Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
30 Август 2023, 05:35

Өфөләрҙе «Һөт иле» фестиваленә саҡыралар

Был юлы ул Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы буйында ойошторола.

Өфөләрҙе «Һөт иле» фестиваленә саҡыраларӨфөләрҙе «Һөт иле» фестиваленә саҡыралар
Өфөләрҙе «Һөт иле» фестиваленә саҡыралар

Ошо ял көндәрендә, 2 сентябрҙә, Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола, унда һөт продукцияһы йәрминкәһе эшләй. Росмол, Ҡырмыҫҡалы һөт-консерва комбинаты, Өфө һөт заводы, Мәләүез һөт-консерва комбинаты, «Алексеевка» агросәнәғәт комплексы, Мәсәғүт һөт комбинаты, «Тәүәкән», Бәләбәй һөт комбинаты, СН-Продукт һәм башҡалар үҙ тауарҙарын тәҡдим итә.

Бынан тыш, «Сыр кибете»ндә республиканың төрлө район-ҡалаларынан 13 етештереүсенең продукцияһын һатып алырға мөмкин. Улар иҫәбендә — Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Иглин, Мәсетле, Туймазы, Кушнаренко, Дәүләкән райондары, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Әйткәндәй, бейә һөтөнән эшләнгән эсемлектәрҙе яратыусылар өсөн «Ҡымыҙлы бар» эшләй. Ғөмүмән, Өфөлә ғаилә фестивалендә 40-тан ашыу һөт һәм һөт ризыҡтарын етештереүсе ҡатнаша.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл «Һөт иле» фестивале тәүгә яңы майҙансыҡта - Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы буйында ойошторола.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас