Дим буйҙары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Февраль 2023, 16:40

Юҡ, туҡтарға уйламай

Республикала коронавирус та, ОРВИ ла арта

Юҡ, туҡтарға уйламай
Юҡ, туҡтарға уйламай

Башҡортостанда коронавирус менән сирләү осраҡтары артыуын дауам итә. Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы аҙнала сирҙең 2060 осрағы теркәлгән, был алдағы аҙна менән сағыштырғанда 16 процентҡа күберәк. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин әйтте.

Йоғошло ауырыуҙар госпиталдәрендә коронавирус менән сирләгәндәрҙе дауалау өсөн 340 урын булдырылған. Әлеге ваҡытта урындарҙың 33 проценты буш.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең тәүлегенә 296 кешегә артыуы тураһында хәбәр итте. Әле стационарҙа 156 ковид-ауырыу дауалана, уларҙың күбеһе – өлкән йәштәге пациенттар. Ике меңдән ашыу кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, уларҙың 600-ҙән ашыуы – 60 йәштән өлкән пациенттар.

Азат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, ОРВИ менән сирләүселәр ҙә арта. 10 мең кешегә күрһәткес 99,9 тәшкил итә, был уҙған аҙна менән сағыштырғанда 3,9 процентҡа күберәк.

Фото: Башинформ. 

bashgazet.ru

Юҡ, туҡтарға уйламай
Юҡ, туҡтарға уйламай
Автор:
Читайте нас: