

Балалары колледждарҙа түләүле уҡыған күп балалы ғаиләләргә компенсация биреү хоҡуғы менән тәүгә 2,5 мең самаһы ғаилә файҙаланасаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында билдәле булды. Уны Премьер-министр Андрей Назаров алып барҙы. Республика Министрҙар кабинеты башлығы билдәләүенсә, күп балалылыҡҡа йүнәлеште һаҡлау һәм үҫтереү төбәк ғаилә сәйәсәтенең төп һөҙөмтәләренең береһе булып тора.
– Башҡортостан ғаиләләре структураһында күп балалылар өлөшө 2018 йылда 23,6 проценттан 2022 йылда 31,8% тиклем артҡан. 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, өс һәм унан күберәк балалы ғаиләләр һаны республикала 27,4% артҡан һәм 59 мең тәшкил иткән (сағыштырыу өсөн - 2010 йылда улар 46,3 мең ине). Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында был беренсе һөҙөмтә (Рәсәйҙә - етенсе урын). Һуңғы һорау алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, балалы ғаиләләрҙең, айырыуса күп балалы ғаиләләрҙең, ғәйәт ҙур иждивенлыҡ йөкләмәһе һаҡлана. Финанс сикләүҙәренең белем алыуға етди тотҡарлыҡ булыуын иҫәпкә алғанда, беҙҙең республикала урта һөнәри белем биреү программалары буйынса уҡыған күп балалы ғаиләләрҙең балаларын уҡытыу хаҡын компенсациялау рәүешендә өҫтәмә ярҙам сараһы индерелде, - тине Андрей Назаров.
Ултырышта күп балалы ғаиләләргә яңы ярҙам итеү тәртибе тураһында ентеклерәк Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне. Министр үҙ сығышында күп балалы ғаиләләргә колледждарҙа белем алыу хаҡын компенсациялау формаһында өҫтәмә ярҙам тураһындағы законға республика Башлығы 2023 йылдың июнь аҙағында ҡул ҡуйыуын хәтергә төшөрҙө.
Документҡа ярашлы, компенсация күләме уҡыу йылы өсөн уҡыу хаҡынан 50% тәшкил итәсәк, әммә уҡыу йылы өсөн 30 мең һумдан да артмаясаҡ. Ошо закондың нормаларын үтәү өсөн төбәктең Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы Хөкүмәттең тейешле ҡарарын әҙерләгән.
Башинформ.