Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Сентябрь 2023, 14:09

Башҡортостанда хөкөм ителгән кешеләр таксист булып эшләй алмаясаҡ

Сентябрҙә әлеге эшсәнлек өлкәһенең именлеген арттырыуға йүнәлтелгән пассажирҙар һәм багажды ташыуҙы ойоштороуҙың яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә керә

Башҡортостанда хөкөм ителгән кешеләр таксист булып эшләй  алмаясаҡ
Башҡортостанда хөкөм ителгән кешеләр таксист булып эшләй алмаясаҡ

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡорылтайҙа комментарийҙар бирелеүенсә, федераль закондарҙың яңылыҡтары кеше үлтереү, сәләмәтлеккә аңлы рәүештә ауыр зыян килтереү, талау, шәхестең енси ҡағылһыҙлығын һәм енси иреген боҙоу һәм башҡа ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителгән кешеләргә ҡағыласаҡ.

“Шулай уҡ юл хәрәкәте өлкәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн өстән артыҡ түләнмәгән штрафы булған һәм машина йөрөтөү таныҡлығынан ҡабат мәхрүм ителгән йәки язаның алдағы срогы тамамланғандан һуң бер йыл эсендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ ҡулға алынған граждандарға ла таксиҙа эшләргә рөхсәт ителмәй. Ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителеү язаһын үтәгәндән һуң 8 йыл уҙғас, айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителеү 10 йыл уҙғас ғәмәлдән сығарыла. Шулай уҡ, әгәр хөкөм ителгән кеше язаны үтәгәндән һуң үҙен кәмселекһеҙ тотҡан һәм енәйәт килтергән зыянды ҡаплаған булһа, хөкөм ителеү срогы тамамланғансы, суд тарафынан төшөрөлөргә мөмкин. Хөкөм ҡҡарарын ғәмәлдән сығарыу ҙа, уны бөтөрөү ҙә Енәйәт кодексында ҡаралған барлыҡ хоҡуҡи һөҙөмтәләрҙе юҡҡа сығара”, — тип хәбәр ителә парламенттың матбуғат хеҙмәтендә.

Башинформ. 

 
Башҡортостанда хөкөм ителгән кешеләр таксист булып эшләй  алмаясаҡ
Башҡортостанда хөкөм ителгән кешеләр таксист булып эшләй алмаясаҡ
Автор:
Читайте нас: