыҙсыҡ шулай көтөп ала тәүге, иң тәүге, егет менән “ололарса” осрашыуҙы. Ирендәрҙең ирендәргә иң тәүге ҡағылыуы ғына шул дәрәжәлә тулҡынландырғыс, серле, татлы була.

— Яратам...

Был ҡайнар бышылдауҙы ишетеүен-ишетте Нуралия, әммә һүҙҙең мәғәнәһе лә, әллә ниндәй эҙемтә-һөҙөмтәләргә килтереү мөмкинлеге лә мейеһенә барып етмәне. Әле тәмәке лә, араҡы ла боҙмаған һулыш ҡайнарлығы башына сыҡты. Саҡ бәпкә йөнө генә ҡалҡа башлаған наҙлы, балаларса шыма яңаҡтар ҡағылыуҙан күңеле ярһыны. Аҙғынлыҡ түгел, ысын мөхәббәт тә тейеп өлгөрмәгән тәжрибәһеҙ ирендәр тәменә иҫерҙе. Күҙҙәрен асыуға йондоҙҙарҙың сайҡалып-сайҡалып китеүенән ул ҡапыл айныны. Рәхәтлектән айырылыуы нисек кенә ауыр булмаһын, өйгә ҡайтырға ваҡыт.

Өй ишеген һаҡ ҡына асып керҙе ул. Тиҙ генә сисенә һалып юрған аҫтына сумғанда танауын йыйырмай түҙмәне: һәр ваҡыттағыса алкаш ир еҫе аңҡый өйҙә. Һигеҙ йыл элек нисек булһа, түшәк уртаҡлашыусыһының иңбашына танауын терәп ятып йоҡлаһа, әле лә шул... Тик ул ваҡыт, бына-бына был көндәр үтер, бәхетле һәм яҡты көндәр килер, тигән өмөт йәнде йылытып тора ине. Ә хәҙер күңел буп-буш. Был бушлыҡҡа һирәк-мирәк йә асыу, йә үкенес кенә аҙашып килеп керә. Ярар, иртәгә уйланыр, ә әле йоҡларға, йоҡларға... Йә Хоҙай, бер тына йоҡлап хәл алғандыр быныһы — ирлек бурысын үтәмәксе булып киткән, имеш... Айына бер иҫенә төшөргәс, рәхмәт инде. Һаман шул шырт яңаҡтар, ятлап-ялҡытып бөткән тупаҫ ҡағылыуҙар, үшән үгеҙ мышнауы... Әй-й, теләһә нишләтһен, ерәндергес һаҫыҡ ауыҙы менән үбешергә үрелеп кенә бәйләнмәһен... Уф-ф, ниһайәт... Тороп йыуынырға ине лә, йыбандыра — йоҡларға, йоҡларға...

Сәғәт тыҡылдауы ғына ишетелгән төнгө өй тынлығын ап-айныҡ һәм тыныс тауыш яңғырап бүлдерҙе:

— Ә Ашрафтың кесе малайынан ирендәреңде бер ҙә былай йәшермәй инең, ә?!

***

... Килеп еттек. Кәмә ҡомға терәлде. Страус булһаң, әйҙә, башыңды ҡомға сумыр ҙа тор. Ул тиклем оҙон муйын булһа, бәлки, ысынлап та шулай ғына “ҡасып” булыр ине... Әммә ҡәҙимге кеше муйынының оҙонлоғо тик бер генә ергә тығылып проблеманан ҡасыра ала, ул да булһа — боғалаҡ. Юҡ, Нуралияның хәле боғалаҡҡа тығылырлыҡ мөшкөл түгел. Тышта яҙ, уның яратҡан миҙгеле. Етмәһә, кисә генә... Ә кисә генә ун алты йәшлек егет оҙата килде. Ниндәй бисәгә тәтей әле ул бәхет? Тештәре теп-теүәл кеше менән тәүге тапҡыр үбешеп ҡараны инде әллә?

Уф-ф, булмай-булмай! Әллә ниндәй дәлилдәр килтереп үҙ ҡылығыңды аҡлап-яҡлап ҡараһаң да, булмағас булмай онотолоп. Гонаһ, гонаһ ҡылды Нуралия! Нисек тәгәрәй алды һуң ошо тиклем түбәнлеккә? Юҡ, әле түгел, ә бынан алдараҡ, күпкә алдараҡ. Тәҡәтенә ваҡытында хужа булһа, әле үҙ-үҙенән оялып ултырмаҫ ине. Теге егеттән дә ояла хәҙер, унан да нығыраҡ бынау туй фотоһынан ҡарап торған сабый ғына кәләш күҙҙәренән ояла. Үҙен-үҙе язаларға булып, тағы фотоһүрәткә текләне. Туғыҙынсы йыл да үтеп бара икән ул ваҡиғаларға! Бөтөнләй башҡа үлсәмдәге донъяла булғандыр был туй. Алһыу алма һымаҡ яңаҡтарын соҡорайтып, ышаныусан ҡараштарын объективҡа туп-тура текләгән 17 йәшлек бала ул — Нуралия. Утыҙҙы уҙған, ир ҡорона тулған етди кейәү — Мәрхәм...

Әйтмәнеләр түгел — әйттеләр. “Бик ныҡ эсә башлаған, тиҙәр бит”, — тип һиҫкәнде әсәһе. “Үҙе йығылған бала иламай, штубы аҙаҡ...” — тип бармаҡ янаны атаһы. “Фу-у, ул бит ҡарт”, — тине әхирәте. А что через десять лет? Ты будешь молодая, а у него фурычить не будет?” — тип тураһын ярҙы дуҫы, ҡала егете Рустик. Нуралия уларҙы ишетмәне лә, аңламаны ла, күҙен, әйтерһең, шекәрә ҡапланы. “Ташлар әле эсеүен”,

“Иң мөһиме беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ” тип үҙенекен тыкыны. Рустикка ғына яуап бирә алманы, сөнки ир менән катындың кеше күҙенә күренмәгән тормошо хакында бер ни ҙә белмәй ине. Аҙаҡ, бер нисә йылдан, балалары Морат менән Нәркәс үҫеп, ҡулдар бер аҙ бушағас ҡына, гүйә, мәрттән уянды...

Өйләнешеүҙәренә биш йыл тулғайны. Әҙерәк табын йыйып билдәләмәксе булды был ваҡиғаны Нуралия. Боҙолмай торған тәм-томдарын алдан уҡ арлы-бирле бешереңде. Иренең эштән төрлө ваҡытта ҡайтыуына өйрәнеп бөткән, шуға кистән өйҙә юклығына ла кәйефе төшмәне, ятты ла йоҡланы. Таң менән нисектер өшәнеп уянып китте, ҡараһа, эргәлә урын буш... Барыбер көйөнөргә ашыҡманы әле ул, йөрәген эш менән баҫты. Йыйыштырҙы, йыуыштырҙы, бешерҙе-төшөрҙө, балаларын һөйә-һөйә матур кейемдәр кейҙерҙе. Кис етте, ҡунаҡтар килде, тәүҙә, өй хужаһын көтөңкөрәп, ашамай-эсмәй ҙә ултырҙылар. Ваҡыт һаман үтә барҙы, ғаилә башлығы күренмәне. Шундай сәйер байрам булды ул — иш-ҡуш ҡотлау урынына теләктәрҙе Нуралияға ғына әйттеләр, мөхәббәт теләнеләр... Шарап эсеп ҡыҙып алғас, йәш ҡатын балаларын йоҡлатты ла ҡунактары менән бергә клубҡа, дискотекаға, китте. Шашып, бығаса булмағанса ярһып бейене. Күптән күрешмәгән класташтары менән ҡосаҡлашып күреште, ҡабат йәш кенә ҡыҙ саҡтарына әйләнеп ҡайтҡаңдай булды. Хәйер, йәштәштәренең күбеһе ғаиләһеҙ ине әле һаман. Студенттар ҙа бар. Нуралияның ирле ҡатын икәнен белмәгән бер ят егет яй бейеүгә лә саҡырып маташты...

Төнгө өстәрҙә өйгә килеп кергәнендә, Мәрхәм ҡайҙандыр ҡайтып йоҡлаған ине. Бер һүҙ ҙә һөйләшмәнеләр, һауыт-һаба ла ҡырманылар. Нуралия эсенә бикләнде лә ҡуйҙы. Ире эшкә киткәс, көҙгө алдына баҫты ла оҙаҡ итеп үҙен тикшерҙе. ҡолағына кешеләрҙең уның хакында һөйләшкәндәре сала-ярпы ғына салынып ҡалғайны. Апаһы менән еңгәһе: “Ҡатын ҡартҡа сыҡһа, бер нисә йылдан үҙе лә ҡартайып, йәш айырмалары ла беленмәй башлай икән...” — тип уны йәлләйҙәр. Ысынлап, донъя йөгөн үҙенең иңенә генә йөкмәгән дә көҙгөгә күҙ ҙә һалмай башлаған даһа?! Бәләкәй генә ҡулдары элекке нәфислеген юғалтып бара. Әлбиттә, нимә генә кисерергә тура килмәй уларға! Мәрхәмдең саңға-майға ҡатҡан фуфайкаларын кальцийлы сода менән тыжып-тыжып йыуыу ғына ла ни тора. Сей утынды, төтөнгә сәсәй-сәсәй, башы әйләнгәнсе өрөп тоҡандырып ебәреүе бер бәлә булһа, төшөр-төшмәҫ борсаҡтай күмерен көндәр буйы берәмләп сүпләп ултырыуы — икенсе бәлә. Сүпләмәҫ инең — самауырға һалырға, сәй ҡайнатырға кәрәк. Усаҡ эҫеһенә бөрөшкән, күмер ҡоромона ҡарайған ҡулдарын әйләнгән һайын йәлләмәйенсә кер һабыны менән йыуып тора, етмәһә. Ә был төҫһөҙләнеп, остары асаланып бөткән сәстәр һуң? Яһаған иң ҡатмарлы “прическаһы” — ат ҡойроғо. Йыш ҡына ипләп тарарға ла форсаты теймәй — тороу менән яулыҡ аҫтына ашыҡ-бошоҡ тығып ҡуя ла эше лә бөттө. Шампуңдың да, аҡса йәлләп, иң арзанын ғына ала. Йә Хоҙай, шәмдәй төҙ кәүҙәһе йөгөнән арыған юлсы һымаҡ кәкрәйә төшкән түгелме? Йөҙөнә хәсрәт мөһөрө баҫылған, ҡаштары төйөлөп тора. Гел эйелеп эшләп был муйын тиреһе лә бер заман һырланып бөтмәҫ тимә! Ярай әле, исмаһам, нәҫелдәре менән һимеҙәк түгелдәр — Нуралияның да биле нәҙек, ике бала күтәрһә лә, аяғында тамырҙар зәңгәрләнеп беленмәне. Әммә матур буй-һынды күрһәтеп кеше араһына сығырлыҡ кейем-һалым әҫәре юҡ. Гелән өйҙә дүрт стена ҡарауыллағас, кәрәкһенмәне шул.

Нишләп донъя көтөүгә ҡанығып киткән һуң Нуралия? Булдыҡһыҙ түгеллеген иҫбатламаҡсымы әллә берәйһенә? Тик кемгә? Кешенән кәм йәшәмәйем тип, мал аҙбары менән өй араһындағы һуҡмаҡты тапай торғас, тормош һуҡмағынан ситкә ҡайырылған түгелме? Мәрхәмгә бит Нуралияның көнө буйы кәкрәйеп донъя көтөүе бысағыма хәжәт! Ике ҡулына бер баранка ла “төшөрөргә” — шул етте... Үҙәгенә үтеп яра һалған ваҡиғалар бер-бер артлы иҫенә төшә башланы Нуралияның.

...Ҡапыл ғына ныҡ сирләп китте. Тәнтерәкләп тигәндәй бәҙрәфкә генә сығып керә. Мәрхәм белде сирләгәнен, тик көнө буйы бер ҡайтып әйләнһәсе! Нуралия үҙе ярай инде, ашамай ҙа, эсмәй ҙә, юрған бөркәнә лә тик ята. Ә балалар? Сәй ҡайнатып, бер телем икмәк биреүсе лә юҡ бит уларға! Кескенә булһалар ҙа, әллә аңланылар, әллә Хоҙай ярҙам бирҙе — көн буйы нимәгәлер әүрәп, уйнап ултырған булдылар, арыһалар, әсәләре янына ятып оҙаҡ итеп йоҡлап алдылар... Өс көн шулай ныҡ ятты Нуралия, дүртенсе көн кискә табан асығыуын һиҙҙе. Көн дә киске 10 — 11-ҙә генә ҡайтҡан Мәрхәмде зарығып көтөп алды. Уныһы тракторын өй тапҡырына ҡайтарып туҡтатты ла кермәй ҙә кермәй. Шешәләштәре менән бөтөрмәй ҡалған яртыһы булған да, шуны төпләмәкселәр икән. Өйҙән закускаға ике телем икмәк алып сыҡҡанында: “Баҙҙан бәрәңге сығарып бирһәң, бәлки, яйлап әҙерләр инем”, — тигәйне Нуралия, ҡолағына ла элмәне. Ике сәғәткә яҡын шулай урамда көмөшкә эсеп, гәпләшеп ултырҙылар. Эй, ныҡ рәнйене лә инде шунда. Ҡатыны сирле, ас килеш һалҡын өйҙә мәхрүм булып ултырһа-ултырһын, тик Мәрхәм әшнәләренән берәй рүмкәгә кәмерәк эсеп ҡуймаһын!

Хәле әҙерәк арыуланғас, ныҡ туҙынды Нуралия, бөтә рәнйеүҙәрен әйтте. Аҙаҡ яраштылар, онотолғандай ҙа булды, ә күңелдә барыбер юшҡыны ҡалды.

Балалары ныҡ бәләкәс саҡта айырыуса ҡыйын ине, утынһыҙ ҙа, һыуһыҙ ҙа ултырғаны булды. Барғыһы килгән ерҙәргә бара алмай зарыҡты. Бер нәмә лә юғалмай, эҙе ҡала. Шулай, яйлап-яйлап, Нуралияның күңелендәге мөхәббәт усағына һүрелтерлек боҙбармаҡ “утындар” өҫтәлә торҙо. Бәхетһеҙлегенән үҙен-үҙе йәлләп, илап алыуҙары ла йышайҙы. Түшәктәге ялҡын һүрелгәс, бөтөнләй тамуҡ башланды. Ир менән ҡатын шулай бит инде: талаша-әрләшә тора, әммә иртән икеһенең башы бер мендәрҙә икән, көн һәүетемсә башланып китә, ғаилә карабы артабан юлын дауам итә. Әммә ҡатын иренең көндөҙгөнән бигерәк төнгө ҡиәфәтенән ҡәнәғәт түгел икән, изгелек көтмә!

...Көҙгөләге, әйтерһең дә, “мине бер кем дә яратмай, минең бер кемгә кәрәгем юҡ” тигән ҡиәфәтле ҡатынға Нуралия байтаҡ ҡарап торҙо ла ҡәтғи ҡарарға килде: “Бөттө! Етте! — тине ул үҙ-үҙенә. — Ҡатын-ҡыҙмы һин, әллә йөк атымы? Йөк атын яратмайҙар, ә эшләтәләр генә, аҙаҡ ит комбинатына оҙаталар. Ә һин унда оҙатыуға ла эшкинмәҫһең...”

Шулай башланды уның әлеге тормошона юл. Иң беренсе артыҡ малды кәметеүҙән башланы эште. Үҙенә лә, балаларына ла һөт-ҡаймаҡ етерлек, ә Мәрхәм көндәр буйы өйҙә юҡ, нимәгә ул ике һыйыр? Бесән әҙерләүе генә лә бер афәт. Теткән йөнө ике-өс тоҡ йыйылды хәҙер, эшкәртеп өлгөрә алмай, бер көтөү һарыҡтың кәрәге юҡ... Тиҙ арала һуйҙыраһын һуйып, һатаһын һатып, малын бер һыйыр менән бәрәсле һарыҡҡа ҡалдырҙы ла аҡсаһын туҙҙырып ҡайтты Нуралия. Тәүҙә электр сәйнүге алды, кер машинаһы килтереп ултыртҡас, бигерәк күҙҙәре асылып китте. Үҙенә йәштәрсә матур кейем-һалым, косметика, крем-фәләндәр, китаптар алды. Ниндәйҙер төпкө аң мәжбүр итте һуңғыһына. Аңлай Нуралия: тышҡы ҡиәфәтте генә түгел, күңел торошон да рәткә һалаһы бар. Ихлас көлөргә лә, ҡысҡырып иларға ла һәләтһеҙ туң ағас халәтенән сығырға кәрәк. Тора-бара бер аҙ килеп сыға башланы һымаҡ, Нуралия күптән бәйләнештәр һирәкләнгән туғандары, дуҫтары менән осраша башланы. Иҫкеләренә яңы таныштар өҫтәлде. Элек иғтибар ҙа итмәгән күп кеше ихласлап әңгәмәләшергә, яңылыҡтар менән уртаҡлашырға тырыша. Төҫ-башына ҡағылышлы комплименттарҙы ла йыш ҡына ишетә.

Күптәргә кәрәк кеше Нуралия, күптәр уға һоҡлана, ярҙам кәрәккәндә йөк күтәрешер иптәштәре лә бар, тик... Йәне толҡа таба алмай. Өлгәшкәндәре — көткәне түгел, нимәлер бүтәнде талап итә күңеле. Нимәлер бүтәнде...

Шундай көндәрҙең береһендә өй ишеген класташы Гөлдәриә асып инде. Эстән бик ғәжәпләнһә лә, Нуралия тыштан белдермәне, сәйгә саҡырҙы, хәл-әхүәл белеште. Гөлдәриә электән уйнап-көлөп, йырлап-бейеп йөрөй торған көләкәс ҡыҙ ине. Мәктәпте тамамлағас, туп-тура Стәрлеләге “культпросвет”ҡа барып керҙе, уҡып сыҡҡас, ауылға ҡайтып клубта эшләй башланы. Төҫкә һаман шул янып торған күҙле, түңәрәк йөҙлө ҡара һылыу булып ҡалған. Тик электән дә нәҙектәрҙән булмаған буй- һыны тумырайып, тағы киңерәк йәйелгән. Гөлдәриә ипләп кенә уныһын-быныһын һорашты, Мәрхәм менән араларын да, балаларҙың сирләү-сирләмәүен дә, хатта һыйырҙың быҙаулаған-быҙауламағанын да белеште. Үткер күҙҙәре иһә баштан-аяҡ Нуралияны тикшереүҙә. Үҙенең һалпы яғына һалам ҡыҫтырыуҙы тыңлап ялҡҡас, Нуралия түҙмәне:

— Уратаһың да суратаһың, мине маҡтарға ғына килмәгәнһеңдер бит? — тип әйтергә мәжбүр булды. Гөлдәриә һөйләнеп туймаған, күрәһең, һүҙҙе үткәндәргә бороп ебәрҙе.

— Иҫләйһеңме, мәктәптә уҡыған саҡтарҙа концерт һайын, кисә һайын бергә йөрөй торғайныҡ. Бөтә халыҡты моңло тауышың менән шаҡ ҡатыра инең бит. Оҙон көй һуҙып ебәрһәң, ололар илашып ултыра торғайны хатта...

— Тиҫтә йыл үткән инде ул замандарға, ҡайҙан иҫеңә төштө әле, — тип ихлас аптыраны Нуралия. Сәхнә иҫенә төшкәс, йөрәктәре сымырҙап китте. — Сәхнәһеҙ тормош юҡ һымаҡ күренгән саҡтар бар ине бер заман...

— Эйе, — тип элеп алды Гөлдәриә. — Ошо хәтле төҫ-башың, шундай тауышың менән Мәрхәмде генә ҡарап өйҙә бикләнеп ултырыу енәйәт, Нура. Һин уҡырға, үҫергә тейеш инең, ауылдың данын күтәреп йөрөүсе берәү булырға тейеш инең! Уҡып бөтөр-бөтмәҫтән кейәүгә сыҡҡан булып, балаға батып, һыйыр артына ҡарап, ерҙә соҡсоноп ғүмер үткәрәһең!

Ҡыҫҡаһы, Нуралияның тетмәкәйен тетеп ташламаһынмы Гөлдәриә бер заман.

— Шул алкашҡа сыҡмаһаң, ултырып ҡалырмын, тип ҡурҡтың микән, ә? “Мөхәббәт” тип мейемде орма ла, ышанмайым да мин һиңә! Үкенмәйем, тип тә ауыҙ асма!

— Үкенеп нимә эшләйһең инде, Гөлдәриә, — тине Нуралия, үҙе күҙ йәштәрен күрһәтмәҫтән тәҙрә яғына боролдо. — Үткән ғүмер үткән инде, кире ҡайтарып булмай...

— Ҡайтарып булмай, төҙәтеп була, — тине Гөлдәриә, асыу-ярһыуҙан ҡапыл яғымлы-йомшаҡ тонға күсеп. — Беләһеңме, быйыл “Ғәлиәбаныу”ҙы ҡуйырға тип уйлап йөрөй инем. Давай, һөрһөп ятма былай, төп ролгә саҡырам үҙеңде, репетицияға йөрөй башла. Уйлап ҡына ҡара: сәхнә, алҡыштар, ижад ҡомары! Ғәлиәбаныу — һәр артистканың хыялы бит ул, Нура! Балаларың өләсәләрендә, һыйырың быҙауламаған, Мәрхәмең сәғәт-минутына ҡайтып ашарға даулап ултырмай, в чем проблема?

Көтөлмәгән тәҡдимгә аптырауҙан, Нуралия ни әйтергә лә белмәне.

— Ә китапханасы Әнисә һуң? Бөтә йырлы ролдәр уныҡы ине бит?..

— Ҡырҡҡа етеп бара бит ул, Нуралия, уның тоҡос кәүҙәһе менән ниндәй Ғә-лиәбаныуҙы уйнау ти инде.

- Ә үҙең һуң?

— Бөтә ойоштороу, гастроль, суфлер эштәре бер үҙемдә. Етмәһә, Ғәлиәбаныуҙың әсәһе роленә Зәйтүнә апайҙы саҡырғайным, бигерәк ышанысһыҙ кеше. Репетицияларҙы ҡалдырмай йөрөй-йөрөй ҙә, инде көнө килеп етһә — юҡ. То балаларына китә, то балнисҡа кереп ята... Шуға шым ғына үҙем дә һүҙҙәрен ятлай торам, дублер булырға тура килеүе бар. Ярар-ярар, ҡойроҡто һыртҡа һалма, төҫөң бар, тауышың бар, уйнарға өйрәнерһең, ваҡ ауылдарға йөрөгәндә шымараһың ул.

— Ҡурҡам бит әле, — тип шикләнде Нуралия.

— Что за ҡурҡыу ти ул, Нура! — тип ҡаш төйҙө Гөлдәриә. — Һин үҙеңдең генә түгел, ауыл даны хаҡында уйла! Халыҡ театры исемен алырға ҡасандан бирле тырышабыҙ, аңла! Әле өҫтән намек бирҙеләр, йәнәһе, “классика ҡуйһағыҙ, күмәк кеше йәлеп итһәгеҙ, яңы исемдәр асылһа, бәлки...” Шундай шансты ҡулдан ыскындырып булмай ҙа инде?

***

...Ҡараңғы буш зал. Ут — тик сәхнәлә генә. Үҙенә башҡа серле һауа хөкөм һөрә бында. Репетицияға тәүге көн килгәнендә Нуралия ошо сәхнә һауаһын үпкә тултырып танһыҡлап һуланы. Ни тиклем һағынған булған ошо ижад, илһам донъяһын! Нисә йыл халыҡ араһына сыҡмау үҙенекен иткән — оялдыра, тауыш та “ултыра” төшкән, һүҙҙәр йүнләп иҫтә ҡалмай. Аҙна-ун көндән саҡ “Хәлил” менән танышты. Репетиция тамамланып, башҡаларҙың таралышҡанын саҡ көтөп алды ла Гөлдәриәнең бүлмәһенә йүнәлде. Барып та керҙе, үпкәһен дә белдерҙе:

— Гөлдәриә, һин минән көләһеңме әллә? Ул мәктәп балаһы алдында мин бит. әбей!

— Әкиәтеңде һөйләмә, Нура! — тип ҡырт киҫте Гөлдәриә. — Һиңә оҡшамай тип, һаман сәстәренә сал төшкән Фәнүр ағайҙы егет роленә ҡуя алмайым бит инде. “Хәлил”гә килгәндә инде... Һинән бер башҡа бейек, сиҡыт та түгел, ун етенсе йәш киткән үҙенә. Ана, Салауат Юлаев ул йәшендә өс бисә алған, ти. Һинең дә буй-һының бына тигән, йәш күренәһең. 25 йәште әбей ти башлаһаң.

— Миңә барыбер ҡыйын. Улай уйнай алмайым. Бик булмаһа, Ғәлиәбаныу роленә лә берәй уҡыусы ҡыҙыҡай тап.

— Ярай, Нура, — тип уфтанды Гөлдәриә. — Премьераны үҙебеҙҙә түгел, күрше ауылда ҡуйырбыҙ, һине әле белмәгәндәр алдында. Халыҡ нисек ҡабул итер, шуға ҡарап хәл итербеҙ.

Ике-өс көндән Нуралия балалары менән урамында уйнап шаярғанда, тағы Гөлдәриә килеп керҙе. Хужабикә сәй ҡуйырға сыҡҡан арала Моратын бейетеп, Нәркәсен йырлатып концерт номеры ла ойоштороп өлгөрҙө. Ишек уйымынан ғына Гөлдәриәнең мәж килеүен ҡарап бер талай ғәжәпләнеп торҙо Нуралия. “Шул тиклем һәр береһенә сөй таба бит әле ул, — тип һоҡланды. — Кәрәк ҡылын сиртә лә үҙ ҡурайына бейетә.”

— Кейәүгә сығырға кәрәк, Гөлдәриә, үҙендекеләр булыр, әйҙә, йырлатырһың да, уйнатырһың да. Ҡалай үҙеңә бала һөйөү килешеп тора!

— Кит әле, бала һөйәм тип кенә ирҙең һаҫыҡ нәскиҙәрен йыуып ултырмаға. — тип фырылданы Гөлдәриә. — Утыҙға етмәйенсә кейәүгә сығыу хаҡында уйлау юҡ индеү!

— Йәш бит бара, һаулыҡты ҡайғыртырға кәрәк...

— Һаулыҡ өсөн бар ул минең, — тине мәғәнәле генә итеп Гөлдәриә. — Кәрәк саҡта осрашып торабыҙ.

— Ә ниңә, улайһа, сыҡмайһың һуң? — Эстән ныҡ ғәжәпләнһә лә, һорамай ҡалманы Нуралия.

— Эй, Нура, үҙең уйлап ҡара. Әле үҙ зарплатам ашарға, кейенергә етеп тора, әсәй ҡарсыҡҡа ла, туғандарға ла бүләк-фәлән алырға ла арта. Ә тегеләй? Сыҡтың, ти, һинең һымаҡ, йылдар буйы бер тин дә килтермәгән колхозникка, шул зарплатаңа уны ашат, уның балаларын аҫра, уның нәҫелен ҡайғырт...

Нуралия өндәшмәне. Кем-кем, ә ул белә инде бер пар носки һатып алырға ла аҡса булмаған саҡты. Барлыҡ — яраштыра, юҡлыҡ — талаштыра, тип уларҙың ғаиләһе хаҡында әйткәндәрҙер инде, бөтә низағтар шунан башлана. Өсөнсө көн генә әле Мәрхәме май һорап ултыра.

— Эс майыңды ҡырҡып аша! — тип йәне көйөп әрләште лә китте Нуралия. Әйтерһең, ул юҡта балалары менән тәмле-татлы ашап ултыралар. Барлы-юҡлы пособиеһына май, соус, шоколад, колбаса һымаҡ нәмәләр алып торһа, нимәгә йәшәмәк кәрәк? Аллаға шөкөр, Нуралияның таҫтарлығы арҡаһында бурысҡа батҡандары юҡ, ас та ултырмайҙар. Әммә куртка, ботинка кеүек кейем-һалым алыу ҙур проблемаға әйләнә. Кайҙа инде пальто-бүрек хаҡында хыялланыу...

Уйҙарын Гөлдәриә бүлде:

— Нура, нимә булды? Ниңә репетицияларға килмәйһең?

— Ир менән аралар ығыр-шығыр бит. Әйләнгән һайын һүҙ сығара, “нимә тип йөрөйһөң, түләйҙәр мәллә” йә “үҙеңә берәйһен таптың мәллә” тип...

— Беткә үс итеп, туныңды утҡа яҡмайҙар индеү, Нура! “Эйе шул” тип тор, аҡланып маташма. Һине ташлап ҡайҙа бара, кемгә хәжәт ул? Которор-ҡоторор ҙа тымыр. Әҙерәк көнләштереп алыу ҙа кәрәк, бигерәк ҡәҙереңде белмәй бит. Берәү булһа, йәштән кәләш алғас, әсеүен күптән ташлап, ғүмерен ғаиләгә, балаларға, донъя көтөүгә арнар ине. Ә ул һаман үҙен буйҙаҡ кеүек күрә...

— Шуға спектакль тип йөрөргә лә күңелем төшмәй бит, илағым килеп тик тора. Балалар менән генә йыуанам...

— Стоп, бына күҙ йәштәреңде премьераға һаҡла. Күҙ алдыңа ғына килтер: Хәлил ята “үлеп”, ә һин “Мәрхәм йөрөй әсеп, аҡса юҡ, ботинкамдың табаны ҡубып төштө” тип түгелеп илайһың. Бөтә халыҡ “ысын итеп илай бит әлеү, вәт килештерә!” тип аһ итә, үҙҙәре лә һиңә ҡушылып һыҡтай...

Был күренеште күҙ алдына килтереп, икеһе лә шарҡылдап көлөп ебәрҙеләр.

— Һин, Нура, коллективты улай подводить итмә. Берәй аҙна-ун көндән күрше ауылда ҡуйып ҡарарбыҙ, мезансценаларҙы һөйләшергә, ҡабатларға кәрәк. Өйөңдә һытылып ултырғансы, “Хәлил”гә ғашиҡ булырға әҙерлән! Шундай матур малай таптым һиңә, кәнфитме ни, шуның ҡәҙерен белмәйһең.

— Ул “кәнфит” булыу менән... Эстән генә, таптылар ‘Ғәлиәбаныу”, тип мыҫҡыл итеп йөрөйҙөр әле...

— Эй, иҫәр-иҫәр! Тамам баҫҡан икән дәһә һине Мәрхәм?! Белгең килһә, ул малайҙы ошо ролгә ниндәй ауырлыҡ менән ҡоҙалағанымды! Ҡалай ғына юхалаһам да, ыҡҡа килмәй ҙә ҡуя. “Ғәлиәбаныуығыҙҙы кем уйнай һуң, һаман шул Әнисәгеҙме?” — тип һалды. Шунда һиҙеп ҡалдым да инде тегенең дәртһеҙлек сәбәбен.

Һин репетицияға йөрөй башлағас, ҡабат һөйләштем, малай риза булды! Так что, иҫәрләнмә, егеттәргә оҡшарлығың бар, тимәк! Дүрт стенаға үҙенде бикләмә, йөрө. Былай ҙа, клуб һыуыҡ тип, һеҙҙе йәлләп, йырлатып йонсотмайым бит. Әйткәндәй, тауышыңды шымартаһыңмы әле, тының етәме?

— Өйҙә көнө буйы йырлап йөрөйөм инде былай...

— Йырла-йырла, тамағың асылһын, әммә артыҡ көсәнмә лә, тауышың өҙөлөп ҡуймаһын берүк.

Гөлдәриәнең килеп киткәненән һуң Нуралия байтаҡ көҙгө алдында иҫәңгерәп торҙо. Ҡара һин уны, “оҡшата” тиме? Ике бала тапҡан ҡатын башың менән йәш егеткә оҡшап буламы икән ни ул? Шул хәбәр ҡолағына май кеүек яғылды бит әле... Йөрәк һаман шулай ун биш йәшлек саҡтағы кеүек тик тора микән ни? Ә Нуралияның үҙесе, үҙе оҡшанымы һуң “егет”кә? Күк һаҡалыңды үҙеңдән йәшереп буламы ни?! Башҡаларға “юҡ, оҡшамай” тип күпме генә танау йыйырма, алдарһың күңелде! Тәүҙә “ниндәй матур малай” тип кенә уйлап ҡуйһа ла, бер ҙә ҡусты, энекәш итеп ҡарау түгел ине был. “Аһ, мин дә шулай йәш булһамсы” тигән үкенесме, көнләшеүме, әллә үткән ғүмергә үпкәләүме?.. Йөрәгенең “терт” итеп ҡалғанын да иғтибарламамыш булыр, хистәрен ауыҙлыҡлар ине Нуралия, әгәр... Әгәр “Хәлил”е уға “апай” итеп ҡараһа, балалығына барып ғашиҡ булыуҙы уйнарға тартынһа, арала мотлаҡ дистанция һаҡлаһа... Юҡ шул, юҡ! Тәүҙә бер нәмә лә һиҙмәне Нуралия, аҙаҡ иғтибар итһә, бәй, ҡасан ҡарама, “Хәлил” уның эргәһендә уралана, имеш. Тамаша залына төшөп башҡаларҙың уйнауын ҡарағанда ла, Гөлдәриә урынына суфлер булып ултырһа ла, минутында тыуған фекерен уртаҡлашырға эргәһендә шул малай була икән... Етмәһә, уйҙары ла тап килә, хатта ҡайһы саҡ икеһе бер үк һүҙ менән хәбәр башлайҙар. Нуралия уның менән аралашыуҙан, гүйә, балалығына ҡайта: бер-береһенең ҡолағына ғына ниндәйҙер сер һөйләшкән булалар, юҡ-бар нәмәнән ҡыҙыҡ табып шырҡ-шырҡ киләләр, сәхнәнән фойеға баҫтырышып йүгереп сығып китәләр...

Премьераға аттарға тейәлеп барҙылар. “Ҡурҡҡан эш хәйерле була” тигәндәре дөрөҫтөр. Нуралия ныҡ борсолған ине: ҡаушауҙан һүҙҙәрен дә онотормон, тип тә, һыуыҡта йөрөп тауышым ҡарлығыр, тип тә. Әберкәле күлдәктәр кейеп сәхнәгә сығып баҫҡайны, донъяһын онотто. Гүйә, ул — Хәлил тип өҙгөләнгән ып-ысын Ғәлиәбаныу, әйтерһең дә, сәхнәләге яҙмыштар түгел, уның үҙ тормошо пыран-заран килә... Хәлил менән осрашҡанда йөрәге дарҫлап тибә, йыр башлағанда эсе-тышы моң менән мөлдөрәмә... Уның Ғәлиәбаныуы ни тиклем нәфис, хиссән булһа, Хәлил иһә ҡатҡыл холоҡло, ғорур, киң күңелле сибәр ир-егет ине. Һәм шул бер етешһеҙлеге булмаған кешене кем яуызы “үлтереп” киткәндә иң бәхетһеҙ ҡатын-ҡыҙ ине ул. Ҡәҙерле кешеһенең кәүҙәһе өҫтөнә һығылып төшкән Ғәлиәбаныуҙы йәлләп залдағыларҙың күҙенә йәш төйөлә, йомшағыраҡтары күптән инде мыш-мыш килә...

Премьераның уңышлы башланыуынан, халыҡтың спектаклде бик йылы ҡабул итеүенән әртистәрҙең кәйефе күтәрелде. Инде тағы ниндәй ауылдарға барырға, етешһеҙлектәрҙе лә, уңышлы урындарҙы ла уртаға һалып һөйләшеп, завклубтың әҙерләгән сәй-мәйен эсеп бик һуң ҡайттылар. Күктең нисәнселер ҡатында илһам ҡанаттарында осоп йөрөгән Нуралия, ҡараңғы, һалҡын өйөнә ҡайтып кергәс, “шап” итеп ергә төштө. Балалары өләсәләрендә ине, ә Мәрхәм һаман “эштән ҡайтмаған”.

Етмәһә, бесәй аламаһы ишекте асып сығып киткән дә, өй эсе тыштағы һауа менән бер сама булып һыуынған. Төнө менән мейескә ут яғып, юрған эсендә дер ҡалтырап ятып, таңға ғына ойоп китте. Тәбиғи, ижади үрҙәр яуларға кәре ныҡ ҡына кәмене. Кәүҙә тигән субстанцияны түшәктән йыйып алып иҙәнгә баҫтырғансы хәле бөттө. Күңеле тағы битарафлыҡ баҙына тәгәрәне. Бер ни ҙә кәрәкмәй ошо минутта. Бөтә донъяһының аҫты-өҫкә килмәй микән!.. Үҙен-үҙе мәжбүр итеп кенә йөрөнө көн буйы. Мәрхәм, һәр ваҡыттағыса, өнһөҙ-тынһыҙ ҡайтып керҙе. Ҡайҙа булған, кем менән, ниңә — ләм-мим. Нуралия ла, һыртын ҡабартып торғанлыҡтан, ауыҙ асып бер һүҙ өндәшмәне. Шулай икеһе ике башта ҡаңғырып тағы көн үткәрҙеләр...

Күпмелер ваҡыттан шуны аңланы Нуралия: репетиция, гастроль ваҡытында ғына йәшәй башлай икән дәһә ул. Ҡысҡырып көлә, теленә үткер фекерҙәр килә, шулай шаярып бөтә коллективтың кәйефен күтәрә. Тағы шуға инанды: “Хәлил”де ныҡ һағына икән, уны күрер өсөн генә, йылмайыуы, бәрхәт тауышы өсөн генә йөрөй спектакль тип. Был асышҡа бер тетрәнһә, үҙенең ни тиклем боҙоҡ уйҙар уйлай алыуына икенсе яҡтан тетрәнде.

Уныһы былайыраҡ булды. Һалҡын ауыл клубында сәхнәгә сығыу ваҡытын көтөп, йоҡаҡ ҡына ситса күлдәктә Нуралия ныҡ өшөнө. Арҡаһы буйлап һыуыҡ үрмәләй башлағас, “йылыт әле” тигән булып “Хәлил”гә һыйынды. Уныһы, оялып ситкә китәһе урынға, ҡосаҡлап алмаһынмы! Хәҙерге йәштәрҙең ҡыйыулығына Нуралия икенсе тапҡыр аптыраһа, үҙенең тәненең кисерешенә бер аптыраны. Балауыҙҙан былай иреп төштө шул ҡосаҡтың ипкененә йәш ҡатын, сәс төптәренә, аяҡ бармаҡтарына тиклем быуынһыҙлатып, ләззәтле тулҡын йүгереп уҙҙы... Күптән, бик күптән иркәләнгәне, наҙға илергәне юҡ икән дә баһа! Ире лә бар һымаҡ, ә ул туң ағас тек тә туң ағас... Һин нимә эшләйһең, Нуралия, тине үҙ-үҙенә, никахлы ҡатын, балалар әсәһе бит һин, ни хаҡың бар шундай хистәр кисерергә?! Етмәһә, ошо сабый ғына балаға?! Улай уҡ сабый ҙа түгел — ирене өҫтөндә бәпкә йөнө ҡалҡҡан, ҡарашында — ут...

Үҙен-үҙе аңлай алмай ғазапланыуҙары шулай башланды Нуралияның. Ҡалай хаҡ, ҡалай яңылыш? Нисек тура һуҡмаҡ табырға? Иреңдән башҡа кеше тураһында уйлау, ҡағылыуынан тартынмау гонаһ түгелме ни? Әллә уның бығаса әхлаҡлы булыуы тәрбиә вәсвәсәһе генә микән? Бәлки, ысын Нуралия ҡап-ҡара, боҙоҡ, аҙғын бисәлер? Әлеге осрашыу әҙәп-өгөттө туҙан урынына ямғыр булып йыуып төшөргәндер? Үҙ-үҙе менән оҙаҡ тартҡылашырға, бәхәсләшергә тура килмәне. Ни булһа — шул булһын тип, ҡул һелтәп тормош йырҙаһынан тыпырсынмай, көсәнмәй генә ағып китте.

Бына һуңғы көн. Спектаклде район үҙәге сәхнәһендә ҡуйып, сезонды тамамлаясаҡтар. Шулай итеп, Нуралия менән “Хәлил”дең аңлайышһыҙ мөнәсәбәтенә лә нөктә ҡуйыласаҡ. Ике ай буйы йәш ҡыҙ булып йөрөү тамам. Теләһәң-теләмәһәң дә, елкәгә яҙғы мәшәҡәттәр өйөләсәк: ҡаҙыу-сәсеү, утау-ашлау, мал-тыуар, таңдан төнгәсә эш вә эш...

...Сәғәт бишкә клуб алдына барып еткәнендә, район үҙәгенән автобус килгән, реквизиттар тейәлгән, унан башҡа бөтәһе лә урындарына ултырып бөткән ине инде. Гөлдәриә асыуланырға тип ауыҙ асһа ла, төп героиняның кәйефен төшөрөүҙең хәүефле икәнен аңлап, арлы-бирле шелтәләп кенә алды:

— Комбайн урынына йөрөп, бушамағанымды беләһең бит — үҙем дублер, үҙем суфлер, үҙем билет һатыусы, тигәндәй. Исмаһам, нервыларымды ҡаҡшатмаһаң икән?

Әллә осраҡлы, әллә юрый, буш урын — иң артта, “Хәлил” янында ғына ине, Нуралия шунда үтте. Үҙе үҫмер ҡыҙҙай тулҡынлана, йөрәге күкрәк ситлегенә һыймаҫтай булып тулай. Юл буйына ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа юҡ-бар хәбәр һөйләшеп барҙылар. Биткә-бит, ҡулға-ҡул тейеүҙән тертләп китеүҙәрен һиҙмәмешкә һалыштылар. Район мәҙәниәт һарайына барып етеп, әйберҙәрҙе урынлаштырғас, әҙерәк ваҡыт барлығынан файҙаланып, ҡасаба күрергә сығып киттеләр. Дөрөҫөрәге, юҡ-бар сәбәп табып, икеһе ике ишектән сығып ҡасты. Шул арала “Хәлил” тәҙрә гөлдәренең береһенең сәскәһен өҙөп алып киткән, бүләк иткән кеше булды. Үҙҙәренең шуҡлығына күңелдәре булып көлә-көлә, аллея буйлап етәкләшеп йүгерҙеләр. Нуралияның аяғы тайып китеп, үҙе яңылыш егеттең ҡосағына барып ингәс, туҡтап хәл алдылар, бер-береһенең кепкаларын танауҙарына тиклем батырып, шаярышып “һуғыштылар”. Уларға һоҡланыпмы, көнләшепме йылмайып ҡарап торған урам һатыусыларынан туңдырма алып ашанылар. Нуралияның: “Ә тауыш?” — тип ҡаш сөйөүенә, тегеһе ғәмһеҙ генә: “Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаеваның фонограммаһына ауыҙҙы асып-ябып торорбоҙ әле, бик булмаһа”, — тип көлдөрҙө. Шунан кире мәҙәниәт һарайына киске спектаклгә әҙерләнергә йүнәлделәр...

...Ҡара ҡашым, ҡарлуғасым,

Ғәлиәбаныуым-һылыуым, иркәм,

Кем бәхетенә үҫтең һин?..

Иҫкәрмәҫтән, әллә ниндәй һағыш-һыҡрау менән һығылып сыҡты был юлы йырҙары...

Ҡайтышлай әүәлге урындарына ултырҙылар. Шофер салондағы утты һүндереүгә, үҙен ҡымтып ҡосаҡлаған “Хәлил”дең яурынына башын һалып ойоп китте. Ҡыйыр- ҡыймаҫ ҡына иркәләү һиҙеп уянды ул. “Хәлил” бармаҡ остары менән генә ҡағылып ҡул һыртын, беләҙеген һыйпай ине. Тейер-теймәҫ кенә ҡағылыуға ҡаны ҡайнарланып, тәненә рәхәтлек тулҡыны таралды. Шул асышҡа шаңҡыған Нуралия уяныуын белдермәне, ә, артабан нишләргә, тип аптырап уйланы. Аҡыл: “Ҡулын ситкә ҡуй, башыңды яурынынан ал, ҡырыҫ ҡына бер һүҙ әйт”, — тип быуаһын йырып ташып аҡҡан хис-кисерештәрҙе урынына ултырырға маташты. Ә бығаса ҡайҙалыр ситлектә ятып, үҙенең донъяла барлығын да һиҙҙермәгән ҡайнар ҡатын тәбиғәте, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән уянып китеп, күңелгә күптән оялаған шайтансыҡтар иркенә бирелде. “Беҙ тик бөгөнгә генә, — тип һикереште улары. — Иртәгә тағы аҡыллы Нуралия булырһың... бәлки...”

Артабан нисек йәшәргә һуң Нуралияға? Айырылышырғамы? Шунан нимә булырын күҙ алдына килтереп ҡараны. Ата-әсәһе “әйттек беҙ...” тип ҡолаҡ итен ашай башлар. Мораты менән Нәркәсе: “Атай ҡайҙа, ҡасан ҡайта?” — тип таптырырҙар. “Килен”, “еңгә” тип бығаса өҙөлөп торған туғандары аҡайып ҡырын ҡарар. “Мөхәббәткә маңҡа ҡамасауламай” тип “Хәлил”е менән осрашыр. Бәлки, йортҡа ла индерер. “Күҙ нурылай ғына улымды аҙҙырҙы, әшәке бисә”, — тип әсәһе ҡарғар. Ярай, кеше һүҙен дә үткәреп ебәрҙеләр, ти. Ә аҙаҡ? Аҙаҡ, ун йылдан, Нәркәсе 15 йәшлек булып буйға тартылғас, әлеге Нуралия шикелле, “Хәлил”дең күңеле аҙһа?.. Тәүбә-тәүбә, әстәғәфирулла! Йәш ҡатын белгән доғаларын иҫенә төшөрөп уҡынып алды. Ҡылған гонаһтарың юғалмаҫ, иң һөйөклөләренең яҙмышын ҡарайтыр...

Туң ағас халәтенән арығас, Хоҙайҙан мөхәббәт биреүен үтенеп һорағайны Нуралия. Әле аптырай, ниңә һорағаны бойом була ла булыуын, ә күңеле бер ҙә бөтәймәй икән?

***

Ҡулындағы фотоһүрәткә тағы текләне. Булған бит бәп-бәхетле, бөп-бөтөн Нуралия, булған! Тик тормоштоң ҡайһы һикәлтәһендә арбанан төшөп ҡалды икән һуң ул? ...Тәүге мөхәббәте ине Мәрхәм. Иң-иң тәүге, әле ул йөрәкте семерҙәтеп үткән тойғоноң ғашиҡлыҡ икәнен дә белмәгән ваҡыттағы, иң сафы...

9 -10 йәштәрҙер Нуралияға, иртүк күҙҙәрен тырнап асып тороп ултыра. Үҙенсә ҡупшыланған була, үҙе күҙен ишектән алмай. Көн һайын уларға иҫ киткес һөйкөмлө, сибәр ағай килә. Шуны күреп ҡалыр өсөн генә иртә тора ҡыҙсыҡ, мәктәпкә ҡабаланмай. Бына ишек уйымын кәүҙәһе менән тултырып теге ағай килеп инә, уға йылмая, атаһын һорай. Эске яҡтан өй хужаһы килеп сыҡҡас, ул етдиләнә, атаһына ниндәй эшкә, ҡайҙа, нимә алып барырға икәнен әйтә лә сығып та китә. “Әйбәт егет, яңы бригадир, — тип ҡайһы саҡта һөйләнеп ала атаһы. — Йәш булһа ла, эш рәтен дә, һүҙ рәтен дә белә...”.

Мин ҙур апай булһам, — тип хыяллана бәләкәс Нуралия, — ошо ағай менән йөрөр инем”. “Йөрөү”ҙең нимә икәнен тәғәйен белмәй әлегә, әммә ҙур апайҙарҙың үҙ-ара шым ғына һөйләшкәндәрен ишеткәне бар. Аҙаҡ Мәрхәм исемле сибәр ағай уларға килмәй башланы, бригадирлыҡтан баш тартып, тракторға ултырған. Бик-бик һирәк күрә уны хәҙер Нуралия, унда ла алыҫтан ғына. “Уның менән бер өйҙә йәшәгән кешеләр ниндәй бәхетле, — тип көнләшә. — Улар уны көн һайын күрә, һөйләшә...”

Ваҡыт үтеү менән балалыҡ хистәре тоноҡланды, үҫмерлектең үҙ проблемалары, үҙ хәстәрҙәре. Әммә мәктәпте тамамлаған йәйҙе еткән ҡыҙ менән ҡарт буйҙаҡ Мәрхәм осраҡлы ғына осрашты, һөйләшеп киттеләр... Уҡырға керер өсөн ҡалаға сығып китергә торған Нуралия яҙмышын башҡа һуҡмаҡҡа борҙо. Эйе, үҙе теләп. Мәрхәм уның хыялындағыса тыныс, аҡыллы, күпте кисергән кеше ине. Аҡты ҡаранан айыра белмәгән йәш ҡыҙҙың тәжрибәһеҙлегенән дә файҙаланманы, юҡ. Аҡылына килергә өгөтләп маташты: “Һин әле йәш, аҙаҡ үкенерһең, тиңдәштәреңә күҙең төшөр. Йөрәгемде, күңелемде бөткәнсе әүрәтеп алырһың да бер көн ташларһың да китерһең... ә мин унан һуң нисек йәшәрмен? Ундай тетрәнеүҙе тағы бер тапҡыр кисерә алмаҫмын инде мин...“ Нимә тип яуапланы һуң Нуралия?

— Мин һинең менән бөгөн бәхетле, — тине. — Әйҙә, киләсәк өсөн ҡайғырмайыҡ, бәхетле булып тик торайыҡ. Биш йылмы, унмы — барыбер.

Ысынлап та, тормош тәүҙә әкиәттәгесә барҙы. Иртән секундына тиклем бергә генә уяналар. “Мин һине яратам!” “Мин һине яратам!” Һәр көндө иң беренсе ишеткән (һәм әйткән) һүҙе ошо була Нуралияның. Көнө буйы һағынып, әйләнгән һайын тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөп Мәрхәмен эштән көтөп ала. Төнгө берҙә ҡайтамы, өстәме — барыбер, тора һалып ҡаршыларға сығып йүгерә. Бысраҡмы Мәрхәм, еүешме, һаҫыҡмы — һиҙмәй ҙә, муйынына барып аҫылына. Шулай донъяларын онотоп ҡосаҡлашып бер талай торалар. Мәрхәм йоҡлап киткәс тә әле Нуралия уға йотолоп ҡарап ултыра — күреп танһығы ҡанмай. Уның күкрәгенән сыҡҡан һауаны һулап йоҡлап китә, һағынып уяна... Мәрхәмдең дәү, ҡайышланып ҡатҡан көрәктәй ҡулдарын үҙенең наҙлы битенә ҡуя, үбә. Иренең ҡайһы саҡта, иртәрәк ҡайтып, телевизор ҡараған сағы була. Осоп йөрөп кенә эшен бөтөрә һала ла Нуралия уның янына килә, Мәрхәмдең тубыҡтарына башын һалып, аяҡтарын ҡосаҡлап иҙәндә ултыра. Йөрәге наҙға тулы мөлдөрәмә, тормошо түп-түңәрәк. Мәрхәм уға ағай ҙа, атай ҙа, ул да, дуҫ та, һөйәр ҙә, һулар һауа ла, бөтә донъя ла — барыһы ла, барыһы ла... Тәүге бәпестәрен алып ҡайтҡан көн. Утыҙ дүрткә етеп атай булған Мәрхәм юл буйына ҡәҙерле төргәгенән күҙен айыра алманы. Карауатҡа юрғанын асып һалғас, мыш-мыш йоҡлап ятҡан бәләкәс кенә йән эйәһен ҡарап күңеле тулып китте. Дәү, оло иренең күҙҙәрендәге мөлдөрәмә йәштәрҙе үбеп ҡоротҡан сағында күңеле менән шуны аңланы Нуралия: Хоҙай уға ике бәпес биргән. Береһе — аҡ биләүҙә тулап ятҡаны булһа, икенсеһе — ошо ҡырыҫ йөҙлө, уҫлаптай кәүҙәлеһе икән. Ә ул йәш булһа ла — әсәй, тимәк, бала өсөн иң көслө кеше, яҡлаусы, аңлаусы... Мөхәббәттең сираттағы, юғарыраҡ баҫҡысына күтәрелеүҙәре ошо булды. Әйләнгән һайын “яратам” тип ҡабатлауҙар дәүере үтте, Нуралия өлкәнәйҙе. Бала ҙурайған һайын тынғыһыҙланды, күберәк иғтибар талап итте. Көнө буйы мәж килеп арыған Нуралияға төндә лә тынғы бирмәй — имсәк талай. Мәрхәмдең эштән һуң ҡайтыуы ла, һирәкләп ҡыҙмаса булыуы ла теңкәгә тейә башланы. Бала йоҡоһонда ял итергә ятҡан ҡатынын йә ашарға, йә мөхәббәт таптырып тартҡылай. Ә Нуралия бер һүҙгә лә ҡыҙып бара, ирен ярҙамлашмауҙа, уны аңламауҙа ғәйепләй, асыулана. Балаһы имсәк ташлағас, ниһайәт, иркен тын алды, ниһайәт, әҙерәк ял итте. Ире менән аралары ла яйланды, яраштылар, яратыштылар... Икенсеһе тыуғансы...

Мәшәҡәт һаман арта барһа ла, Мәрхәм һаман элеккесә эштән бушаманы, эсеүе йышайҙы. Тора-бара Нуралия ла бөтәһенә бер үҙе йүгереп арыны. Шулай итеп, яратҡан кешеһенең тик етешһеҙлектәре генә күренә башланы. Иренең ҡылығына яуап итеп әрләшергә, тора-бара үсегеп һыртын ҡуйып ятырға, аҙналар буйы һүҙ ҡушмаҫҡа өйрәнеп китте. Мәрхәм тәүҙә уның әрләшеүенә иғтибар итмәне, тартҡылашыуына ҡарамаҫтан, ҡармап ҡосаҡлап ала ла йоҡлай ҙа китә ине. Аҙаҡ һаман нығыраҡ ҡырыҫланған ҡатынынан алыҫайҙы. Ҡайһы саҡта ғына “Эй, Әлиүккәйем” тип уфтанып ниҙер аңлатырға маташты маташыуын. Бер заман, сираттағы эсеп ҡайтыуында, Нуралияның түше шешеп һыҙланып ятыуына иғтибар ҙа итмәй, бәйләнеп йонсотто: “Яратам, тип әйт әле, Әлиүк. Яратмағаныңды беләм инде, шулай булһа ла, тыш күңелеңдән булһа ла әйт әле, зинһар. Алдай алмаһаң да, шулай тип алда әле мине бер, яратам, тиң”. Әллә ярты төнгә тиклем инәлде инде. Теш араһынан һығып сығара алманы шул һүҙҙе Нуралия. “Һин үҙең мине яратмайһың. Яратһаң, ошолай итеп әллә ҡайҙа, әллә кем менән эсеп йөрөмәҫ инең, исмаһам, балаларыңды уйлар инең!” — тип ҡаршы битәрләне лә китте. Хаҡ һорап мөхәббәт бирергә фәхишәме ни Нуралия?

...Хәтирәләренең ошо урынына еткәс, шул саҡтағы ҡылығынан оялып, күҙҙәрен ҡапланы ҡатын. Мәрхәм, хәләл ире, шулай ямаулыҡ теләнгән хәйерселәй уға инәлеп торорға тейеш инеме ни? Йәнәһе, Нуралияның кәйефе юҡ. Түше шешеүе лә, арыған- йонсоғанлығы ла хәҙер онотолған. Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, ауырлыҡҡа бирешеп бармай, сыҙай ала. Тәкәбберләнеп иренең күңелен ҡыйыу Нуралияға матурлыҡ өҫтәмәгән. Ә хәҙер ултыра бәхетһеҙлегенә зарланып. Оло хистәрен ваҡ-төйәк менән киткеләп бөткән, бөртөкләп һаҡлайһы урынға... Шул яҡтан Мәрхәм ир булып ҡала белгән. Бер ҡасан да ҡаршы ҡайтарып Нуралияның үҙен етешһеҙлектәре өсөн тәнҡитләмәне, яҙмышына зарланманы. Кайтыуына бешкән аш көтөп ултырмағанда ла асыуланманы, “Ярар, минең эшем шундай инде, ҡасан ҡайтырымды үҙем дә белмәйем бит”, — тиер ҙә ҡуйыр ине.

Һуңғы бер нисә йыл Мәрхәм ныҡ эсә. Көн һайын. Берәй көн эсмәһә, әшнәләре төн уртаһында килеп уятып, эсереп китә. Өйләнешкән саҡтарында оҙаҡ итеп бер-береһе менән һөйләшеп ултыра торғайнылар. Унда ла һүҙҙәре бөтмәй торғайны. Әле һөйләшеүҙәре “ашарға бир”, “өҫтөңдө алыштыр” тигәндән артмай. Һуңғы тапҡыр ҡасан үбешкәндәрҙер, иҫтә лә юҡ...

Эйе, ауыр Нуралияға, күңеле өшөп бөткән ошо тормоштарынан. “Ә бит Мәрхәмгә лә рәхәт түгелдер” тигән уй тәүгеһенән башына кереп тора. Балалары бәләкәйҙәр, уларға атай ҙа, әсәй ҙә әлегә иң яҡшыһы, иң матуры. “Беҙҙең атай ҙу-у-ур, ивитә”, — тип ғорурлана Нәркәсе. “Мин дә, ҙурайғас, атайым һымаҡ трактор йөрөтәм!” — тип хыяллана Мораты. Атайҙарын һирәк күрәләр — иртән әле уянмаған булалар, кис тағы йоҡлаған саҡтары. Бик тә булмаһа, Мәрхәм үҙе иҫерек һуҙылып ята. Шулай булһа ла — атай инде, балалары һағынып тора үҙен. Әлегә. Ә аҙаҡ? Хәйер, әлегеһен хәл итергә кәрәк. Шулай итеп, былай йәшәп булмай! Әммә айырылышыу — проблеманы хәл итеү түгел. Бер генә юл ҡала — был ҡара көндәр бығауынан ысҡыныу! Ә быны кем эшләргә тейеш? Әлбиттә, ул үҙе — Нуралия, көслө аҡыллы ҡатынмын, тип эстән ғорурланыу ғына әҙ, юғиһә...

***

— Ипләп, тапайһың даһа! — Алдын-артын ҡарамай, сабый күтәргән ҡатынды саҡ бәреп йыҡманы егет.

— Ғәфү итегеҙ, — тип дежур һүҙҙәр ҡабатлап юлын дауам итмәк булғайны, ҡатындың кем икәнен танып аҡрынайҙы. — Һаумыһығыҙ, байрам менән.

— Рәхмәт, һине лә.

— Кем була был?

— Ғәлиә булам мин, — тип сүселдәне ҡатын, ҡулындағы төргәккә наҙ тулы ҡараштарын төбәп.

— Ә-ә матур исем. Ә тегеһе? — Егет эйәге менән артҡа, Мәрхәмдең ҡулындағы сабыйға, ымланы.

— Уныһы Хәлил атлы баһадир була.

— Һм... Ҡыҙыҡ. — Егет бер аҙ тапанып алды, башҡа һүҙ тапманы, буғай. — Ярай, мин китәйем инде.

— Ярай... — Ҡатын һомғол кәүҙәнең алыҫлаша барыуын ҡараштары менән генә оҙатып ҡалды.

Ысынында иһә йөрәгендә лә, мейеһендә лә егеткә урын юҡ. Һуңғы бер йыл тетрәнеүҙәргә бай булды, шуға эмоцияларҙан арыған. Йөккә ҡалыуын белгәс Мәрхәмдең күтәрелеп-һуғылыуҙары ғына ни тора. Ниндәй генә һүҙҙәр менән кәмһетеп һүгеп бөтмәне Нуралияны... Әле ул ваҡиғалар ҡурҡыныс төш кеүек күренә, булмаған да һымаҡ. Яуап итеп рәнйетмәҫкә, үсекмәҫкә, енләнмәҫкә... Нуралия үҙенә биргән һүҙеңдә ныҡ торҙо. Үҙе рәнйемәгән — башҡаны рәнйетмәй, әле Мәрхәмгә ауырыраҡ, тип иренә сабырлыҡ теләне. Әҙерәк әйткән һүҙҙе аңларлыҡ дәрәжәгә етеп һыуыныңҡырағас, “үбешеүҙән ауырға ҡалмайҙар”, “елдән тапһам да, ат башындай мисәт һуғып, Мәрхәмдеке тигән документ тотторасаҡтар” тип ҡаршы әйткеләне шулай ҙа. УЗИ үтеп, игеҙәктәр буласағын белгәс, саҡ тынысланды Мәрхәме. Ауылда, нишләптер, игеҙәктәр тик уларҙың нәҫелендә генә тыуа шул.

Икеһенең дә яҙмышыңда ҡатмарлы осор булды был хәлдәр. Бала саҡ ауырыуҙарын ваҡытыңда кисермәһәң, өлкәнәйгәс ныҡ ауыр үткәрәһең, тиҙәр. Шуға ышанһаң, 14-15 йәшендә кисерәһе “ҡыҙылса”ны Нуралия әле үткәреп, иммунитет булдырып ҡуйҙы иңде. Ә Мәрхәм хәмер һемермәй башланы. Зарығып көтөп алған йән тыныслығы килде Нуралияға. Донъяның дүрт тарафы өйөнөң дүрт мөйөшөнә һыйҙы ла ҡуйҙы. Бер ҡайҙа ла сыҡҡыһы килмәй, көндәр буйы өйөндә мәж килә. Бөгөн, ярай, һабантуй күрмәксе, дөрөҫөрәге, Морат менән Нәркәстең теләгенә эйәреп сыҡмаҡ булдылар. Кем аҡыллыраҡ — шул. Ҡыҫҡаһы, үҙен бик аҡыллы бисәгә иҫәпләгән Нуралия пыран-заран килгән тормошон яңынан йыйырға тейеш булып сыға хәҙер. Аҡылы шулай ҡуша.

Әйтеүгә рәхәт... Ә көсө етерме һуң? Теге аҡыллы китаптарҙа ни тип яҙылған әле? Хоҙай “күтәрә алмаҫлыҡ йөк бирмәҫмен” тигән. Әгәр ошо “тау”ҙы Нуралияның өҫтөнә өйгән икән, йырып сығырлыҡ көсөн дә йәлләмәҫкә тейеш. Ҡасандыр Мәрхәмеңде аҡылыңды юйып ярата инең бит?! Хәҙер аҡылың менән ярат! Кеше булараҡ рухың һаман юғарыраҡ күтәрелмәй, камиллашмай икән, бәхет ҡошо осоп китергә әҙер генә тора түгелме? Тик... Нимәнән башларға һуң? Бына был туй фотоһын иң түргә, күренеп торған ергә элеп ҡуйырға кәрәк. Танауы төшөрҙәй тойолғанда ҡарап көс алыр. “Хәлил” мәсьәләһен кешесә өҙөргә кәрәк. Был мөнәсәбәттең мөхәббәт түгел, Нуралия тарафынан нәфсе ҡотороуы булғанын әйтер егеткә. “Мин һиңә түгел, үҙем бер ҡасан да күрмәгән-белмәгән ун биш йәшлек Мәрхәмгә ғашиҡ булдым бит ғәмәлдә”, — тип аңлатыр. Үҙеңдә ҡабат дәртле ҡатын-ҡыҙҙы уятҡаны, йәшәүҙәге хаталарын аңларға этәргес булғаны өсөн рәхмәт әйтер. Ысын күңелдән әйтер. Ә Мәрхәменән теге саҡтағы ҡылығы өсөн ғәфү үтенер, күңелгә көҙөк булып тормаһын. Һөйләшерҙәр, асыҡларҙар. Элек бит шулай, араларында берәй йөй килеп сыҡһа, һөйләшеп, аңлашып ҡуя торғайнылар бит. Ҡабат ошо дәү кәүҙәгә йәшенгән көсһөҙ, ҡырын ҡараштан да ҡурҡҡан малайҙы яратырға, хөрмәт итергә өйрәнергә, йәғни ысынлап та өлкәнәйергә кәрәк Нуралияға...

Рәйлә Сабитова.

vatandash.ru

Өлкәнәйеү (хикәйә)
Өлкәнәйеү (хикәйә)
Автор:
Читайте нас: