Дим буйҙары
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Декабрь 2022, 16:37

Өмөтөңдән яҙма (хикәйә)

Был донъяла Айгүзәл менән Зарифа булмаһа, Ғайса әллә ҡасан тормош төпкөлөнә тәгәрәр ине, бәлки, юҡҡа ла сыҡҡан булыр ине. Йәшәткән өмөтө шул икәү булғанға ғына көнитмеше мәғәнәле, өмөтлө икән.

Өмөтөңдән яҙма (хикәйә)
Өмөтөңдән яҙма (хикәйә)

Бар йортҡа итле аш, бәлеш еҫтәре таралған. Һәр нәмә үҙ урынында, таҙалыҡ, бөхтәлек бөркөлә, тәҙрә төптәрендәге эре- эре сәскәле яран гөлө күҙҙе иркәләй. Ҡупшы өй кейеме өҫтөнән алъяпҡыс быуған, самалап ҡына биҙәнеп ҡуйған һылыу хужабикә ара-тирә тәҙрәгә барып ҡаплана, урам буйына күҙ һала. Шулай ярһып-осоноп хәләл иргенәһе Ғайсаны көтә. Өҫтәлдә ятҡан мобильнигын алып баҫҡылап ҡарай. Унан бер үк ялҡытҡыс тауыш: «Абонент недоступен...» — тип ҡабатлай. Әсәнең ярһыуы тыныс ҡына ҡурсаҡ уйнаған дүрт йәшлек ҡыҙына күсте, буғай. Ул да тәҙрә янына йүгереп килде, әсәһенең итәгенән тартты.

- Әттә киләме?

- Ҡайта, бәләкәсем, ҡайта.

- Ҡасан, әсәй?

- Оҙаҡламай.

Ҡыҙыҡай һикергеләй, өйрөлә. Матур күлдәге өрөлөп ҡабара.

-Ура, ура! Әтекәйем ҡайта! Күлдәгемде маҡтар, эйеме?

- Эйе, шулай итер, һиңә тағы ла матурырағын алыр. Зарифаның күңеле болғанып, төҫө боҙолдо. Уйҙарын икенсе юҫыҡҡа йүнәлтергә тырышты. Ул үҙенең буйға уҙғанын тоя: шатлана ла, борсола ла. Ғайсаһы малай һорай. Әйтерһең, заказ биреп, үҙең теләгән бәпесте алып ҡайтып була. Йөрәге тулап киткәс, ҡатын креслоға ултырып тынып ҡалды. Үҙен тыныслан­ дырырға тырышты. «Ҡайтып киләм, бөгөн төшкә өйҙә булам», — тигәс, сабыр итергә кәрәк.

Был ауылға килеүе, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлауы хәтеренә төштө. Әле кисә генә һымаҡ ине бит бөтәһе лә. Сусаҡ-сусаҡ тауҙар, улар аҫтынан һарҡып сыҡҡан шишмәләр иле Йәмлекәй ауылы. Исемен дә нисек ҡушҡандар бит әле уның! Зарифа килеү менән ауылдың тирә-яғын ҡыҙырып ҡарап сыҡты. Тау биттәрен һырып үҫкән сейәлектәр, әле быға тиклем барлығын да белмәгән сәскәләр, саф шишмәләр, һыу төбөндә емелдәгән матур-матур таштарҙы күрҙе. Үҙе ялан яҡта үҫкәнгәме, Йәмлекәй ожмах мөйөшөндәй тойолдо. Шулай ҙа иң яратҡан урыны — Ташҡаҙан шишмәһе. Ауылдан бер саҡрым тирәһе алыҫлыҡта текә генә Сусаҡтау аҫтында ул. Сыҡҡан урыны, ысынлап та, ҡаҙанды хәтерләтә. Әйтерһең, кемдер һорғолт ҡомташтарҙы ҙур бер түңәрәк һауыт рәүешендә теҙеп сыҡҡан. Кеше ҡулы тейгән тиер инең, ошондай таштарға кемдең көсө етһен. Аҫтан, ҡаҙан төбөнән, мөлдөрәп кенә һыу һарҡый, һауыт эсенә тула, артҡаны тау эргәһенән бер аҙ ағып бара ла тағы ла ҙур һандыҡташ аҫтына кереп юғала. Шундай серле бер урын инде. Ҡыҙ шишмәгә эйәләште, үҙе йәшәгән Асия әбейгә һыуҙы шунан алып ҡайтты. Ҡарсыҡ уны сәйгә генә ҡәҙерләп тотонор булды. Кәрәк-яраҡ өсөн ихатала ҡойо бар. Ташҡаҙан — ҡыҙҙы Ғайса менән осраштырған урын.

Зарифа яратҡан шишмәһен матурларға теләне. Таш уйым­дарына тултырып, гөл сәсмәк булды. Был яңғыҙ кеше өсөн еңел түгел. Тау итәгенән тупраҡ ташып йөрөгәндә моряк кейемендәге һомғол егет пәйҙә булды. Уйым-уйым таштар араһына балсыҡ ташып һалған ҡыҙға аптырап ҡарап торҙо. Бүтән эше юҡмы икән был һылыуҙың? Егет уны иләк менән һыу ташыған әкиәт ҡыҙына оҡшатты. Флягаһына һыу тултырып та алды, ҡайтып китмәй һаман ҡарап тора бирҙе. Зарифаның был аңһыҙға йәне көйҙө. Йә китмәй, йә һүҙ ҡушырға уйламай. Егет уның уйын уҡыны, ахырыһы. Ҡыҙ эргәһенә килде.

— һаумыһығыҙ, Ғайса булам, - тип көрәктәй ҡулын һуҙҙы, тауышы ғәжәп ихлас ине. Ҡыҙ сараһыҙҙан тигәндәй сәләм алды.

— Зарифа.

— һай, исемегеҙ матур. Шөғөлөгөҙҙө аңлап етмәйем.

— Шөғөл былай булыр: бына ошо шишмә эргәһенә тултырып сәскә ултыртырға ине. Эште ыратып булмай.

— Әйҙәгеҙ, икәүләп.

— Шәп булыр ине.

Егет ике биҙрәләп тупраҡ ташый башланы. Зарифа, тигеҙләп, һыу һибеп, гөл орлоҡтары төртә барҙы. Байтаҡ эшләп ташланы­лар. Эш араһында Ғайса хеҙмәтен тамамлап ҡайтыуын, ауылдың кешеләрен генә түгел, эттәренә тиклем һағыныуын бәйән итте. Һүҙҙәре беректе, үҙҙәрен күптәнге таныштар һымаҡ тоттолар. Ғайса ҡыҙҙы ҡояш байығас саф һауала йөрөп килергә саҡырҙы. Зарифа, оҙон ҡыш буйына гел өйҙә генә ултырып ялҡып бөт­кәйне, ризалашты. Яҙғы кистәр серлелеге, күңел елкендергәс наҙы менән сихырлай. Әллә яҙ йәме тәьҫир итте, әллә ваҡыты етеп, сәғәте һуҡты, яҙмыш ҡушыуымы — йәштәр араһында мөхәббәт уты ләүкене. Бер-береһе өсөн генә яралғандар, тиерһең. Көҙгә өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Туйҙан һуң Ғайса Себергә эшкә китте. Водитель һөнәренә армияға китмәҫтән алда уҡ эйә ине. Һай, уңған булып сыҡты егет! Бер йыл тигәндә шыңғырлап торған ҡарағайҙан йорт һалып инделәр. Өр-яңы өйгә матур бәпес Айгүзәл ҡайтты. Бына тигән ҡаралтылар менән йыһазланған йорт ҡурсаҡ өйөндәй. Мунса, һарай, гараж, ишек алды - барыһы ла ҡойоп ҡуйғандай. Дүрт йыл эсендә шундай ҡалын донъя тергеҙҙеләр. Күптәр егермешәр йыл йәшәп тә быға ирешә алмай. Ғайсаның егәрлелегенә һоҡланмаған, хатта көнләшмәгән кеше юҡ ине. Ай ярым Себерендә эшләп ҡайта, ҡайтҡас тик тороу юҡ - донъяһын бөтәйтә, ҡотайта. Алып ҡайтҡан болдоң бер тинен дә әрәм итмәй. Уҫал телдәр ҡушаматтар ҙа таҡты: «ту­мыртҡа» Ғайса, «бөхил» Ғайса. «Ҡайтып инде, туҡылдап ҡолаҡ тондорор инде тумыртҡа». Ҡайҙан табып, эсергә белмәй йөрөгән туңаяҡтар шулай һөйләнә.

Тик һуңғы айҙарҙа әллә нәмә булды әле Ғайсаға. Ҡайтып ингәндә һуҡмыш була. Тағы дауам итә. Һиҙелмәй ҙә ҡала, ай үтеп бара, имеш. Ҡат-ҡат мунса инеп, сабынып, баллы сәй, ҡо­ротло һурпа эсеп, бер аҙ әҙәм төҫөнә инә. Ояла, ғәфү үтенә. «Арып кителә шул», - тип аҡлана. Ул эскәндә ауылдың туңаяҡтарына бәхет ҡапҡаһы асыла. Бер йомшап алғас, һыҡмыр Ғайсанан да йомартыраҡ кеше юҡ. Был саҡта Зарифа ни ҡылырға белмәй ғажиз була. Илап та, көйләп тә еңермен тимә Ғайсаны. Күңеле боҙҙай һалҡынға әйләнә лә китә.

Шуларҙы иҫенә төшөрөп, йәш ҡатын көрһөндө. Үҙенә һыйы­нып ҡына серемгә киткән баланы әкрен генә диванға ятҡырып, өҫтөнә мамыҡ шәл япты. Буйға уҙыуын матурлап ҡына иренә еткереү хаҡында уйланды.

Эй, Илаһым, уйҙарына бирелеп, донъяһын онотҡан да баһа. Ҡапҡа төбөнә такси килеп туҡтаған. Ҡатын ҡаршы алырға сыҡҡанда ире оло сумкаһын йөкмәп кереп тә килә ине. Зарифа йү­гереп барып ирен ҡосаҡланы, шырт яңағынан үбеп алды. Ике-өс көн буйы эселгән араҡы-һыраһының уҡшытҡыс еҫе ҡатын­дың күңеленә барып ҡаҙалды. Вагонда шешәләштәре менән тағы ике көн буйы шайтан туйы ойоштороп ҡайтҡандар инде. Зари­фа, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡоҫоп ебәрҙе.

— Нимә, бисәкәй, минән ерәнеүеңме был?

— Юҡ, юҡ, һис юҡ. - Үҙе һаман уҡшып, тыны бөтөп ергә сүгәләне.

Мәхлүгең, бер нәмә аңламай, ҡатып тик тора.

— Бәй, бәй, нимә була был? Бисәкәй әллә миңә малай табып бирергә итә инде? - Көскә аңына барып етеп, ҡурсаҡтай кәүҙәне күтәреп алды :- Шулаймы? Йә, әйт,—тип шауланы ир.

— Шулай, шулай, тим бит. Зинһар, яр һалмай тор. Әле врачҡа барырға ла өлгөрмәгәнмен. Бына, Алла бирһә, үҙең йөрөтөрһөң.

Күңелле генә геүләшеп өйгә инһәләр ҙә, Зарифаның йөрәге хафалы тибә.

— Әйҙә, асыҡҡанһыңдыр, ҡулыңды йыу. - Ҡатын, ирен өҙөп- йолҡоп сисендереп, тиҙерәк тамағын туйҙырырға тырышты. Ас ҡарындан тағы шешәгә үрелмәһен. Туйһа, йоҡлап та китер, тип өмөтләнде. Их, эскенән бигерәк ҡурҡа шул үҙе айыҡ ғаиләлә үҫкәс.

— Их, Зарифамдың ашы, их, туҡмасы. Ситтә бер ризыҡ та аш булып төшмәй шул. Эс күбә, ә тамаҡ ас ҡала.

Ғайсаның маҡтап ашауына Зарифаның күңеле була, ҡыҫтап- ҡыҫтап йәнә һала.

— Йәнем, мунса ла өлгөргән.

— Туҡта, бәпескә ҡалыуҙы йыуырға кәрәк.

— Аҙаҡ, йәнем, аҙаҡ. Күптән бөткән. Ҡыш ваҡыты, һыуына башлар. — Ҡатындың ирен юл бысрағынан, хәмер парҙарынан тиҙерәк арындырғыһы килә.

— Йә, әйҙә, әләйһәң.

* * *

Ни тиклем өҙгөләнһәң дә, тормоштоң үҙ ҡанундары. Зарифа иртүк эшкә китте. Бер мәктәпкә барып сумдыңмы, өйөрмәгә эләккәндәй булаһың. Үткән аҙнала иҫкәртеп ҡуйырға онотҡандар, Зарифаның дежурствоһы еткән икән. РОНО-нан ике ин­спектор пландар үтәлешен тикшерергә килгән. План-маҙар яҙыу балалар менән эшләүгә ҡарағанда мөһимерәк кеүек тойола башлай. Бына шулай көтөлмәгән мәшәҡәттәр тыуып ҡына тора.

Зарифа, эшен бөтөрөп, ҡайтырға сыҡҡанда сәғәт дүрт тулып килә, ҡышҡы ҡыҫҡа көн үтеп тә бара ине. Йөрәк тәңгәле өҙөлөп һыҙлап китте. Нимәгә булыр икән? Шатланып, осоп ҡына ҡайтырға тейеш түгелме һуң? Элегерәк Ғайса уны үҙенсә бешеренеп, мал-тыуарын тәрбиәләп ҡаршы ала ине. һуңғы ҡайтыуында улай итмәне. Юҡ, эс боша бит, түҙеп торорлоҡ түгел. Хәйерлегә генә булһын. Ҡатындың күңеле шулай алдан һиҙенә. Зарифа йүгерә-атлай ҡайтты.

Ҡайтһа... Ире, йүнһеҙ, әсәһе елкәһендә ятҡан класташы Фәнил менән эсеп ултыра. Байтаҡ ултыралар, ахырыһы. Әллә нисә шешә түңкәргәндәр. Залда ҡыҙы йәнһүрәт ҡараған була. Ир, ҡатынының һөмһөрө ҡойолғанын күреп:

- Ана, кәләш тә ҡайтты, — тигән булды.

Фәнил Зарифанан шөрләй, шуға ла китергә ашыҡты. Ғайса уны оҙата сыҡты. Сыҡмаһа, ни булған?

Зарифа өҫтәлде ашыҡ-бошоҡ йыйыштырып алды, сәй эсергә ултырҙы. Ҡыҙы ла печеньелап сәй эскән була.

- һиңә хәҙер мәмәй бешереп ашатырмын.

Ирҙәр ҡапҡа төбөндә һаман лыҡылдаша, Ғайсаның тауышы көслөрәк сыға башланы.

Ир лап-лоп баҫып күтәрмәгә менде, соланда нимәгәлер бәрелде, ишекте ҡайырып, шар асып ебәрҙе. Күҙе һөҙгәк үгеҙҙеке кеүек - ҡан баҫҡан, ҡот осмалы.

- Бисә, тәүбәңде уҡы, йәнеңде алам хәҙер.

- Ни булды, Ғайса? Ни эшләүең?

-Кәнтәй, мин булмағанда таксист Рәшит менән типтерҙеңме?

- һин нимә, ҡоторҙоңмо?

- Егет сағынан һиңә күҙ йылтыратты. Һуңлап булһа ла, эләктергән шул.

Зарифа, үҙен дә белештермәҫтән, иренә ҡаршы барҙы, терәлеп күҙенә баҡты. Ғайса, аптырап, сигенде.

- Ә-ә, аңланым! Ике мәртәбә районға ултырып барҙым. Так­сист шул булғас, башҡа кемгә барайым? Бер үҙем дә түгел. Береһендә - вожатый Рәшиҙә, икенсеһендә Мәрйәм апай менән. Шул донъя болғатҡыс Фәнил һүҙенә ҡарап, мине йәберләйһеңме? Әҙәмдәр араһын бутап, һуңынан маҡтанып йөрөгән ҡәбәхәт бит ул.

Иҫеректең үҙ туҡһаны туҡһан, артығын йотҡан, аңлар дәрәжәлә түгел.

- Мин донъя бөтәйтәм, аҡса эшләйем тип Ер сигендә йөрө­йөм. Ирҙәр һөйләйҙәр, ул кәнтәйҙәргә ышанырға ярамай, тип. Шулар арҡаһында беҙҙең бригаданан икәү теге донъяға китте. Минең бер үҙемә ниңә шул тиклем ыҙа сигергә инде? Бисәләрҙең нәфсеһе ҡанмаҫ. Әле уныһы, әле быныһы кәрәк, имеш. Миңә нимә? Күп кәрәкмәй.

Бына нисек! Йүкәлә икән сәтләүек. Ире шуға күрә йәм тапмай йөрөгән икән. Зарифаға ире йәл булып китте. Уның муйынынан ҡосаҡлағыһы, йыуатҡыһы, шиктәрен таратырға теләне.

- Ғайса, бәғерем, тыныслан. Мин һине генә яратам бит, бүтәндәр кәрәкмәй.

Йыуаштан йыуан сыға. Тыныс, һалмаҡ Ғайса сығырынан сыҡҡас, туҡтай алмай ине. 

-Кит янымдан, ышанмайым! - Алаптай ир төртөп ебәреүгә, нескә генә ҡатын салғай барып төштө. Уның, аптырап, хайран ҡалыуы йөҙөнә сыҡты. Иренең шулай иманһыҙ ҡыланыуы башына һыймай, һөйөп, һөйөлөп кенә йәшәгән ерҙән, яҙмышының йөҙ һикһән градусҡа боролоуын аңы бер нисек тә ҡабул итә алмай. Үҙеңә ышанғандай ышанған кешең бит.

Ә Ғайсаға был ғына аҙ:

— Ут төртәм! Миңә ни өсөн был донъя?! Бер нәмә лә кәрәкмәй! Ҡайҙа канистр? - Ярһыған бәндә гаражға йүгерҙе. Ишек аса алмай аҙапланғанда, эсе бора башланы. Уның гел шулай, ныҡ йәне көйһә, эсе бора. Ир бәҙрәфкә йүгерҙе.

Зарифа, ғәҙәтенсә, зиһенен тиҙ йыйҙы. Документтар бөтәһе лә бер ерҙә, яңы машина өсөн тупланған аҡса ла шунда уҡ. Ул иренең юл сумкаһын ауҙарып ебәреп, үҙенең, баланың кейем­дәрен шкафтан гөрөп кенә төшөрҙө. Өҫ кейемдәре кейеп, төймәһен дә элеп тормай, баланы күтәреп, ҡапҡаға ташланды. Бик ваҡытлы өлгөрҙө. Был ваҡыт ире өйгә бензин һибә ине.

-Ян , әйҙә, хыянатсы! Ян! Мин дә юҡ, һин дә!

Күршеләр, белеп ҡалып, янғын һүндереү машинаһын саҡырт­ ҡанда, өйҙө ялҡын ялмағайны инде.

Ҡотороноп йөрөгән Ғайсаны бер төркөм ир тотоп алып, бәй­ләп, мунсаға ырғытты. Кисерештәрҙән арыған бәндә шунда уҡ ғырлап йоҡоға китте.

Иртәгеһен милиция килеп алғансы, шунда йоҡо һимертте. Фәнил, яуыз, бер ерҙә лә күренмәне. Ҡурҡышынан күрше ауыл­да йәшәгән апаһына һыпыртҡайны.

Зарифаның, ахылдап, оло сумкаһын һөйрәп, бала эйәртеп, килеп инеүенә Асия әбей аптырап китте. Бында килеп дөрөҫ эшләне, ҡайныларына барһа, бөтәһе лә билдәле буласаҡ. Ҡыҙ саҡта фатирҙа торған әбей менән араны өҙмәне Зарифа. Был хаҡта Ғайса белеп тә бөтмәй ине.

Йәш ҡатын өҙөп-йолҡоп хәлде һөйләне. Ҡарсыҡ ғәжәпкә ҡалып, һис көтмәгән хәлдән ах-вах итте. Хәленсә йыуата, сабыр итергә, бер Хоҙайға таянырға ҡушҡан була. Зарифа, аяғы буйлап йылы нәмә йүгерә башлауын тойҙо. Йығылыуҙанмы, самаһыҙ ҡурҡыуҙанмы, яңы яралған сабыйҙың донъяға килмәҫкә булғанын аңланы әсә. Хәл мөшкөл, хәҙер бары үҙ көсөнә генә таяна ала.

— Әбекәйем, йөрәккәйем, һинән башҡа таяныр кешем дә юҡ. Ошо сәғәттән үк дауаханаға китмәһәм, Айгүзәлде етем итермен.

— Әстәғәфирулла, аңлатып һөйлә.

— Ауырым төшә башланы, әбекәй. Айгүзәлдең һиндә икәнен бер кемгә лә әйтмә, күрһәтмә. Ҡапҡаңды бикләп булһа ла ултыр. Минең ҡайҙа икәнемде лә белмәһендәр. — Ҡатын әбейгә ҙур ғына сумма аҡса һондо. — Айгүзәлгә тәм-том, һут, үҙеңә сәй-шәкәр ал. Мин хәҙер үк такси менән дауаханаға китәйем. Ашығырға кәрәк. Ҡыҙым, әбекәйҙе тыңла, һин аҡыллы бит. Әсәйең ауырып китте.

Бала ата-әсә араһындағы низағтан ҡурҡып ҡалған, әсәһенә генә һыйынғыһы килә. Күҙенә йәше мөлдөрәмә тулһа ла, түҙә. Әсәйҙе тыңларға кәрәк.

Зарифа, ҡыҙын ҡосаҡлап үпте лә, сығып китте. Бала, тауыш сығармайынса, түҙҙе. Шым ғына үкһене, күҙенән йәштәре аҡты. Әбей ҡапҡа бикләргә сыҡты.

-А й , Аллам! Кемдең өйө яна?

— Әйттем бит...

-Ай-яй-яй! Тамам ҡара йөрәккә әйләнгән икән, хәсис!

* * *

Ғайса юл йөрөгәндә ошо кафеға туҡтамай ҡалмай. Бында туҡмаслы һурпа, ваҡ бәлеш, ҡоймаҡ кеүек танһыҡ аштар була. Үҙ халҡыңдың ашы йәнгә дауа, Зарифа менән йәшәгән бәхетле йылдарҙы иҫкә төшөрә. Теге ваҡыт, самаһыҙ эсеп, шашынғандан һуң, уны төрмәгә ултырттылар. Байтаҡ статья йыйылды: ҡатынды туҡмау, ауырын төшөрөү, яуыз уй менән йорт яндырыу. Мөлкәтте ҡатынына бирмәҫ өсөн ут төрткән, тип бороп ебәрҙе­ләр. Судта Зарифа уның өҫтөнә ғәйеп өймәне, ләкин яҡлашманы ла. Күңеле ҡатҡайны, ғәфү итмәне.

Төрмәгә айырылышыу таныҡлығы менән ҡош телендәй яҙыу килде: «Мине эҙләмә».

Төрмәнән сыҡҡас, тыуған ауылына, Башҡортостанына ҡай­тырға баҙнат итмәне. Үҙен ғәйепләүе көслө ине. Бәхетенә ҡар­шымы, тотҡонда эшлектән сыҡҡан ҡәбәхәттәр генә түгел, на­хаҡҡа эләккән изге кешеләр ҙә осраны. Оло ғына йәштәге кеше ине ул, ғүмер буйы психиатр булып эшләгән. Төрмәгә ни өсөн эләгеүен һорашҡас, теүәл яуап бирәһе килмәне: «Юғары ултыр­ғандарҙың ҡушҡанын эшләмәһәң, яҙмышың кирегә әйләнә хәҙер ,—тип кенә ҡуйҙы. - Намыҫыма, Гиппократ антына тап төшөрмәнем». Бына шул Һиҙиәт ағай Ғайсаға дуҫ-иптәш, кәңәшсе-уҡытыусы булды ла инде. Хис-тойғолары аҡылынан алда йөрөүсе Ғайса күп нәмәгә төшөндө. Ҡайһы берҙә әҙәм балаһына бәхетһеҙлек тә ярҙам итә, күҙен аса. Эскесе Фәнил дә донъяла юҡ хәҙер. Эсеп, туңып үлгән. Иҫерек сағында: «Ғайсаға шаяртып ҡына әйткәйнем, ҡыҙҙы ла китте»,—тип һөйләп йөрөгән, имеш.

Хәҙер Ғайса Екатеринбург ҡалаһында. Бай коммерсантҡа ҙур фура менән тауар, аҙыҡ-түлек ташый. Ҡурҡыныс, ауыр эш. Яҡшы эш хаҡы ала. Бер урыҫ ҡатынында фатирҙа йәшәй. 

Настя баһадир кәүҙәле ирҙе тиккә генә индермәгәйне. Күп­мелер йәшәгәс, уйын да һиҙҙерҙе. Ғайса ҡотолоу юлын тиҙ тапты: «Минән һөйәркә сыҡмай, ирлек ғәйрәтем юҡ. Кәүҙәгә ҡарама», — тине.

Холҡо тыныс, араҡы эсмәй, фатир хаҡын яҡшы түләй, тип хужабикә уны ситкә сығарып ебәрмәне. Аҡса өсөн ирҙең өҫ-башын да йыуа, ашарға ла әҙерләй. Ғайса ҡасан да бер ғаиләһен табырға өмөтләнә, фатирлыҡ бол туплай.

Мәскәүгә барғанда юл Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы аша ла үтә. Әле лә, кафела тамаҡ туйҙырып сыҡҡас, китергә ашыҡманы. Тирә-яҡты ҡарап торҙо. Артҡы яҡтан урман һыҙаты үтә, тәпәш тауҙар теҙмәһе. Тракт аша ошондағы бер ауылға асфальт юл һуҙылған. Шул ауылдан килгән кешеләр кафенан ситтәрәк кескәй баҙар ойошторған. Күберәк емеш-еләк, бал банкалары күренә. Ир үҙе лә һиҙмәҫтән шунда атланы. Бер ҡатын, ҡалғаны бала-саға. Шунда уҡ ун ике йәштәр тирәһендәге ҡыҙ иғтибарын йәлеп итте. Баланың йөҙөндә таныш һыҙаттар күр­гәндәй булып, тертләп китте. Ҡыҙ ҡайын еләге һата.

— Исемең кем, һеңлем?

Ҡыҙ өндәшмәне, ҡырыҫ ҡарашын ғына һирпеп алды.

-Еләгеңде һатмайһыңмы әллә?

— һатам. - Ҡыҙ бала ярты литрлыҡ банкалағы еләкте һуҙҙы.

Ғайса, ҡарап та тормай, аҡса һуҙҙы ла китеп барҙы.

— Ағай, ағай!-Ҡыҙ артынан йүгереп килде.-һеҙ артығын биргәнһегеҙ.

Ир ишетмәмешкә һалышып, машинаһына менеп ултырҙы ла ҡаты газ биреп, гөрһөлдәп ҡуҙғалып китте. Бер аҙ бара биргәс кенә уй ҡеүәһе ҡайтты уға.

— Шул, шул... Айгүзәл бит ул,— тип ҡысҡырып әйтеп ҡуйҙы, үҙен шулай ышандырырға итте...

Ғайса киләһе рейсты ашҡынып көттө. Оҙайлы сәфәрҙән һуң бирелә торған бер нисә көн ял ҡот осҡос оҙаҡ тойолдо. Маши­наны профилактик ҡарау менән шөғөлләнгән Пашка менән һөй­ләшеп ғүмер үткәрергә тырышты. Настя ла Ғайсаның был арала ярһыу йөрөүен һиҙә.

-Что с тобой, Гайса, что случилось? — тип бер нисә мәртәбә һораны.

— Все нормально, все в порядке, - тип әйтеүҙән уҙманы Ғайса. Үҙе хатта тамаҡҡа нескәрҙе, кәүҙәгә йоҡарҙы, йоҡоһо ҡасты.

Ниһайәт, рейсҡа сығып киттеләр. Ғайса, үҙе лә һиҙмәҫтән, машинаны ҡыуҙы. Арттағы юлдашы Андрей сигнал бирә, рация аша тиргәшә, ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенә. «Какой бес в тебя вселился, мать твою...» —тип ҡысҡыра. Андрей хужаның стукачы икәнен Ғайса һиҙә торғайны. Зонанан һуң эш табыуы ауыр булғанға ғына түҙеп килде. Аҙаҡ өйрәнде, бар тип тә белмәй башланы. Хужа ла водителенең тоғролоғона, эшмәкәрлегенә ышанды. Андрей һаман элеккеһен ҡыуыуын туктай алмай.

«һаумы, Башҡортостан! Һауаң да, тәбиғәтең дә, юлдарың да үҙеңә генә хас, башҡа төрлө бит». — Ғайсаның күңеле елкенә. Хеҙмәттән ҡайтып төшкән саҡтары, Ташҡаҙан шишмәһе иҫенә төшә. Йәш саҡта Зарифа менән сәскән сәскәләр күҙҙең яуын алып, мөлдөрәп ултырғайны. Йыл да шулай гөлдәр ултыртып, тәрбиәләп тә торғас, Ташҡаҙан Зарифа шишмәһенә әйләнде. Йәш ҡыҙ уйлап сығарған матур йола дауам итте, хәҙер ҙә шулай, тиҙәр. Мәктәп балалары һаман ҡарай икән. Ана, теге кафе. Юлдан эстәрәк бала-саға, ҡатын-ҡыҙ. Машина туҡтау менән Айгүзәл еләктәрен һуҙып та тора. Шартлама бешкән икән.

— Ағай, теге ваҡыт аҡсаны артыҡ биргәнһегеҙ.

-Ай Алла, һаман онотманыңмы ни әле? Үҙеңә генә булһын да ҡуйһын.

— Кеше өлөшөнә инмә, ти әсәйем.

— Мин һиңә үҙем теләп бирҙем бит.

Ҡыҙ аптыраны, башын баҫты. Өҫтөндә шул уҡ иҫке генә джинсы, уңған футболка, ҡуйы сәстәрен сепрәк кепка менән баҫтырып ҡуйған. Нескә һыҙылған ҡаштары, йомшаҡ ҡарашлы бәрхәт күҙҙәре, көнгә янған ҡаҡса йөҙө Зарифаныҡы бит. Миң! Тары бөртөгө саҡлы йәнәш торған ике миң Ғайсаның шиген бө­төнләй таратты. Сөнки яңаҡ һөйәгенән саҡ ҡына арттараҡ ҡолаҡ япрағына яҡын ғына торған миңдәр Ғайсаның үҙендә лә бар, бер тамсы үҙгәрмәй ҡыҙына ла күскәйне. «Исемен Миңлебикә тип ҡушайыҡмы әллә?» —тип йөрөгәйне. Ир ҡаушаны, төҫө үҙгәрҙе. «Балам!» —тип ҡысҡырып, ҡыҙыҡайҙы күтәреп алып, күкрәгенә ҡыҫыуҙан саҡ тыйылып ҡалды. Бала уға аптырап ҡарап торҙо ла әкрен генә китеп барҙы.

Ғайса бәрәңге бөккәне һатҡан ҡатын янына барып, бер нисәһен алды ла иғтибарһыҙ ғына:

— Бынау ҡыҙығыҙ бигерәк аҡыллы бала икән, — тигән булды. — Ата-әсәһе яҡшы кешелер инде.

-Айгүзәлде әйтәһегеҙме? Ул бала булмаһа, әсәһе ни эшләр ине икән?-Хәбәрсел ҡатын, һорамаһалар ҙа, һүҙен оҙата бирҙе.- Зарифа атлай алмай ултыра, бисараҡай. Айгүзәл өй эшен дә эш­ләй, еләк йыйып та һата. Нисек өлгөрәлер? Пенсиялары бәләкәй, йән аҫрарлыҡ ҡына.

— Әсәһе һеҙҙең ауылдыҡымы?

— Ю-юҡ, ҡайҙан килгәнен дә белмәйем. Беҙҙең ауылда йорт һатып алды. Бәхетенә, эш тә тура килде. Ике йыл да үтмәй, аяҡ­тан ҡала башланы. Докторҙар нервынан, тиҙәр икән. Ҡарап торғаны Айгүзәл генә. Ғайсаның хәҙер үк тау аша ғына ятҡан ауылға йүгергеһе килде. Ләкин бер нисек тә килеп сығырлыҡ түгел. Рейсты тамам­лағансы сабыр итергә генә ҡала. Андрей ҙа сабырһыҙлана башланы. Тиҙ генә ашап алдылар ҙа ҡуҙғалдылар.

Ҡайҙан һине эҙләйем икән,

Ҡоштар менән китәйем микән ?..

Икһеҙ-сикһеҙ юл. Алда офоҡ. Барып етһәң, йәнә икенсе кү­ренештәр асыла. Водитель өсөн офоҡтарҙың сиге юҡ. Ғайса сә­фәрҙә йөрөгәндә гел ошо көйҙө әкрен генә, мөңрәп кенә көйләп йөрөй:

Күшегәм мин әллә бойоғоп?

Һин йәшәгәс, йәшәйем инде,

Күңел менән һиңә һыйынып.

Был донъяла Айгүзәл менән Зарифа булмаһа, Ғайса әллә ҡасан тормош төпкөлөнә тәгәрәр ине, бәлки, юҡҡа ла сыҡҡан булыр ине. Йәшәткән өмөтө шул икәү булғанға ғына көнитмеше мәғәнәле, өмөтлө икән.

Ирҙең күҙ алдына өйөнә ут төрткән көнө килеп баҫты. Бөтәһенә лә әшнәләре сәбәпсе бит, кеше һүҙенә төштө, ныҡлыҡ күрһәтә алманы. Теге ваҡыт Илгиз тигән дуҫының ҡатыны ире эштә йөрөгәндә, ҡайтҡанын көтмәй, икенсе яҡҡа кейәүгә сығып киткәйне. Илгиз шуны күтәрә алманы, үҙенә ҡул һалды. Ғай­саның ҡото осҡайны. Зарифа ла ул юҡта хыянат итәлер, хатта ташлап китеп тә барыр, тип уйланы. Ә теге иблис тоҡомо Фәнил? Ҡулынан эш килмәһә лә, теле бейәләйҙәй. Ҡатын бите күрмәһә лә, тиң-тоштарының бисәләрен һөйләп тәм таба ине. Төймәне дөйә итте. Үҙе тиһәң, әсәһен туҡмап, пенсияһын талап йәшәне. Шул бәндәнең һүҙенә ышанғанына бөгөн иҫе китә. Ярар, гел яманды иҫкә төшөрмәҫкә кәрәк. Нисек табырмын, тип бөтөрөнә ине. Хоҙай ҡыҙғынаһын алдына баҫтырып ҡуйҙы, һаран күҙ йәштәре Ғайсаның битенә юлаҡ һалды. Йәнкиҫәккәйҙәрен өркөтмәй-ҡурҡытмай нисек кенә яңынан ҡанат аҫтына алыр? Зарифаның боролоп ҡарамаҫҡа ла хаҡы бар. Тик кеше көнлө ти бит әле. Ғәфү итһен генә, күтәреп йөрөтөп ҡарар.

Эйе. Әле яңы ғына ҡауышҡан бәхетле саҡтарында йәш кәләш кейәүенең ер аяғы — ер башы яҡҡа сығып китеүен һис өнәмәне. Өй һалып бөткәс, йөрөмә, тип ныҡ ҡына әйтә башланы. «Өҫкә емерелеп килгән ул тиклем донъя булмаһа ла йәшәрбеҙ», — ти торғайны. «Ни эшләп ятайым? Хужалыҡ туҙҙырылды, бөлдө. Бушҡа йөрөйөммө көн үткәреп?» «Үҙебеҙ күпләп мал аҫрайыҡ, баҡса үҫтерәйек. Ололар ҙа һатып алыр»,-ти ине За­рифа. Ғайса: «Аҙ ғына килем өсөн томшоғом менән ер һөрәһем юҡ »,-тип ҡырт киҫте. Ниңә ризалашмаҫҡа инде? Йорт баҡса­ларында эшләрлек ваҡ техникаһы ла һатыла бит хәҙер. Зарифаның беренсе урынға күңел байлығын, күңел бөтөнлөгөн ҡуйыуына көлөбөрәк ҡараны. Үҙе үк әллә нисә йыл ҡорған донъяһын бер сәғәттә юҡҡа сығарҙы.

Ҡатынының ул сәйер тип һанаған сифаттары күп ине шул. Кишер, сөгөлдөр, һуған араларына сәскә тығып ҡуя. Март айынан тәҙрә төптәренә йәшниктәргә сәсеп үҫтерә башлай. «Баш­ҡалар помидор ултыртҡанда, юҡ менән булашаһың», - ти ире. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ гәзит-журнал алдырыр ине. Үҙе район гәзитен генә уҡыған Ғайса өсөн башҡалары кәрәкһеҙ тойолдо.

Юл уйландыра, күптәнгеләрҙе иҫкә төшөрә. Үҙенең зиһене автомат кеүек эшләй, машинаһы менән идара итә. Уйһыулыҡтар, тигеҙлектәр, ҡуйы урмандар артта ҡала килә, шофер уларҙы күрмәй ҙә тиерлек. Юл, бары юл ғына.

* * *

Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, ти. Кирегә ҡайтып барғанда, ашау ваҡыты еткәс, тамаҡ ялғарға туҡтаны­лар. Төш ваҡыты, кеше күп. Бер өҫтәлдә яңғыҙ егет тамаҡ туйҙыра. Ҡыҙыҡ, был урынды күрмәйҙәрме икән? Ғайса, алған ризыҡтары менән, шунда ыңғайланы. Егет күҙгә күренмәгән еп менән уны тарта төҫлө. Ул башҡортҡа оҡшаған. Серле бер тыныслыҡ, яҡты нур һирпелә төҫлө унан. Үҙ телең һағындыра, Ғайса тотто ла:

— һаумыһығыҙ әле, аш тәмле булһын, — тип өндәште. Егет күҙен күтәреп ҡараны. Изгелек, нур бөркөп торған күҙҙәр.

— Иҫәнбеҙ-һаубыҙ, үҙегеҙ сәләмәт була күрегеҙ. — Ул алсаҡ йылмайҙы. Яҡташын күреүгә шатланды, буғай.

Әкренләп әңгәмә ҡуйырҙы. Егет Өфөгә яҡын бер районға ҡайтып бара. Исеме Ихсан.

Ашап туйыуға, күптәнге таныш кеүек инеләр инде. Ғайса кешегә тиҙ ылығып бармай, был Ихсандың магниты барҙыр.

-Оҙо н юлда иптәшһеҙ генә йөрөйһөңмө ни ? -тип һораны ул.

— Юлдашым бар, бер Хоҙай. Унан тағы олатай бетеүе бөтә бәлә-ҡазанан һаҡлай.

— Олатайың сихырсы-фәләнме?

— Сихырсы булыу яман ғәмәл. Олатайҙың атаһы бик оҫта имсе, хәҙрәт булған.

— Олатайың дауалаймы?

-Ул кешегә бер нәмә лә һиҙҙермәне. Беҙҙе генә өшкөрөп имләй торғайны. Кеше ҡабул итмәй, ҡәҙимге генә йәшәне. Заманы шулай булғандыр. Хәҙер һикһән бише менән барһа ла, ныҡ әле, намаҙ ҡалдырмай. Умарталығында йәшәй.

Осраҡлы ғына кешеләргә аралашыуы еңел. Ғайса тура һораны:

- Имселек һеҙгә йоҡмағанмы? Миңә шулайыраҡ тойола.

- Бар һымаҡ ул ғәләмәт. Бәләкәйҙән һиҙәм. Ауырыған мал, сирле бәпкәне ҡулға алһам, һауыға торғайны. Мәскәүгә барыу сәбәбе лә шул. Йәнәһе, экстрасенстар курсы. Алдаҡсылар, шарлатандар әҙерләйҙәр. Ҡайтып киттем. Ҡөрьән доғаларынан көслөһө юҡ. Уларҙы һәр кем уҡып имсе була алмай. Дауалау һәләте — ул Аллаһ ҡөҙрәте, һирәктәргә бирелә. Бирелгәнде тор­ мошҡа ашырыу зарур. Хәйер, һөнәрем дә фельдшер бит.

- Эшләйһегеҙме?

- Тәүҙә эшләнем. Армияла фельдшер булып хеҙмәт иттем. Тик хөкүмәт эше кешене бәйле тота. Миңә ирек кәрәк булып сыҡты. Әле йәшәү өсөн умарта тотам. Иреклемен дә кеүек. Был сәфәр күҙемде асты. Мин дауаларға тейешмен.

Был миҙгел икеһе өсөн дә яҙмыш бүләге һымаҡ тойолдо. Милләттәштәр туған телгә, йәнле аралашыуға, күңел яҡынлығына сарсаған, һөйләшеп һүҙ бөтмәҫ һымаҡ булһа ла, айырылышмай булмай.

- Һин күтәрелеп ҡарау менән ябай кеше түгеллегеңә төшөндөм.

- Нимә әйтергә уйлайһың?

- Һинең ярҙамың кәрәк, Ихсан дуҫ, шулай тиергә яраһа. — Ғайсаның тауышы әсенеүле, ялбарыулы ине. - Оҙаҡлап һөйләшергә ваҡыт әҙ, күреп тораһың.

- Миңә бер ҡарарға, ниәткә инергә кәрәк. Көс етерлекме, түгелме, йөрәгем әйтер. Ҡайҙа, номерыңды бир. — Ирҙәр ашығып телефон номерҙарын алышты. Андрей серемгә киткән ерҙән уянып, күптән ҡул болғай ине. Һәр береһе үҙ машинаһына йүнәлде.

* * *

Екатеринбурга ҡайтып, йөгөн бушатҡас та, Ғайса хужаға инеп ял һораны. Максим Степанович шартлап китә яҙҙы, былай ҙа һимеҙ ҡыҙыл сырайы бурҙаттай булды.

— Ты что, совсем охренел что ли?—тип ҡыҙа башланы.— В самый разгар, в самый сезон!

Ғайса ла ныҡ тора, уның был бәндә ҡаршыһында баһаһын төшөргәне юҡ. Ни өсөн тигәндә, ул алмаштырғыһыҙ эшсе, эшкә ингәне бирле отпуск та алғаны юҡ, һәр саҡ айыҡ, һәр саҡ формала. Ҡайһы бер водителдәр айнымай ҡунаҡ булып ятҡанда, бер тәүлек ял итеп кенә рейсҡа сығып киткәне бар. «Чертов басурман, - тип йәне көйә яңы урыҫтың, - чего он вздумал?» - Я могу совсем уйти.

— Вот черт, вот черт, — тип тылҡыуҙан уҙа алмай Максим Степанович.

Ғайса китергә борола башланы.

— Ты не дури! Нисә көн кәрәк?—тип һорамай булдыра алманы.

- Күпме ваҡыт уҙасағын белмәйем, әйтә алмайым. Вот шундай эш инде. Ауылға ҡайтып, ҡарттарға ярҙам итергә кәрәк.

- Ну ладно, улайһа. Мине бысаҡһыҙ һуяһың. Оҙаҡламаҫҡа тырыш.

Ғайса кисен Ихсан менән оҙаҡлап һөйләште. Егет уға олатаһы менән кәңәшләшеүен, уның фатиха биреүен әйтте. Ғайса иртәгә иртүк юлға сығасағын, уны барып аласағын әйткәс, хушлаштылар.

* * *

Зарифаның ҡапҡа төбөнә затлы машина килеп туҡтаны. Ҡатын ихатала, инвалидтар коляскаһында ултыра, бәйләм менән булаша ине. Уның ҡулдарынан аҫыл кофталар, шәлдәр, салфеткалар ҡойолоп ҡына тора, тик һатып ебәреүе ҡыйын. Халыҡ баҙарҙағы шаҡы-шоҡоға ҡыҙыға.

Ҡапҡанан килешле костюм, түбәтәй кейгән һылыу ир-егет килеп инде.

— Әссәләмәғәләйкүм! Һеҙҙе Зарифа ханым тип ҡабул итәйекме? Мин Ихсан атлы кеше булам. — Егеттең тауышы көр, яңғырауыҡлы ине.

— һаубыҙ әле, Ихсан. Һеҙҙе кем тип беләйек?

— Мине һеҙҙең һауығыуығыҙҙы теләгән бер яҡшы кеше ебәрҙе. Хоҙай насип итһә, дауалап ҡарарға тигән ниәт менән килдем.

Зарифа аптыраны. «Был шыма егет үгеҙҙең мөгөҙөнән ала», — тип уйланы. Аҙмы ни хәҙер шарлатандар. Хәйер, талар, алдап алыр нәмәһе лә юҡ.

— Минең дауаланыр өсөн аҡсам, килер килемем дә юҡ. Нимә тип яуап бирергә лә белмәйем. - Ҡатын ҡырт киҫмәне. Ихсан шундай ихлас, эскерһеҙ ҡарап тора. Бындай нур сәсеп торған кешене Зарифаның күргәне лә юҡ. Ауырыу арҡаһында күп табиптар, экстрасенстар менән осрашҡаны бар. Ҡайһыһы исем өсөн генә ҡарай, ҡайһылары тырышып та бер нәмә лә сығара алмай ҙа ҡуя. Кешене бар тип тә белмәгәндәре лә юҡ түгел, ерәнеп кенә эш итеүселәре хәтерҙе ҡалдыра. Был бөтөнләй башҡа. Зарифа уны ҡараңғы бүлмәгә килеп кергән нур көлтәһенә оҡшатты.— Миңә аҡса ла, бүгән нәмә лә кәрәкмәй. Дуҫым бик үтенгәнгә килдем. Әле һиҙеп торам: һеҙҙә тән түгел, йән хәстәһе. Фалиж һуҡмаған һеҙҙе, мейегеҙ һау-сәләмәт. Саманан артыҡ күңел төшөнкөлөгө аяҡтан алған.

-Дуҫығыҙ кем?

-Уныһын һуңғараҡ әйтергә мөмкиндер. Ниндәй ҡарар ҡабул итәһегеҙ? Мин көсләшә алмайым. Ризалыҡ ҡына уңышҡа килтерә.

— Кинәт кенә әйтә алмайым. Инегеҙ, сәй ҡуяйым.

Өй эсе бөхтә. Бик кәрәкле әйберҙәр генә бар. Һауа саф, һалҡынса. Сәскә атҡан гөлдәр күп. Ҡатын етеҙ генә йөрөп сәй ҡуйҙы. Үҙ хәленә өйрәнеп бөткән, күнеккән. Коляска менән дә шулай хәрәкәт итеп булғанға ҡунаҡ аптыраны. Һауыҡтырасағына өмөтө артты. Йөрәген йәлләү хисе телеп үтте. Хоҙай бүләге булған ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе мәғәнәһеҙ сарыфлау арҡаһында күпме яҙмыштар ҡыйрала. Әҙәм рәүешле генә йәшәү ҡыйынмы икән? Ҡылған ҡылыҡтар өсөн үкенгәндә бик һуң була шул. Бик һуң.

Ихсандың зиһене яҡтырып, күңеленә бер балҡыш тулды. Эйе, Алла бирһә, ярҙам итә алыр ул был ҡатынға.

Сәй ҙә ҡайнаны. Тәүге сынаяҡты яһап, ҡунаҡ алдына ҡуй­ғанда Зарифаның ҡарары өлгөргәйне инде. Ярҙам итәм, тип атлығып торған Хоҙай бәндәһен кире ҡағыу үҙе үк хилаф эш икәненә төшөндө. Йөрәге менән кәңәшләште. Юҡ, йөрәге ал­дамай. Күңел ҡапҡалары, оҙаҡ бикле торған ҡапҡа һымаҡ һыҡ­ранып булһа ла, асыла бара. Алға өмөт, ышаныс менән ҡарау үҙе йәшәү көсө бирә.

— Бөгөн кесаҙна көн икән — эш башлау хәйерле булыр. — Сәй эсеү тамамланғас, шулай хәл иттеләр.

Ихсан колясканы ҡиблаға бороп ҡуйҙы.

— Сәсегеҙҙе яулыҡ менән тулыһынса йәшерегеҙ, еңегеҙҙе ту­лыһынса төшөрөп ҡуйығыҙ, — тине.

Икеһе лә бер мәлгә тынып ҡалды. Бына егет коляска эргә­һенә арт яҡлап килеп баҫты. Бисмиллаһын әйтеп, яртылаш ҡына тауыш сығарып, Ҡөрьән сүрәләрен уҡый башланы. Бер аҙҙан үҙенең шөғөлөнә мөкиббән бирелде: доғаларҙы ярһып китеп ҡысҡырып, ҡайһы берҙә бышылдауға күсеп, уҡый бирҙе. Креслоны әйләнеп йөрөнө, маңлайына эре тир бөрсөктәре ҡалҡты. Күпме дауам итеүен икеһе лә һиҙмәне. Зарифа үҙе лә һиҙмәй тәрән йоҡоға талды. Төшөндә сәскәле йәм-йәшел болон күрҙе. Әле генә ләйсән ямғыр яуып үткән, йәйғор ҡалҡҡан. Бәләкәй ҡыҙ Зарифа йәйғорҙо тотмаҡ булып йүгерә. Тәне ҡауырһындай еңел.

Ул уянып киткәндә ҡояш түбәнәйгән, Ихсан юҡ ине. Ай күрҙе, ҡояш алды тигән һымаҡ. «Ҡайҙа икән? Әллә күҙемә генә күрендеме?» Ҡайһылай рәхәт, тыныс, гел күңелен баҫып торған ауырлыҡ юҡҡа сыҡҡан, йөрәге туламай, эсе бошмай. 

Ҡыҙы ҡайтты. Емеш һатып алған әйберҙәрен өҫтәлгә теҙҙе. Башҡа ваҡыт булһа, аҙыҡ-түлектең шаҡтай күп булыуына иғти­ бар итер ине әсә. Әле зиһене тарҡау, иғтибарһыҙ. Икәүләшеп киске тамаҡҡа әҙерләй башланылар.

* * *

Иртәнге мәшәҡәт бөтөүгә ҡыҙы тағы үҙ кәсебенә китте. Хәҙер йәйге уңыш мәле, баланың бер көндө лә әрәм иткеһе килмәй. Көн дә аяҙ бит. Шуны ғына көткәндәй, дауалаусы тып итеп килеп тә инде. Донъяны балҡытып йылмайҙы. Был кеше ҡиәфәте менән генә лә әҙәмдәргә шатлыҡ өләшә һымаҡ. Зарифа быға тиклем күргән табиптарҙың киреһе, олпат-дәрәжәле булырға тырышмай. Хәл белеште, ҡатындың шат ҡиәфәтен күреп, үҙе унан да нығыраҡ ҡыуанды.

— һеҙ ирегеҙгә рәнйеүҙән, үпкәләүҙән һаман туҡтай алмайһы­ ғыҙ, шулаймы?-тип һорап ҡуйҙы.

— Нисек әрнемәйһең дә, нисек үпкәләмәйһең? Уның арҡа­һында кеше көнлө булып ултырам. Миңә ни бары утыҙ өс йәш. Балам балалыҡ шатлығы күрмәй үҫә. Үҙем ҡарсыҡҡа әйләнеп барам. Ҡыҙым үҙен ҡарар йәшкә еткәнсе ғүмер бармы, юҡмы?

— О-о-о! Бындай уйҙар менән, әлбиттә, йыраҡ китеп булмай. Өмөтһөҙлөккә бирелеү -үҙе гонаһ. Шайтан ғына өмөтһөҙ.

— Мине шундай көнгә төшөргән бәндә гонаһлы түгелме? Хә­ҙер күптән төрмәнән сыҡҡандыр, рәхәт сигеп йәшәйҙер.

— Рәхәт сикмәйҙер, һеҙ уны ғәфү итегеҙ. Бөтөн булмышығыҙҙы баҫҡан йөк менән нисә йылдар йәшәйһегеҙ. Ғәфү итә белмәү, эстә ултырған мәскәй һымаҡ, ҡанығыҙҙы эсә, сәләмәтлеге­геҙҙе кимерә. Эштәр шулай барһа, ысынлап та, баланың етем ҡалыуы бар. Аңлайым, һеҙгә бик ауыр. Үҙеңде еңеү - донъялыҡ­ та иң ауыр ғәмәл.

Эсендә ултырған мәскәйҙе күҙ алдына килтереп Зарифаның ҡото осто, хатта ағарып китте.

— Ҡалай итмәк кәрәк? Көсөм етерлекме быға?

— Шуның өсөн мин ярҙам итәм дә инде. Әгәр үҙегеҙ ҙә ты­рышһағыҙ, сиргә ҡаршы икәү булабыҙ. Өсөнсө кеше лә бар — Айгүзәл.

Дүртенсе кешенең исеме аталманы. Ул тел осонда ҡалды.

— Йә, башлайбыҙмы?

— Эйе, изге сәғәттә. Тик бер һорау: һеҙ кемдәрҙә йәшәйһегеҙ?

— Йәшәр урын бар. Уныһы минең проблема. Хоҙайға тап­шырҙыҡ, улайһа.

* * *

Бөгөн Ихсан табиптың килеп-китеп дауалауына ете көн үтте. һүҙ ҙә юҡ: хәле яҡшырҙы Зарифаның. Йөҙөндәге ҡайғы-хәсрәт эҙҙәрен ҡул менән һыпырып алғандай, хәлһеҙлек тә йонсотмай, башы асыҡ-саф, йоҡоһо тыныс. Тик аяғына баҫмаған әле. Баҫасағына ышана Зарифа.

Эйе, дауалаусы уны һуңғы көн өшкөрҙө. Икеһе лә, ниндәй­ ҙер мөғжизә көткән һымаҡ, тынып ҡалды. Ихсан колясканы тәҙрә төбөнә этеп алып барҙы.

— Ҡарағыҙ.

Ҡапҡа төбөндә сейә ҡыҙыл сит ил машинаһы. Табип тәүге көн шуға ултырып килгәйне. Кинәт Зарифаның бәхетле заманда әйткән һүҙе иҫенә төштө: «Машина алһаҡ, сейә көрән төҫлөһөн алырбыҙ». Бына ишек асылып китеп, ҡыҙы атылып төштө. Шундай шат, бәхетле ул. Бығаса Айгүзәлдең шулай шатланып көлгәнен күргәне юҡ ине. Был нимә тағы? Икенсе яҡтан олпат, оҙон кәүҙәле ир сыҡты. Ҡараштары ялбарыулы, тәҙрәгә тилмереп баҡты. Ғайса... Зарифа үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Яҡшыраҡ күреү, яҡыныраҡ ҡарау теләге менән тороп баҫҡанын да һиҙмә­не. Тубыҡ быуындары дерелдәй, ул тәҙрә тупһаһына таянды.

Айгүзәл, әсәһе йығылып китмәһен тип ҡурҡып, ҡысҡыра, ҡул болғай. Атаһына боролоп ниҙер һөйләй, сабырһыҙлана. Шул саҡ Ғайса ҡапҡаға ташланды. Көслө ҡулдары менән арттан килеп Зарифаны күтәреп алды, күкрәгенә ҡыҫты. Кәрәге ҡалмаған коляска ситкә тәгәрәне.

— Бынан ары күгәреп йөрөтөрмөн.

— Юҡ, атлатып йөрөт...

https://shonkar.com

Т. ДАЯНОВА. 

Өмөтөңдән яҙма (хикәйә)
Өмөтөңдән яҙма (хикәйә)
Автор:
Читайте нас: