Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Сентябрь 2023, 13:44

Марат Зарифуллин “ГеоВызов” халыҡ-ара чемпионатында ҡатнаша

Октябрьский ҡалаһынан студент Марат Зарифуллин “ГеоВызов” халыҡ-ара чемпионатында ҡатнашасаҡ

Марат Зарифуллин “ГеоВызов” халыҡ-ара чемпионатында ҡатнаша
Марат Зарифуллин “ГеоВызов” халыҡ-ара чемпионатында ҡатнаша

Ул С.И.Кувыкин исемендәге Октябрский нефть колледжының өсөнсө курсында уҡый. Әлеге мәлдә файҙалы ҡаҙылмалар, минералогия һәм петрография уҡытыусыһы Валентина Митрофанова етәкселегендә чемпионатҡа әҙерләнә.

“Мәктәптә уҡығанда ла география һәм тарих буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша инем,  күптән түгел геология буйынса республика олимпиадаһында призлы урын алдым”, – ти Марат.

Марат “ГеоВызов” геологтар бәйгеһенең Башҡортостанда үткәрелеүен тәбиғи хәл тип иҫәпләй. “Геологияны өйрәнеү өсөн беҙҙә уникаль урындар бар. Октябрский ҡалаһын һәм уның тирә-яғын ғына алып ҡарайыҡ, бында ысын геологик табыштарға юлығырға мөмкин. Ошондай ҙур чемпионатта ҡатнашыу минең өсөн – яңы белем, эксперттар менән аралашыу, яңы объекттарҙа булыу”, – ти ул.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Был сара Башҡортостанда 16-22 сентябргә ҡәҙәр дауам итә.

https://ufimnivy.ru

Автор:
Читайте нас: