Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2022, 10:08

Ҡар яуғансы ҡаплап ҡалығыҙ...

Баҡса үҫтереү менән шөғөлләнеүселәрҙә тәлгәштәре тулышып бешкән виноградтарҙы күреү ғәҙәти хәл. Әлбиттә, беҙҙең шарттарҙа мул уңыш алыу өсөн уны яҡшылап тәрбиәләргә һәм ҡышҡы һалҡындарҙан дөрөҫ итеп һаҡлау зарур.

Ҡар яуғансы ҡаплап ҡалығыҙ...
Ҡар яуғансы ҡаплап ҡалығыҙ...

Виноградты төнөн  –15-20, көндөҙ -10-15 градусҡа ҡәҙәр һыуыта башлағас ҡына ҡышҡылыҡҡа ҡапларға кәрәк. Ул беренсе һалҡындарҙа сынығыу алырға тейеш.

Тәүҙә ҡартайған һәм зарарланған ботаҡтарын киҫеп ташлағыҙ. Һуңынан һәр төптөң ботаҡтарын айырым йыйып бәйләгеҙ һәм спанбонд, лутрасил (агротекс) менән яҡшылап төрөгөҙ. Аҫтына таҡта киҫәге һалып, ергә ятҡырғандан һуң, өҫтөнә баҡсағыҙҙа үҫеп ҡороған һабаҡтарҙы, йәки ылыҫлы ағас ботағы менән ҡаплағыҙ.

Әгәр ҡар оҙаҡ ятмай икән, виноград өҫтөн иҫке кейем-һалым, одеял менән ябығыҙ.

Фото: adfarm.ru        

henek.info

Ҡар яуғансы ҡаплап ҡалығыҙ...
Ҡар яуғансы ҡаплап ҡалығыҙ...
Автор:
Читайте нас: