Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Март 2023, 09:29

Иң яҡшы һөҙөмтә – беҙҙә

Башҡортостан ҡалалары араһында Өфө, Күмертау һәм Октябрьский лидер, ә муниципаль берәмектәр араһында...

Иң яҡшы һөҙөмтә – беҙҙә
Иң яҡшы һөҙөмтә – беҙҙә

Йыл башынан Башҡортостан төҙөүселәренә төҙөлөш өсөн 326 рөхсәт ҡағыҙы бирелгән. Был, ДОМ.РФ торлаҡ төҙөлөшө берҙәм мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Волга буйы федераль округындағы иң яҡшы һөҙөмтә.

Бөгөнгә төбәктә өс миллион квадрат метр тирәһе торлаҡ төҙөлә. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Волга буйы федераль округында – лидер һәм Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре араһында һигеҙенсе урында. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

"Төҙөлөшкә рөхсәт ғаризаларының барыһы ла Башҡортостан Республикаһы ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеү дәүләт мәғлүмәт системаһы аша ҡабул ителде. Ул илдәге дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе тәҡдим итеү буйынса иң яҡшы практикаларҙың береһе булып тора. Система документтарҙы әҙерләү, килешеү һәм раҫлау буйынса процесты тиҙләштерә", - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Башҡортостан ҡалалары араһында Өфө (61), Күмертау (11) һәм Октябрьский (9), муниципаль берәмектәр араһында лидерҙар – Өфө (66), Туймазы (30) һәм Әбйәлил (14) райондары. 

Фото: iossro37.ru
bashgazet.ru

Иң яҡшы һөҙөмтә – беҙҙә
Иң яҡшы һөҙөмтә – беҙҙә
Автор:
Читайте нас: