Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Март 2023, 11:17

Һунарсылар дүрт бүрене атып алған

ауыл халҡы әйтеүенсә, йыртҡыстар ауылға килгән, малға тейгән, хатта кешегә лә хәүеф менән янаған.

Һунарсылар дүрт бүрене атып алған
Һунарсылар дүрт бүрене атып алған

Ғафури районында йәшәүселәр әйтеүенсә, бүреләр ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра.  

– Ҡалала торғандар быны аңламай, - тип яҙған Юлыҡ ауылында йәшәүсе ҡатын.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала бүреләрҙе аулау миҙгеле март аҙағына тиклем билдәләнгән. Әлбиттә, социаль селтәрҙәрҙә был ваҡиға хаҡында бәхәс ҡупҡан. Берәүҙәр, ауыл араһында өйөрө менән йөрөгән берәҙәк эттәрҙе атырға ярамай, кешеләргә һөжүм итеү, ашау осраҡтары бихисап, урманда үҙ йүнен үҙе күреп, кеше күҙенә салынмаҫҡа тырышып йәшәүсе бүрегә көн юҡ, тигән. Икенселәре, берәҙәк эттәр ҙә күп, һүҙ ҙә юҡ, әммә ләкин бүреләрҙең дә ауылға килеп зыян итеү осраҡтары булған бит. Хәтәр..., тип өҫтәгән. Өсөнсөһө, ошоға тиклем кемделер бүре талаған, йә ашаған, тигәнде ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ, малға тейә, берәҙәк эттәр кешегә ла, малға ла тейә, тигән. Ә һеҙ нимә тип әйтер инегеҙ?

shonkar.com

 

Автор:
Читайте нас: