Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ноябрь , 21:37

Өфөлә «Башҡорт шәле-2022» республика фестиваль-конкурсы була

Фестивалдә оҫталар ҙа, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ кәсептәре предприятиелары ла ҡатнаша ала.

Өфөлә «Башҡорт шәле-2022» республика фестиваль-конкурсы була
Өфөлә «Башҡорт шәле-2022» республика фестиваль-конкурсы була

1-3 декабрҙә Өфөлә «Өфө. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар-2022» республика халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе барышында ХV «Башҡорт шәле-2022» республика фестиваль-конкурсы ойошторола.

Фестивалдә оҫталар ҙа, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ кәсептәре предприятиелары ла ҡатнашырға мөмкин, тип хәбәр итә республиканың Мәҙәниәт министрлығы. 
Программала кәзә мамығынан бәйләнгән әйберҙәр: шәлдәр, палантиндар, косынкалар йәрминкәһе, кәзә мамығынан иң яҡшы әйбер оҫталары конкурсы, бәйләнгән һәм туҡылған башҡорт шәле буйынса оҫталыҡ дәрестәре, оҫталар тураһында «Башҡорт шәле тураһында реклама роликтары» видеоматериалдар конкурсы ҡаралған.

Сара йәмғиәттә милли художество кәсебе – башҡорт дебет шәленә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, «Башҡорт мамыҡ шәле» брендын булдырыуға йүнәлтелгән.

Фестиваль-конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы, ҡала округтары һәм муниципаль райондары хакимиәттәре.

Заявкалар 24 ноябргә тиклем 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56 адресы буйынса ҡабул ителә; e-mail: [email protected] Тел/факс 8 (347) 272-53-25, 8 (347) 272-61-44, 8-960-388-74-82.

Фото; pressaufa.ru

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru

Өфөлә «Башҡорт шәле-2022» республика фестиваль-конкурсы була
Өфөлә «Башҡорт шәле-2022» республика фестиваль-конкурсы була
Автор:
Читайте нас в