Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2023, 14:55

Милек һалымын түләү ваҡыты тамамлана

1 декабрҙә физик берәмектәргә 2022 йыл өсөн һалым түләү ваҡыты тамамлана, тип иҫкә төшөрҙөләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Милек һалымын түләү ваҡыты тамамлана
Милек һалымын түләү ваҡыты тамамлана

Һүҙ милеккә, ергә һәм транспортҡа һалым, шулай уҡ НДФЛ хаҡында бара.

«Әгәр һалым түләүсе ниндәйҙер сәбәптәр буйынса һалым белдереүен алмаған икән, ул күп функциялы үҙәктең теләһә ҡайһы офисына йәки һалым органына мөрәжәғәт итә ала», - тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Һалымды һалым түләүсенең шәхси кабинетында, «Физик берәмектәрҙең һалымы» мобиль ҡушымтаһында һәм Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында, терминалдарҙа, банк һәм почта бүлексәләрендә түләргә мөмкин. Бынан тыш, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Һалым һәм пошлиналар түләү» интернет-сервисы ярҙамында башҡа кешеләр өсөн һалым түләү мөмкинлеге бар.

«2 декабрҙән башлап ваҡытында түләнмәгән һалымға көн һайын Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһының 1/300 күләмендә пеня һалына», - тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.

Өҫтәмә мәғлүмәтте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте идаралығының ҡыҙыу бәйләнеш телефоны буйынса алырға мөмкин: 7 (34-72) 15-10-70 (өҫтәмә номер 55-55), шулай уҡ Федераль һалым хеҙмәтенең Берҙәм контакт-үҙәге телефоны: 8-800-222-22-22. Мөлкәт һалымын түләү тураһында күберәк мәғлүмәтте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында табырға мөмкин.

https://ural-rb.ru

 

Милек һалымын түләү ваҡыты тамамлана
Милек һалымын түләү ваҡыты тамамлана
Автор:
Читайте нас: