Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Ноябрь 2022, 18:49

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрбиҙәре менән осрашты

Бөгөн Өфөлә генерал-майор М.Шайморатов исемендәге Рәсәй гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге отряды базаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемен йөрөтөүсе 3-сө башҡорт батальоны һуғышсылары менән осрашты.

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрбиҙәре менән осрашты
Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрбиҙәре менән осрашты

Сарала "Росгвардия"ның Иҙел буйы округы командующийы, генерал-майор Алияр Абдуллаев ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бүлексәне формалаштырыу башланғысы менән хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары сығыш яһаны. Көс структураларының отставкалағы офицерҙары һәм һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар батальон төҙөү идеяһын хупланылар.

Быйыл октябрҙә Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә һәм үҙенең Хакимиәтенә матди-техник тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итергә һәм Рәсәй гвардияһы менән берлектә һуғышсыларҙы хәрби яйға һалыуҙы оештороу буйынса юл картаһын әҙерләргә ҡушты.

Бөгөнгө сәфәр ваҡытында Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев исемендәге батальон вәкилдәре менән аралашты һәм уларға уңышлы әҙерлек теләне.

- Мин бүлек формалашыуҙың нисек барыуын күрергә теләнем. Күрәбеҙ, бик һөҙөмтәле эш бара. Республика исеменән һеҙгә ҡыйыу ҡарар өсөн рәхмәт белдерәм. Рәсәй гвардияһы етәкселегенең дә һеҙҙең башланғысты хуплауы мөһим, - тип билдәләп үтте Радий Хәбиров. - Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге ике башҡорт батальоны махсус хәрби операция бурыстарын үтәй инде. Беҙ һуғышсылар менән даими бәйләнештә булырға тырышабыҙ. Улар янында минең кәңәшчем Алик Камалетдинов эшләй. Ул командованиеның беҙҙең егеттәр тураһында бик яҡшы фекерҙә булыуын билдәләй.

Хәрбиҙәр Башҡортостан етәкселегенә ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бүлексәнең юғары һуғышсан рухын билдәләп үтте. Төбәк Башлығы республиканың техник тәьмин итеү һәм экипировка буйынса йөкләмәләрҙе үтәүен дауам итәсәген әйтте.

– Беҙ һуғышсылар өсөн кәрәк-яраҡтар һәм махсус кейемдәр оҙатыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Кейем тегеүҙә республика предприятиелары ла ҡатнаша. Беҙ шулай уҡ С.Юлаев батальонын техника менән йыһазландырырыу буйынса үҙ өҫтөбөҙгә бурыс алабыҙ. Һәм, әлбиттә, һеҙҙең туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ярҙам итәсәкбеҙ, – тинде Радий Хәбиров. - Рәсәй Гвардия отряды базаһында һеҙ бик етди уҡыуҙар уҙа алаһыҙ. Һеҙгә һуғышсан күнекмәләрҙе уңышлы тамамларға һәм махсус операция бурыстарын үтәргә әҙерләнеүегеҙҙе теләйем.

Был осрашыу тураһында Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә бик матур постар ҙа урынлаштырған. Менә алар:

ВК: https://vk.com/wall413272232_922474

ОК: https://ok.ru/profile/590884299566/statuses/155753939147566

kiziltan.ru

Автор:
Читайте нас: