Дим буйҙары
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2022, 00:09

Ә һин әҙерме?

Өфө ҡалаһына сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн йөҙҙән ашыу яңы контейнер алынды.

Ә һин әҙерме?
Ә һин әҙерме?

Евроконтейнерҙарҙың беренсе партияһы “Экология” милли проекты сиктәрендә бүленгән субсидияға һатып алынған, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

Мэрияның экология бүлеге начальнигы Ольга Филева һүҙҙәренсә, өфөләр ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлергә әҙер, һәм ундай кешеләр һаны йылдан-йыл арта бара. Хәҙер Өфөнөң 270 майҙансығында ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар комплекттары ҡуйылған. Бынан тыш, ПЭТ-таралар өсөн 347 селтәр ҡаралған.

110 дана яңы күк контейнерға баш ҡала халҡы картон төргәктәр һәм ҡағыҙ йыясаҡ. Уларҙың күләме 1100 литр тәшкил итә. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәренең идара итеүсе компанияһына сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйыуға ғариза бирә ала.

Сүп-сарҙы айырым йыйыу “Экология” милли проектында ҡаралған. Ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ғәмәлгә индерелгән милли проект уны илдең бөтә тораҡ пункттарына индереүҙе күҙ уңында тота. Икенсел сеймалды сорттарға айырыу һәм эшкәртеү сүплектәрҙән ҡотолорға, ҡалдыҡтарҙы күмеүҙе кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Фото: bash.news

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Ә һин әҙерме?
Ә һин әҙерме?
Автор:
Читайте нас: