

Дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, муниципалитеттар менән килешеү буйынса эшләүсе уларға буйһоноусы ойошмалар һәм предприятиелар файҙалана торған пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн киҫәтеү яһала. Шулай уҡ, пилотһыҙ осҡостарҙы Башҡортостан Республикаһы оператив штабы ҡаршыһындағы махсус төркөм менән килешеп ҡулланырға мөмкин.
Пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыуҙы граждандар һәм юридик берәмектәр тарафынан килешеү төҙөү махсус тәртиптә уҙасаҡ.
Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев "ВКонтакте" социаль селтәрендәге битендә республикала пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыуға бағышланған пост баҫтырып сығарҙы.
“Потенциаль ҡурҡыныс менән бәйле рәүештә, Рәсәйҙең ҡайһы бер субъекттарында пилотһыҙ осҡостарҙың осоштарын тыйыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Республикала, шулай уҡ, осоу аппараттары статусын билдәләү, уларҙы лицензиялау һәм, иң мөһиме - тораҡ пункттар сиктәре эсендә махсус рөхсәтһеҙ осоштарҙы тыйыу кәрәклеге тураһында мәсьәлә тора", - тип яҙған ул.
Константин Толкачев хәбәр итеүенсә, перспективала беҙ дрондарҙы төрлө категорияларға бүлергә, уларҙы пилотлауға таныклыҡ бирергә, уларҙан файҙаланыу эшсәнлеген лицензияларға тейеш буласаҡбыҙ.
Фото: bashinform.ru
https://kiziltan.ru