Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2022, 06:57

Пенсия алдында тороусыға – льготалар

Өс йыл элек, 2019 йылда, ҡануниәттә «пенсияға сығыу алдында тороусы (предпенсионер)» тигән яңы төшөнсә барлыҡҡа килде. Пенсияға сығыу алдында тороусыларға кемдәр ҡарай? Уларға ниндәй льготалар билдәләнгән?

Пенсия алдында тороусыға – льготалар
Пенсия алдында тороусыға – льготалар

Уҡыусыларыбыҙҙың ошо һәм башҡа һорауҙарына Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе белгесе Альфред Фәйезов яуап бирә.

Пенсия алдында тороусы тип хәҙер хаҡлы ялға китергә биш йылға ҡәҙәр ваҡыт ҡалған кешене атайбыҙ. Улар өсөн күпселек льготаларға хоҡуҡ пенсияға сыҡҡанға тиклемге биш йыл дауамында бирелә. 2022 йылда был хоҡуҡтарҙан 1967 йылғы һәм унан өлкәнерәк ҡатындар, 1962 йылғы һәм унан өлкәнерәк ирҙәр файҙалана ала.

2023 йылда пенсия алдында тороусы статусы 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 60 йәше тулған ир-аттарға билдәләнә (1968 йылғы ҡатын хаҡлы ялға 60 йәштә, 1963 йылғы ир 65 йәштә сыға).

Һалым ташламалары (ергә һәм милектең һәр төрөнөң: фатирҙың, йорттоң, гараждың береһенә һалымдан азат итеү) элекке пенсия йәше сиктәрендә ҡала: ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 55, ир-атҡа                 60 йәштән.

Хаҡлы ялға алдан китеү хоҡуғына эйә кешеләр тураһында айырым әйтеп үтеү мөһим. Льготаларына ярашлы хаҡлы ялға китергә биш йыл ҡалғас, улар пенсияға сығыу алдында тороусы булып һанала. Мәҫәлән, йәмәғәт транспортын йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙҙар хаҡлы ялға – 50-нән (уларҙың 15 йыл махсус стажы булыуы шарт), ирҙәр 55 йәштән (20 йыл махсус стаж мотлаҡ) сыға. Шулай итеп, был һөнәргә эйә гүзәл заттар 45-тә, уҙамандар 50-лә пенсия алды йәшенә еткән тип иҫәпләнә.

Табиптар, уҡытыусылар һәм башҡа белгестәрҙең пенсия алды йәше һәм шуға бәйле льготалары махсус стаж тулыуына ҡарап билдәләнә. Әйтәйек, мәктәп уҡытыусыһының махсус стажы 2023 йылдың февралендә тула икән, ул шул мәлдән пенсияға сығыу алдында тороусы тип иҫәпләнә. Ә биш балалы әсә 50 йәштә хаҡлы ялға сыға ала, һәм был статусҡа 45 йәшендә эйә була.

Пенсия алдында тороусы  статусын билдәләгәндә ике нәмә иҫәпкә алына:

  • хаҡлы ялға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғын биреүсе нигеҙҙәр (тейешле балалар һаны, инвалидлыҡ, зарарлы производствола эшләү стажы, махсус стаж һ.б.);
  • пенсия билдәләү йәше (биш йыллыҡ льготалар осоро шуға бәйле).

Хаҡлы ялға сығыу алдында тороусыларға ниндәй федераль льготалар тейешлеген атап үтәбеҙ:

  • улар ергә һәм милектең һәр төрөнөң: фатирҙың, йорттоң, гараждың береһенә һалымдан азат ителә;
  • диспансеризация үтеүгә, уртаса хеҙмәт хаҡын һәм эш урынын һаҡлап, ике көн бирелә;
  • хеҙмәт гарантиялары һаҡлана (уларҙы вазифаһынан ебәреү һәм өлкәнлеген сәбәп итеп эшкә алмау өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған);
  • эш эҙләгән саҡта уларға эшһеҙлек буйынса юғары пособие түләнә;
  • һөнәри йәһәттән яңынан уҡыу мөмкинлеге билдәләнгән;
  • пенсия тупланмалары түләнә.

Социаль яҡлау органдарынан төбәк льготалары түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:

  • ҡала транспортында һәм ҡала эргәһе тимер юл транспортында льготалы хаҡ буйынса йөрөү;
  • рецепт буйынса алынған дарыуҙар хаҡына аҡсалата компенсация;
  • торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар.

Рәсәй Пенсия фонды пенсия алды йәшенә етеүселәр хаҡында мәғлүмәт тупланған сервис асты. Был мәғлүмәттәрҙе граждандарға тейешле льготалар биреү өсөн власть органдары, ведомстволар һәм эш биреүселәр файҙалана. Мәҫәлән, пенсияға сығыу алдында торған кешеләргә 2019 йылдан башлап эшһеҙлек буйынса юғары пособие түләүсе һәм уларҙы яңынан уҡытыу, квалификацияны күтәреү программаларына йәлеп итеүсе мәшғүллек үҙәктәре тап шулай итә лә инде.

Рәсәй Пенсия фонды мәғлүмәттәре электрон формала ведомство-ара хеҙмәттәшлек каналдары, Социаль тәьминәт буйынса берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы һәм эш биреүселәр менән электрон хеҙмәттәшлек юлы аша тапшырыла. «Пенсияға сығыу алдында тороусы» статусын раҫлау өсөн белешмә кәрәк икән, уны Рәсәй Пенсия фондындағы шәхси кабинетҡа инеп йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин.

Автор: Башҡортостан ҡыҙы
Пенсия алдында тороусыға – льготалар
Пенсия алдында тороусыға – льготалар
Автор:
Читайте нас: