Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
25 Ноябрь 2023, 06:44

Ҡаҙ майының шифаһы ҙур

Ҡаҙ  майы менән бронхиттан ҡотолоп була.

Ҡаҙ майының шифаһы ҙурҠаҙ майының шифаһы ҙур
Ҡаҙ майының шифаһы ҙур
Ҡаҙҙың мамығы, ите генә түгел, уның дөрөҫ иретелгән һәм һаҡланған эс майы ла әллә күпме дауалау үҙенсәлегенә эйә. Белеп файҙаланғанда, ул бик күп сиргә шифа булып тора. Унда РР, Е, Д, В төркөмө витаминдары, файҙалы кислоталар, цинк, магний, селен һәм башҡа минералдар бар. Был май тулыһынса тәбиғи, унда холестерин юҡ. Ҡаҙ майы кислотаһы организмдың һыу балансын яйға һала, май­ҙарҙың һәм уның аналогтарынан торған органик матдәләрҙең организмға тиҙерәк үтеп инеүен арттыра. Ә был, үҙ сиратында, косметик сараларҙың тән тире­һенә тиҙерәк һеңеүенә килтерә, яраларҙың төҙәлеүенә ярҙам итә. Ҡаҙ майы составындағы селен матдәләр алмашыныуын көйләй, аҡһымдарҙы, углеводтарҙы, йодты үҙләштерергә ярҙам итә. Е витамины иһә иммун системаһын нығыта, коллагенды синтезлай, күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай.
 
Компоненттары
  1. Май кислоталары. Организмдың һыу балансын яйға һала; липидтарҙың үтеп инеүен арттыра, ә был үҙ сиратында косметик сараларҙың тән тиреһенә тиҙерәк һеңеүенә килтерә; тиреләге яраларҙың төҙәлеүенә ярҙам итә.
  2. Селен. Матдәләр алмашыуын көйләй, айырым алғанда аҡһымдар һәм углеводтарҙы үҙзләштереүгә ярҙам итә; йод үҙләштереүҙе яҡшырта.
  3. Холестерин. Күҙәнәктәрҙең нигеҙе булып һанала, Д витамины тупланышында ҡатнаша.
  4. Е витамины. Иммун системаһын нығыта, коллогенды синтезлай; күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай.

* * *

Дауаланырға мөмкин:

Бронхит. Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлдән ҡотолоу өсөн ҡаҙ майын ҡырғыстан үткәрелгән һуған менән бутарға һәм ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итергә. Ошо уҡ ҡатнашманы төнгә күкрәк өлөшөнә һөртөргә лә була. Һөҙөмтәһе өс көндән үк күренәсәк.

Туберкулез. Әлеге сирҙән арыныу өсөн, иретелгән ҡаҙ майына алоэ һуты, какао, ваҡланған эрбет сәтләүеге ҡушып болғатырға һәм парҙа йылытырға кәрәк. Көнөнә дүрт тапҡыр, һөт менән бер ҡалаҡ әлеге ҡатнашманы ҡабул итергә кәрәк. Ыңғай үҙгәрештәр бер аҙнанан һуң күренәсәк.

Өшөү. Тәндең өшөгән өлөштәрен ҡаҙ майы менән һөрткәнсе, йылы һыу менән тиренең һиҙгерлек һәләтен ҡайтарырға кәрәк. Сәнсеү бөткәндән һуң, аяҡ-ҡулдарға массаж хәрәкәттәре менән ҡаҙ майы һөртәләр. Йылы кейем кейергә йәки йылы шарф менән уранырға кәрәк.

Экзема. Тире проблемаларынан ҡотолорға ҡаҙ һәм пихта майынан яһалған мазь (2:1) ярҙам итә. Тиренең зарарланған урындарына көнөнә бер нисә мәртәбә һөртөргә кәрәк. Дауалау курсы – 20 көн, был ваҡытта тиреләге йәрәхәттәр төҙәлә.

Ревматизм. Арҡа ауыртҡанда мунсала, арҡаны ҡаҙ майы менән ышҡыу ярҙам итә. Тән йылыныу нәтижәһендә ярҙамы бермә-бер артасаҡ. Процедуранан һуң йылы урында төрөнөп ятырға кәрәк. Бер нисә сеанстан ревматизм үтергә тейеш.

Мускулдарҙағы ауыртыуҙар. Тәнде ауыртыуҙар борсомаһын өсөн, ауыртҡан урындарға май, бал һәм спирт төнәтмәһе менән массаж яһайҙар. Әлеге ҡатнашманы ҡулланыу тиреләге тоҙҙарҙы сығара, ҡан әйләнешен яҡшырта, капиллярҙарҙы нығыта.

Аналыҡтағы ауырыуҙар (эрозия). Иретелгән ҡаҙ майы һәм тырнаҡ гөл төнәтмәһе менән универсаль шыйыҡса яһайҙар. Ун көн дауамында ошо төнәтмәлә сылатылған тампонды, төнгә аналыҡҡа ҡуйып ҡалдыралар. Ун көн һайын аралаштырып, рәттән өс курс эшләргә кәрәк. Был ваҡыт эсендә яра төҙәлә.

Балаға уҙа алмағанда ҡаҙ майы, алоэ япраҡтары, бал һәм һырғанаҡ майы менән ҡатнашма яһарға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс мәртәбә бер ҡалаҡ йылы һөт менән эсергә. Әлеге дарыу ҡатын-ҡыҙҙарҙа аналыҡ көпшәһен таҙарта һәм ир-аттарҙа сперматозоидтарҙың активлығын арттыра.

Простатит. Әлеге ауырыуҙы, ҡаҙ майы, ваҡланған һарымһаҡ, бал һәм каланхоэ һуты төнәтмәһен ҡабул итеп дауаларға була. Ҡатнашманы иртән һәм кис ас ҡарынға бер аш ҡалағы эсәләр. Ике аҙнанан һуң кесе йомошто үтәгән ваҡыттағы ауыртыу бөтөргә тейеш. Тулыһынса дауаланыу өсөн төнәтмәне 30 көн дауамында ҡабул итергә кәрәк.

Барлыҡ сараларҙы ла табип менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡулланыу зарур.

 
Бынан тыш,  ҡаҙ майын оҫта хужабикәләр бешеренеү өсөн дә ҡуллана. Бәлеш, сөсө ҡамыр баҫҡанда, берәр ҡалаҡ һалып ебәреү ҡамырҙы йомшарта. Бөйөрөктәр бешергән шыйыҡ майға ла аҙ ғына ҡушыу зыян килтермәҫ.
https://bashgazet.ru
Ҡаҙ майының шифаһы ҙур
Ҡаҙ майының шифаһы ҙур
Автор:
Читайте нас