+30 °С
Болотло


Башҡортостан мәктәптәрендә ҡышҡы каникул көндәре билдәле булды. Балалар уҡыуға шишәмбе, 9 ғинуарҙа, әйләнеп ҡайтасаҡ.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин социаль селтәрҙә ҡышҡы каникул ваҡыты тураһында хәбәр итте.
«Уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулы 30 декабрҙә башлана һәм 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә. 2024 йылдың 9 ғинуарында балаларыбыҙҙы мәктәптәргә көтәбеҙ», - тине министр.
Башинформ.