Дим буйҙары
+24 °С
Ямғыр
Общие статьи
7 Декабрь 2023, 15:28

Нисә градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин?

Был турала Башҡортостандың мәғариф министры иҫкәртә

Нисә градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин?Нисә градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин?
Нисә градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин?

Башҡортостанда аномаль һыуыҡтар көтөлә. Аҙна аҙағында уҡ һауа температураһы 33 градусҡа тиклем түбәнәйә. Шуның менән бәйле республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин ниндәй температурала уҡыусыларға өйҙә ҡалырға рөхсәт ителгәнен иҫкә төшөрҙө.

Шулай итеп, башланғыс кластар өсөн ауыл мәктәптәрендә 23 градус һалҡында, ҡала мәктәптәрендә 25 градус һыуыҡта дәрестәр булмай.  Ауыл ерендәге 5-9 класс уҡыусылары өйҙә ҡала, әгәр тәҙрә артында иртән термометр бағанаһы 25 градус нулдән түбән күрһәткән булһа, ҡалала 27 градус һалҡын мәктәпкә бармау өсөн сәбәп булып тора.

10-11 кластар - ауылда һауа температураһы 30 градустан түбән төшһә, ҡала уҡыусылары - 32 градус һыуыҡта.

Башинформ.

 
 

 

Нисә градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин?
Нисә градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин?
Автор:
Читайте нас