Дим буйҙары
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2022, 12:57

Тәүбә (хикәйә).

Илгиз йоҡоһонан уянғас та тороп китергә ашыҡманы, кирелеп-һуҙылып урынында ята бирҙе. Ятҡан килеш ой эсенә күҙ һалды: атаһы ла, әсәһе лә күренмәй, тағы ла эсергә эҙләп сығып киткәндәрҙер инде. Ә һенлеһе Гүзәл ҡайҙа? Ул кәйефһеҙ генә тороп, өҫтәл янына килде. Кистән бысраҡ килеш ултырған һауыт-һаба араһынан икмәк һынығы алып ҡапҡайны, уныһына араҡы түгелгән булып сыҡты, ытырғанып, кире төкөрҙө. 

Тәүбә (хикәйә).
Тәүбә (хикәйә).

Күптән түгел атаһы менән әсәһе уның алты йәше тул ыуын «байрам» итеп иҫереп йығылғас, стакан төбөндәге араҡыны эсеп ҡараны. Мәжлестәгеләр бер-береһен ҡыҫтап, һәйбәт араҡы тип маҡтағас, тәмләп ҡарарға булғайны шул, ауыҙы яныуҙан кире төкөрҙө, һаҫыҡ, әсе, тәмһеҙ тәме ауыҙынан оҙаҡ китмәй торҙо.
Илгиз урамға сығып, ҡойма буйында ятҡан ташҡа сүгәләне. Гүзәл ҡайҙа йөрөй һуң? «Йөрөй» тип әйтеп тә булмай инде, тыумыштан ғәрип аяҡтарын һөйрәп, шыуышып ҡына йөрөй ул. Өс йәше тулып үтһә лә, йүнләп һөйләшә лә белмәй. Әллә ойоп киткән Илгиз, әллә абайламай ҡалды, ҡапыл ҡаршыһында тап-таҙа, ялтырап торған ҡара туфли кейгән аяҡтарҙы күреп, башын күтәрһә, ҡаршыһында ҡупшы кейенгән, йәтеш кенә һаҡаллы, мөләйем йөҙлө ағай баҫып тора. Түбәтәй кейеп йөрөгән был кешене күргәне бар Йлгиздең. Уларҙың өйө янындағы тыҡрыҡ аша ауылдың үрге осондағы мәсеткә бара ул.
– Исемең кем әле һинең, улым? – тине ағай күптәнге танышын осратҡандай, ихлас йылмайып.
– Илгиз...
– Илгиз, әйҙә минең менән мәсеткә... – Илгиз өндәшмәне. Шулай ҙа урынынан тороп, шым ғына уның артынан эйәрҙе.
Мәсеттең янынан үткеләп йөрөһә лә, эсенә ингәне юҡ ине әле Йлгиздең. Ҙур-ҙур келәмдәр йәйелгән иҙәндә бер төркөм ир-ат тыныс ҡына әңгәмәләшеп ултыра. Араларында оло йәштәге олатайҙар ҙа, урта йәштәгеләр ҙә бар, хатта бер нисә йәш егет тә күренә.
– Әссәләмәғәләйкүм!
– Вәғәләйкүм әс-сәләм хәҙрәт, – тип сәләмләп ҡаршыланылар уларҙы. «Исеме Хәҙрәт икән был ағайҙың», тип уйлап ҡуйҙы Илгиз.
– Һин, Илгиз, бына шунда ултыр, йәме, – тине Хәҙрәт ағай стена янында торған эскәмйәгә күрһәтеп. Үҙе башҡалар янына ыңғайланы. Барыһы ла урындарынан тороп, рәт-рәт булып теҙелешеп баҫты. Хәҙрәт ағай алға барып баҫты ла, таныш булмаған телдә нимәлер һөйләй башланы. Ҡулдарын берсә күтәреп, берсә төшөрөп, эйелеп-бөгөлдө. Йә шиғырға, йә йырға оҡшамай һөйләгәне, ҡалғандар уның һәр хәрәкәтен ҡабатлап бара. Ҡапыл бөтәһе бергә иҙәнгә ҡапланды ла, арт һындарын күтәреп, бер аҙға тынып ҡалды. Тороп бер аҙ ултырып алғас, тағы туңҡайып ҡатып ҡалдылар. Үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр күргән был тамашаны аптырауҙың сигенә сығып, иҫе-аҡылы китеп күҙәтте Илгиз, хатта асығыуын да онотто. Нимә эшләй икән был кешеләр? Уйнайҙар тиһәң, йөҙҙәре үтә етди, бер ҙә шаярғанға оҡшамайҙар. Оло кешеләр уйнап та тормаҫ инде. Шуның өсөн киләләр микән ни был мәсет тигән серле йортҡа?
Бына бер саҡ барыһы ла кеҫәләренән мунсаҡ сығарып алып, берәмләп шуны һанарға тотондолар. Оҙаҡ ҡына һананылар мунсаҡ бөртөктәрен. Һуңынан бөтәһе бергә ҡулдарын күтәреп, биттәрен һыпырып ҡуйҙылар. Хәҙрәт ағай халыҡҡа йөҙө менән әйләнеп, ниҙер һөйләй башланы. Башҡортса һөйләһә лә, Илгиз бер нәмә лә аңламаны тиерлек.
Халыҡ таралыша башланы. Хәҙрәт ағаһы уның янына килеп.
– Әйҙә, Илгиз, сәй эсеп алайыҡ, йома сәйе, – тип бер бүлмәгә алып инде. Электр сәйнүгенә һыу һалып, токҡа тоташтырҙы ла, мөйөштә торған шкафтан ашамлыҡтар алып теҙә башланы. Эсе өҙөлә яҙып асыҡҡан Илгиздең өҫтәлдәге тәмле-татлы ризыҡтарҙан күҙен ала алмағанын күреп:
– Әйҙә, яҡыныраҡ ултыр, әйҙә, хуш, – тине. Ул арала сәйнүк тә ҡайнап сыҡты. – Тештәрең төшөп бөткән бит, кәнфитте күп ашайһыңдыр һин?
– Юҡ, Хәҙрәт ағай, кәнфитте яратһам да, күп ашамайым мин, берәйһе күстәнәс бирһә, һеңлемә бирәм, ул бигерәк ныҡ ярата кәнфитте.
– Әсәйең һатып алмаймы ни?
– Ала, яңыраҡ ҡына тыуған көнөмдө үткәргәйнек, унда ла һатып алды...
– Атайың ҡайҙа эшләй?
– Ул кисә күршеләргә утын әҙерләште, унан алдағы көн иптәшенең бесәнен алып ҡайтырға ярҙамлашты.
– Улай икән... Әсәйен эшләйме?
– Юҡ. Ул фермала һыйыр һауа ине, һыйырҙарын алып киттеләр, хәҙер эшләмәй, эш юҡ, ти.
– Әйҙә, әйҙә, Илгиз, һин ашап ултыр, – тип ҡыҫтаны Хәҙрәт былай ҙа ҡарһаланып әле кәнфиткә, әле перәниккә үрелгән малайҙы.
Сәй эсеп алғас, хәҙрәт ағаһына бер аҙ өйрәнә төшкәс, үҙен баянан бирле борсоған һорауҙы бирергә баҙнат итте Илгиз:
– Хәҙрәт ағай, һеҙ нимә эшләнегеҙ ул бая?
– Ҡайҙа?
– Иҙәнгә берсә яттығыҙ, берсә торҙоғоҙ...
– Ә-әә, – хәҙрәт йылмайҙы – намаҙ уҡыныҡ, йома намаҙы. Бер ҙә күргәнең юҡмы ни намаҙ уҡығанды?
– Юҡсы. Ә нимә ул намаҙ? Уйынмы?
– Юҡ, Илгиз, уйын түгел ул намаҙ. Аллаһы Тәғәлә мосолман булған кешегә көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡырға ҡушҡан.
– Мосолман, Аллаһы Тәғәлә кемдәр улар?
– Аллаһы Тәғәлә – бөйөк ҡөҙрәткә эйә. Ул беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың нимә эшләгәнен күреп-белеп тора. Намаҙ – Аллаһы Тәғәләнең бойороғон үтәү, уның ризалығы өсөн ғибәҙәт ҡылыу. Уның барлығына һәм берлегенә инанып, уның ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәгән кеше мосолман була инде. Тағы сәй яһайыммы?
– Юҡ.
– Кеҫәңә һалып ал! Хәҙрәт кәнфит һауытын уға табан шылдырҙы. Илгиз, ҡыуанып, кеҫәһенә кәнфиттәрҙе һалып алғас, ишеккә ыңғайланы.
– Туҡта әле, ашағандан һуң, Аллаһы Тәғәләгә биргән ризыҡтары өсөн шөкөр итеп, доға ҡылырға кәрәк, – тип ниҙер уҡыны ла, ҡулдарын күтәреп, битен һыпырып ҡуйҙы. Илгиз дә уның артынан ҡабатланы.
– Ашағандан һуң рәхмәт әйтергә ғәҙәтлән, ғөмүмән, кемдер һиңә изгелек эшләй икән, рәхмәт әйтергә кәрәк...
– Рәхмәт, Хәҙрәт ағай.
– Бына шулай. Һин килгеләп йөрө, йәме, Илгиз?
– Ярай...
Илгиз мәсеттән сыҡты ла, өйҙәренә ҡарай елдерҙе.
Сәғит хәҙрәт Илгиз күҙҙән юғалғансы тәҙрәнән ҡарап торҙо. Илгиздең атаһы Илдус менән бер класта уҡыны Сәғит. Бик тырыш, башлы малай булды, уҡыуы ла яҡшы, тәртип боҙоп та йөрөмәне. Әсәһе менән икеһе генә йәшәнеләр. Мәктәпте тамамлағас, район үҙәгендәге ПТУ-ла уҡып, сварщик һәнәрен үҙләштереп ҡайтты ла, совхозда эшләй башланы. Оло йәштәге әсәһенең берҙән-бер ҡараусыһы булараҡ, уны армияла хеҙмәт итеүҙән азат иттеләр. Тырыш егет тиҙ арала үҙ эшенең оҫтаһына әйләнде. Тик эштән һуң ауылдаштарының үтенесен кире ҡаҡмай, йомоштарын үтәй-үтәй эскесегә әйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡайһыһына ҡапҡа, ҡайһыһына гараж ишеге, кемеһ-енәлер өйөнә йылылыҡ үткәреү өсөн торба иретеп йәбештерергә, йә башҡа берәй ярҙам кәрәк булып ҡына торҙо. Ауылда мәшәҡәт бөтәме ни? Эш бөткәс, һәр хужа ла, рәхмәт йөҙөнән, табын әҙерләй, яртыһын ҡуя. Анауы хәтле эште эшләгәс, бала-саға кеүек эсмәйем, тип ултырыуы оят һымаҡ. Тәүҙәрәк Илдус үҙен ирҙәр менән тин тотор өсөн эсһә, һуңыраҡ – шулай тейеш кеүек ҡабул итә башланы. Ул саҡта эшләгән эшең өсөн аҡса алыу түгел, тәҡдим итеү ҙә оят кеүек ине. Ауылдаштар бер-береһенә ихлас ярҙам итәләр, хаҡ түләү йәки алыу тураһында һүҙ ҙә юҡ, сәйен-мейен әсәһең дә, вәссәләм, ике яҡ та риза, ҡәнәғәт.
Әсәһе мәрхүм булғас, бөтөнләй айныманы тиерлек. Өй аулаҡ ҡалғас, теләһә ниндәй әтрәгәләм йыйылды, ир-ат ҡына түгел, эсергә әүәҫ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа урап үтмәне. Көндәрҙән бер көндө Илдус шундай ҡатындарҙың береһе Миңһылыуҙың ҡосағында уянды. Үҙенән 5-6 йәшкә оло ҡатынды тәүҙә ҡыуып маташты, һуңыраҡ, ахыры, яҙмышына күнде. Ир-егеттең күңеленә юл уның ашҡаҙаны аша үтә, тигәндәй, әсәһе үлгәндән һуң аслы-туҡлы көн күргән Илдусҡа Миңһылыуҙын юҡтан бар итеп әҙерләгән аш-һыуы ла хан һыйындай тойолғандыр. Эсмәгән сағында донъяһын гөл итеп тота Миңһылыу, ишек төбөнә түшәгән балаҫына ла ҡыйып баҫҡыһыҙ, тик айыҡ көндәре генә һирәк шул, эсә башлаһа – бер нәмә лә кәрәкмәй, донъяһы түгел, балаларын да онота.

Бөгөн Сәғит йома намаҙына сыҡҡас, урамда Илдусты осратҡайны, иҫерек икәнлеген күреп, өндәшмәй уҙып китте. Өйө артында моңайып ултырған Илгизде йәлләп, үҙе менән мәсеткә алып китте. Айыҡ сағында һөйләшеп ҡарағаны бар уның Илдус менән, тик бушҡа ғына.

Илгиз ҡайтып ингәндә Гүзәл тупһала ултыра ине, әсәһе һаман ҡайтмаған. Ул ҡыуана-ҡыуана һеңлеһенең итәгенә кәнфиттәрен бушатты. Гүзәл шатлығынан нишләргә лә белмәне, шунда уҡ береһен ҡағыҙын әрсеп һоғондо ла, әле береһен, әле икенсеһен алып ҡағыҙындағы һүрәттәрҙе ҡараны, уларҙы бер рәткә теҙеп һалып, берсә өйөп, берсә таратып уйнарға тотондо, һеңлеһен шатландыра алыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек кисергән Илгиз кинәнеп һөйләнде:
– Кәнфиттәрҙе Хәҙрәт ағай бирҙе, унда, мәсеттә күп, уларға Алла... Алла... – Аллаһы Тәғәлә тип әйтергә теләгәйне Илгиз, хәтеренә төшөрә алмай аҙапланды, – уларға бер ағай көн дә килтереп бирә икән...
Күп тә үтмәй, ҡапҡанан абына-һөрөнә әсәләре килеп инде, уға үҙе кеүек ҡыҙмаса бер ҡатын эйәргән, Шәмсиә апай икән.
– Эй-й, минең бәпестәрем йоҡонан торған икән, хәҙер сәй эсерәм, әйҙә, әйҙә, Шәмсиә, – тип өйгә инеп китте, әхирәте лә уның артынан тәнтерәкләне. Бер аҙҙан балалар сәй эсергә өмөт-ләнеп өйгә ингәндә, сәйнүк борҡорап ҡайнай, әсәһе хырылдап йоҡлай, ә Шәмсиә өҫтәлгә башын һалған килеш йырлап маташа ине. Илгиз һеңлеһен етәкләп кире урамға сыҡты. Өләсәһе иҫән саҡта уға барып һыйыналар ине. Башҡа барып морон төртөрлөк туғандары ла юҡ шул ауылда. Ярай ҙа Илгиз мәсеттә үҙәк ялғап алды, Гүзәл бит кисәгенән бирле бер нәмә лә ҡапҡаны юҡ, ағаһы һыйлаған кәнфиттән башҡа. Ишек алдында ҡотороп үҫкән әрем, алабута араһында Гүзәл ятып йоҡлап китте. Илгиз дә уның янына һуҙылды.
Атаһының һүгенгән тауышына тертләп уянған Илгиз тороп ултырҙы. Ҡайҙа ятҡанлығын аңлай алмай ян-яғына ҡаранды, яурындарын йыйырып ҡалтыранып ҡуйҙы, өшөткән дә икән, бейек үлән араһында тупраҡ дымлы икәнен бая һиҙмәгәндәр, күрәһең.
– Балалар ҡайҙа, тим мин һиңә, бар, эҙләп алып ҡайт, инәнде эт талаған бисә, рәхәтләнеп йоҡлап ята, – тип екеренде Илдус. Ул арала әсәһе Илгизде абайлап ҡалды.
– Ҡайҙа Гүзәл?
– Бында, йоҡлап ята, ана...
Атаһы абына-һөрөнә килеп Гүзәлде күтәреп алды ла өйгә инеп китте, әсәһе лә һөйләнә-һөйләнә артынан эйәрҙе. Илгиз ары һуғылып, бире һуғылып йөрөнө лә, ашарға бер нәмә лә тапмағас, инде нисәнсе көн өҫтәлдә ултырып банка төбөндә ойоған һөттө күтәреп эсеп ҡуйҙы. Урамға сығып, бер аҙ тапанып торғандан һуң, Әмирҙәргә табан атланы Илгиз. Әмир – уның дуҫы, һәйбәт малай, ҡайһы саҡ йөрөп ҡарарға велосипедын да биреп тора. Тик, ниңәлер, әсәһе Илгизде яратмай, уның менән уйнарға ҡушмай. Шуға күрә Илгиз әсәһенең күҙенә бик салынмаҫҡа тырыша. Әле лә, ҡапҡаны әкрен генә асып, башын тығып ҡына ишек алдын байҡаны. Дуҫы күренмәгәс, «Әмир» тип ҡысҡырҙы ла, ҡапҡа тышында торған эскәмйәгә ултырып, ҡойма егенән ихатаны күҙҙән үткәрҙе. Рәт-рәт булып теҙелгән алмағастарға, ҡарағат, сейә ҡыуаҡтарына, арыраҡ урынлашҡан ҡыяр, кишер, түтәлдәренә, аллы-гөллө сәскәләргә һоҡланмаҫлыҡ түгел шул. Үҙҙәренең ҡый үләндәре баҫҡан ишегалды менән сағыштырғанда ожмах баҡсаһы инде. Бына бит, Әмирҙең ата-әсәһе эсмәгәс, ниндәй матур йәшәйҙәр. Айыҡ ваҡытында Илгиз атаһы менән һөйләшә, шаярып та ала, иркәләнә, ә эсеп алһа, һөҙгәк үгеҙме ни, яҡын барырлыҡ түгел, күҙенә салынған кешегә бәйләнергә генә тора. Үҙе эсһә лә, әсәһенең эскәнен яратмай, шунан китә ыҙғыш-талаш.
Илгизде күңелһеҙ уйҙарынан арындырып, ҡапҡала Әмир күренде.
– Беҙ атай менән балыҡҡа барабыҙ, иртәгә уйнарбыҙ, йәме, – күҙҙәренән шатлыҡ нурҙары бөркөлгән Әмир шулай тине лә инеп тә китте.
Инде нимә эшләргә? Телевизоры ла ватылып ҡуйҙы. Шулай бәрелеп-һуғылып йөрөй торғас, кис тә етте, Илгиз кисәнән йыйылмаған урынына инеп ятты.
Иртәнсәк ул йоҡонан торғанда Гүзәл йоҡлай ине, атаһы ла, әсәһе лә өйҙә юҡ. Өйгә тәмле еҫ таратып өҫтәлдә ҡурылған картуф тора. Әҙ-мәҙ ҡапҡылап алды ла, Гүзәл янына килде.
– Тор инде, Гүзәл, сәй эсәйек.
– Эскем килмәй.
– Әсәй картуф бешергән, әйҙә, асыҡманыңмы ни?
– Юҡ.
Гүзәлдең тауышы хәлһеҙ генә сыҡҡас, Илгиз ҡулын маңлайына ҡуйып ҡараны. Башы уттай яна ине. Ағаһы биргән сәйҙе бер-ике йотто ла, Гүзәл кире ятты. Илгиз үҙенең юрғанын алып килеп, һеңлеһенең өҫтөнә ҡатлап япты ла, ишек алдына сығып йөрөп әйләнде. Гүзәл кире йоҡлап китте. Мәсет яғынан аҙан тауышы ишетелде.
– Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр! Әшһәдү әллә илаһу иллә алла...
Элек тә ишетә ине ул аҙан ҡысҡырғандарын, ишетә лә, онота ине, ә бөгөн аҙан нисектер башҡасараҡ, күңелгә яҡыныраҡ, моңлораҡ яңғырағандай тойолдо. Шул моң уны үҙенә саҡырған, әйҙәгән кеүек булды һәм ул мәсеткә табан йүгерҙе.
Илгизде Сәғит хәҙрәт шатланып ҡаршы алды:
– Әйҙүк, Илгиз, әйҙә, тәһәрәт ал да, намаҙға баҫ.
– Ҡайҙа ул тәһәрәт? Нимә була ул? – Илгиз ян-яғына ҡаранды. Хәҙрәт рәхәтләнеп көлдө лә:
– Тәһәрәт ул – намаҙ уҡыу өсөн йыуыныу, паҡланыу. Кил, әйҙә, тәүҙә өс тапҡыр ҡулдарыңды йыу, унан өс тапҡыр ауыҙыңды сайҡат, – тип тәртибе менән тәһәрәт алдырғандан һуң, үҙе менән кисәге намаҙ уҡыған урынға алып китте.
– Бына ошонда тор ҙа, беҙҙең арттан хәрәкәттәрҙе ҡабатла, эстән генә үҙеңдең теләктәреңде теләп тор. Ихлас теләктәрең ҡабул булыр, иншалла, – тип үҙе йәмәғәт алдына барып баҫты.
Тағы ла кисәге хәлдәр ҡабатланды. Хәҙрәт ағаһы ят телдә ниҙер һөйләне, шул уҡ хәрәкәттәр ҡабатланды. Илгиз дә бергилке аптыранып торғандан һуң, улар артынан өлгөрөргә тырышып, эйәрҙе. Тора-бара уға хатта был «уйын» оҡшап китте әле: йәше-ҡарты бер булып, кемуҙарҙан берсә ултырып алалар, берсә туңҡайып яталар, берсә тороп баҫалар. Кинәт Илгиздең иҫенә Хәҙрәт ағаһының «Теләктәреңде теләп тор», тигәне килеп төштө һәм ул ятһа ла, торһа ла, «Миңә велосипед кәрәк, миңә велосипед кәрәк», тип ҡабатларға тотондо. Үҙе был мөғжизәгә бик ышанып та етмәгәндәй, шулай ҙа, кем белә, ана бит, Аллаһы Тәғәлә көн дә кәнфит-перәниген килтереп биреп тора ти. Иртәгә килеүенә мәсеттә велосипед көтөп торһа, ә?! Әмирҙеке кеүек. Юҡ, унан да шәберәге! Ә унан да шәберәге буламы икән ул? һәм ул ихласлап, «Әмирҙекенән дә яҡшыраҡ велосипед алып кил миңә, Аллаһы Тәғәлә», тип ҡабатларға тотондо һәм намаҙҙың тамамланғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
Сәй эсеп торманылар бөгөн, Хәҙрәт ағаһы бер ус кәнфит сығарып тотторҙо ла, ҡайтырға ҡуҙғалған халыҡ артынан эйәрҙеләр. Өйгә ҡайтышлай Сәғит хәҙрәт Илгизгә Аллаһы Тәғәләнең донъялағы бар нәмәне лә белеп-күреп тороуы, ул бөтә нәмәне лә булдыра алыуы тураһында, ихлас күңелдән һораһаң, теләктәреңдең тормошҡа ашыуы тураһында һөйләне.
– Ә мин унан бая велосипед һораным, ҡасан алып килер икән?
– Велосипед?
– Эйе.
– Эй бала, бала... Ундай ваҡ-төйәк, донъя кәрәк ярағын һорайҙармы ни? Аллаһы Тәғәләнән йорт-илгә тыныслыҡ, яҡындарыңа, ата-әсәйеңә сәләмәтлек, аҡыл-тәүфиҡ һорарға кәрәк.
– Ә велосипед бирмәйме? – тине Илгиз бошоноп.
– Ул бер кемгә лә, бер нәмәне лә үҙе килтереп бирмәй, Илгиз, сәбәп ҡылырға кәрәк. Мәҫәлән, һиңә велосипед алыр өсөн атайың эшләп аҡса табырға тейеш...
Илгиздең бөтөнләй кәйефе ҡырылды, атаһы һатып алғас, ниңә уны Аллаһы Тәғәләнән һорарға? Татлы хыялы селпәрәмә килгән Илгиз күңелһеҙләнеп өйөнә боролдо.

Фәриғә Күҫәкова,

Фото: darudar.org

ashkadar.com

Тәүбә (хикәйә).
Тәүбә (хикәйә).
Автор:
Читайте нас: