Дим буйҙары
+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ноябрь 2022, 07:07

Илдә икенсе урында

Башҡортостан туғыҙ айҙа экспортҡа 65,7 миллион доллалыҡ тауар оҙатҡан

Илдә икенсе урында
Илдә икенсе урында

Туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың 64 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты Экспортҡа ярҙам үҙәге ярҙамында 65,7 миллион доллар күләменә тиң 129 экспорт контрактын төҙөгән. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, АҠШ, Германия, Швейцария һәм башҡа илдәр республиканың тышҡы сауҙа уҙаҡташ предприятиеларына әйләнгән. Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева ошо хаҡта хәбәр итте.

– Беҙҙең Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге экспортсыларға сит ил баҙарҙарына сығырға ярҙам итә. Туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса үҙәк төҙөгән контракттар һаны буйынса планды 42 процентҡа арттырып үтәгән, ә күләме буйынса 2,5 тапҡырға, – тип белдерҙе Маргарита Болычева.

Үҙәк ошо отчет осоронда 714 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына 2000-дән ашыу төрлө хеҙмәттәр күрһәткән.

Рәсәй Экспорт үҙәге рейтингында Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге эш һөҙөмтәлелеге буйынса икенсе урынды биләй, тик Мәскәү төбәгенән генә артта ҡалған. Рейтинг төбәктә экспорт ярҙамының таралғанлығы, Экспортҡа ярҙам үҙәге булышлығында “уңыш тарихтары” һаны, яңы экспортсылар һаны, экспорт һатыуҙары күләме, киңлеге һәм башҡа факторҙарҙы иҫәпкә ала.  

Шуны ла әйтергә кәрәк, республикала экспорт йүнәлешендә алып барылған эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная коопераиця и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: ufa.mk.ru

https://bashgazet.ru

Илдә икенсе урында
Илдә икенсе урында
Автор:
Читайте нас: