Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Май 2023, 16:19

Бөйөк байрамға арналды

Йылбулаҡтамаҡ ауылында Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған сара үтте.

Бөйөк байрамға арналды
Бөйөк байрамға арналды

Тыл ветерандары, һуғыш осоронда тыуған апайҙар һәм барлыҡ ҡатнашыусылар һуғышта яу яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙарыбыҙҙы, илебеҙҙе һуғыштан һуңғы емереклектәрҙән тергеҙеүгә бар көстәрен һалғандарҙы хәтергә алып бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

Байрамға йыйылыусыларҙы ауыл Советы хәкимиәте башлығы Р.Р.Ниғмәтйәнов, район хәкимиәтенән килгән Р.Р.Мөхәмәтшин, ветерандар Советы рәйесе К.Г.Хафизов, Йылбулаҡтамаҡ мәктәбе етәксеһе Г.Н.Ниғмәтйәнова тәбрикләп үтте. Һәр сығыш яһаусы Бөйөк Еңеүҙең миллионлаған ҡорбандар менән яулап алыныуын, был аяуһыҙ һуғыштың һәр ғаиләгә уңалмаҫ яра һалыуын телгә алды. Ул дәһшәтле йылдарға 78 йыл үтһә лә, беҙҙең бурысыбыҙ - илебеҙ азатлығы өсөн башын һалғандарҙы хөрмәтләү, Бөйөк Еңеүҙең ниндәй ҡорбандар бәрәбәренә яуланыуын онотмау, тарихыбыҙҙы ысынбарлығында һаҡлау.    

Йола буйынса, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар хөрмәтенә ауыл халҡы һәм мәктәп уҡыусылары обелискка сәскәләр һалды. Байрам ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙары менән тамамланды.

https://vk.com/podslushano_elbulak

Бөйөк байрамға арналды
Бөйөк байрамға арналды
Бөйөк байрамға арналды
Бөйөк байрамға арналды
Автор:
Читайте нас: