

Әсәй — кеше әйткән иң тулҡынландырғыс һүҙ, шунда уҡ күңелдә йылы hәм яҡты булып китә. Ул hәр ваҡыт ярҙамға ашыға. Хатта улдарының Ватаныбыҙҙы неофашизмдан яҡлау кеүек батырлыҡ ҡарары ҡабул иткәндә лә. Бер йылдан ашыу инде әсәйҙәр Ватанды яҡлау өсөн махсус хәрби операция уҙғарыу зонаһына киткән улдарын көтөп йәшәй.
Нeбиуллина Гүләл Тамимдар ҡыҙының улы Туған ил мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн үҙ теләге менән ҡарар ҡабул иткән . Гүзәл Тамимдар ҡыҙы 1990 йылдан 2020 йылға ҡәҙәр Уҫаҡ-Кисеү ауылының фельдшер-акушерлык пунктында акушерка була. COVID-19 пандемияһы ваҡытында ул Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлегендә эшләй. Хәҙер ул үҙенең хеҙмәт эшсәнлеген район поликлиникаһында шәфҡәт туташы булараҡ дауам итә. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, Гүзәл Тамимдар ҡыҙы бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй, уның энергияһы ташып тора, hәр пациент өсөн ул hәр ваҡыт йылы һүҙҙәр таба.
«Бик иғтибарлы, барыһын да белә, яҡшы мөғәләмәлә» — пациенттар уның тураһында шулай, ти. Ул үҙе иһә үҙ hөнәрендә иң мөһиме — hәр кешегә ҡарата хөрмәт, иғтибар hәм шәфҡәтлелек, тип һанай.
Төп эшенән тыш, Гүзәл Тамимдар ҡыҙы Калинин ауыл Советы ауыл биләмәһе Советы депутаты булып тора. Билдәле буыуынса, ауыл депутаттарынан ауылда теге йәки был проблемаларҙың ни ҡәҙәр оператив хәл ителәсәге, hәм дөйөм алғанда, урындағы халыҡтың именлегенә бәйле. Ире Ринат Ниғмәтбай улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Беренсенән, ир менән ҡатын балаларында патриотизм хисе тәрбиәләгән. 2020 йылда Нәбиуллиндар ғаиләһенең өлкән улы ҡыҫҡа сроклы хеҙмәт үтә. Хәрби хеҙмәттә юғары күрһәткестәре өсөн ул Ҡыҙыл майҙанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә парадта ҡатнашыу бәхетенә ирешә.
Хәҙерге ваҡытта ул махсус хәрби операция зонаһында. Яҡыныңды көтөү — ауыр хәл, шуға күрә Гүзәл Тамимдар ҡыҙы төп эшенән тыш, ирекмәндәр хәрәкәтенә лә ҡушылған. Райондың башҡа кешеләре менән бергә ул хәрбиҙәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу менән шөғөлләнә. Өйҙән килгән hәр хәбәрҙең алғы һыҙыҡтағы егеттәр өсөн күңел дауаһы булыуын яҡшы аңлай.
Әсәйҙәр көнө алдынан беҙ барлыҡ әсәйҙәргә һаулыҡ һәм именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләйбеҙ.
Эльвира ТИКШАЕВА ,
«Вектор» йәштәр үҙәге етәксеһе.