Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ғинуар 2023, 11:39

Республикала бал ҡорттарына һәм балға молекуляр-генетик экспертиза үткәреләсәк

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан умартасылығы продукцияһын яҡлау һәм алға ебәреү буйынса «Алтын Солоҡ» төбәк-ара үҙәгенә лаборатория статусын бирҙе.

Республикала бал ҡорттарына һәм балға молекуляр-генетик экспертиза үткәреләсәк
Республикала бал ҡорттарына һәм балға молекуляр-генетик экспертиза үткәреләсәк

Унда бал ҡорттарына һәм балға молекуляр-генетик экспертиза үткәреләсәк. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һөйләне.

Бындай тикшереүҙәрҙе элек башҡа бер төбәктә лә үткәрелмәгән. Билдәләп үтергә кәрәк, былтыр «Алтын Солоҡ» үҙәге урта рус тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы статусын алды.

Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостан генетика нигеҙендәге бал ҡорттары селекцияһында һәм тоҡомло үрсетеүҙә илдә беренсе буласаҡ.

Лабораторияла илдә һәр ваҡыт тулыландырып һәм яңыртып торған бал ҡорто ДНК-һының иң ҙур банкы йыйылған. Ошо мәғлүмәт ярҙамында һәр тоҡом бал ҡорто өсөн эталон идентификаторҙар булдырырға мөмкин.

https://ye102.ru

Республикала бал ҡорттарына һәм балға молекуляр-генетик экспертиза үткәреләсәк
Республикала бал ҡорттарына һәм балға молекуляр-генетик экспертиза үткәреләсәк
Автор:
Читайте нас: