

Йыл һайын юлдарҙы проектлау, төҙөү һәм ремонтлау буйынса эштәр алып барыла. Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең бурысы — hәр көн, ҡышын hәм йәйгеһен, теләһә ниндәй hауа шарттарында юлдарҙы яҡшы хәлдә тотоу. Бөгөн Бишбүләк районы Юл төҙөлөш-ремонлау идарараһы коллективында 45 хеҙмәткәр — үҙ эштәренең һөнәрмандары эшләй. Районда 450 километрҙан ашыу юл — бик мөhим «артерийҙар» һалынған.Башҡарылған эштәр hәм быйылғы һөҙөмтәләр тураһында «Башкиравтодор» акционерлыҡ йәмғиәте филиалы Бишбүләк юл ремонт- төҙөлөш идараһының етештереү-техник бүлеге (ПТО) инженеры Динар Марат улы Зарипов һөйләне.
— Дөйөм алғанда, районда хеҙмәт күрһәтелә торған барлыҡ юлдарҙың оҙонлоғо 474 км тәшкил итә. Юлдарҙы ремонтлау hәм ҡарап тотоу буйынса эштәр пландар буйынса башҡарылды. Быйыл Бишбүләк юл ремонт- төҙөлөш идараһы көсө менән Бишбүләк — Сиҙәкбаш юлына 1,5 км оҙонлоҡта асфальт һалынды, Бишбүләк —Бәләбәй автомобиль юлы ремонтланды, уның оҙонлоғо 1,3 км. Алексеевка hәм Каменка ауылдары урамдарына ваҡ таш һалынды. Аксен — Бишбүләк, шулай уҡ Ырымбур өлкәһе сигендәге юлдар яңы асфальт менән ҡапланды. Беҙҙең ойошма райондың барлыҡ юлдарында соҡорҙарҙы даими рәүештә ремонтлай.
- Беҙҙең барлығы 29 берәмек техника бар — дүрт комбинациялы юл машинаһы, өс автогрейдер, ике прицеплы грейдер, дүрт экскаватор-төйәгес, дүрт бульдозер, туғыҙ трактор. Улар барыһы ла эштә ҡатнаша. Асфальт заводы бөгөнгө көндә тулы ҡеүәтенә эшләй. Yҙ техникабыҙ менән Боголюбовка ауылындағы карьерҙан ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһын сығарабыҙ, фракцияланған ваҡ ташты Белорет районының Абҙаҡ ауылынан ташыйбыҙ, асфальт әҙерләү өсөн битумны Салауат hәм Өфөнән алып ҡайтабыҙ. Эштәр өсөн барлыҡ асфальтты үҙебеҙҙең завод сығара. Беҙҙә яуаплы, тырыш кешеләр генә эшләй, сөнки беҙҙең эшебеҙҙә күп нәмә тап бына уларҙан тора. Эш, әлбиттә, бик ауыр. Әммә уның һөҙөмтәләре район халҡы өсөн бик әhәмиәтле hәм һиҙелерлек. Юлсылар полотноның үҙен ремонтлау менән генә сикләнмәй, улар ундағы билдәләрҙе күҙәтә, яңырта, юлдарға боҙлауыҡ ваҡытында ҡом һибә, ә ҡар яуһа, таҙарта. Юл хужалығы эшселәре алдында торған барлыҡ бурыстарҙы һанап сығыу ҙа мөмкин түгел. Сөнки юлдарҙа йөрөүселәрҙең именлеге тап бына юлсыларҙың яҡшы эшенә бәйле.
Н а и л ә СӘ Б Ә Х О В А яҙып алды .
А вт о р ф о т оһы .