Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
20 Сентябрь 2023, 10:37

Рәсүл Ҡарабулатов юғары наградаға лайыҡ булды

Сәхнә оҫтаһына уны Башҡортостстан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Рәсүл Ҡарабулатов юғары наградаға лайыҡ булдыРәсүл Ҡарабулатов юғары наградаға лайыҡ булды
Рәсүл Ҡарабулатов юғары наградаға лайыҡ булды

Республиканың  Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ  артисы Рәсүл Ҡарабулатов  Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Юғары награданы уға Башҡортостстан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Башҡортостанда Рәсүл Ҡарабулатовты  ҡурайсы, музыкант, йырсы һәм театр актёры булараҡ беләләр. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика ҡурайсылар конкурсында I урын алған, 1996 йылда  Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булған.

Рәсүл Ҡарабулатов - «Каруанһарай» төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе. Уны юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Фото геройҙың шәхси архивынан.

bashgazet.ru

Рәсүл Ҡарабулатов юғары наградаға лайыҡ булды
Рәсүл Ҡарабулатов юғары наградаға лайыҡ булды
Автор:
Читайте нас