Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
17 Ғинуар 2024, 16:51

Буранлы мажаралы төн (хикәйә)

Быйылғы ҡыштың бурандарға бай булыуы күңелемдәге бер хәтирәне яңыртты. Күптәнге танышым шундай буранлы көндә үҙенең бик әҙҙән генә үлемдән ҡалғанын һөйләгәйне...

Буранлы мажаралы төн (хикәйә)Буранлы мажаралы төн (хикәйә)
Буранлы мажаралы төн (хикәйә)

... Йәш ваҡытта булды инде был хәлдәр. Ҡышҡы каникулдар ваҡытында башҡа ҡалала йәшәүсе апайыма ҡунаҡҡа барҙым. Ҡайтыр юлға сыҡҡанда көн бик матур ине, көслө буран сығып, юлда ҡалырмын тигән уй башыма ла килмәне.

Өс сәғәт буйы автобуста ҡайтҡандан һуң, район үҙәгендә төшөп ҡалдым. Әле тағын ауылға ҡәҙәр   30 саҡрым ҡайтаһы бар. Ҡышҡы көн бик ҡыҫҡа, инде ҡараңғы төшөп килә, көн боҙолоуын хәбәр итепме, көслө ел сыҡты. Район үҙәгендә йәшәгән туғандарға кереп ҡунырға тигән уй башҡа килһә лә, йәш саҡ - йүләр саҡ тигәндәй, беҙ ҡурҡып ҡала торғандарҙан түгел, берәй машина осрар әле тип, туҡталышҡа сығып баҫтым. Торам шулай баҫып, машиналар выжлап ҡына уҙып китәләр, ҡайҙа ул туҡтау. Ул арала күҙ асҡыһыҙ буран сыҡты. Тағын бер ун минут көтәм дә, китәм, тип торғанда, бер мәрхәмәтлеһе килеп туктамаһынмы! Донъяла яҡшы кешеләр бар бит ул, тип уйлай-уйлай, һөйөнөп, (алдағы утырғысҡа - шофер янына бит әле) кереп ултырҙым. Был ир заты бик йор һүҙле, күңелле кеше булып сыҡты. Машинаға ултырыу менән, туныңды һалып ҡуй, ҡары эрер ҙә еүешләнерһең, тип тәҡдим итте. Музыка ҡуйып ебәрҙе, йылылыҡты арттырҙы. Әллә инде ул ваҡытта шул саҡлы бер ҡатлы булғанмын, әллә сит кешенең шулай ҡайғыртыуы күңелгә хуш килгәнме - белмәйем, әммә өҫкө кейемемде һалырға тип, төймәләремде ысҡындырҙым, тик күңел нимәлер һиҙенеп, туҡтап ҡалдым. Тағын ярты юлды нисек ҡайтырмын инде тип уйланып ултырған еремдән һиҫкәнеп киттем: әлеге әҙәм ҡулдары менән минең аяҡтарымды һыпыра башланы. "Туҡтатығыҙ машинағыҙҙы, юғиһә, һикереп төшөп ҡалам ", - тип сырылданым йәшемә быуылып. Ишекте асып өлгөрҙөм, һикереп кенә төшәһе ине ... Машина сабып барған ерҙән кинәт кенә туҡтап ҡалды. Үҙемде һүгә-һүгә, бәләнән иҫән-һау ҡотолоуыма һөйөнөп, тағын юл сатында баҫып торам. Буран ҡотора, ишелеп-ишелеп ҡар яуа. Аллаға шөкөр, иҫән ҡалдым, нисек тә ҡайтырмын әле, тип үҙемде йыуатырға керештем. Был әле ғазаптарҙың башы ғына булған икән.

Юл сатында бер ҡатын-ҡыҙ баҫып тора ине. Уны күргәс, эскә йылы йүгерҙе. Оҙаҡ баҫып торҙоҡмы, хәтерләмәйем, бер еңел машина килеп туҡтаны. Ауылға ҡәҙәр ҡайта торған булмаһа ла, ултырҙыҡ инде, билдәле. Ундай буранда йөрөгән кеше аңлайҙыр - юл бөтөнләй күренмәй. Шофер ауыҙ эсенән нимәлер мыңғырҙай, машина бына туҡтайым, бына туҡтайым тип, ҡар эсенән "йөҙә". Кинәт ҡараңғылыҡҡа сумдыҡ: машина юл ҡырыйына төшөп, ҡарға батты. Дүртәүләшеп этеүгә ҡарамаҫтан, урынынан да ҡуҙғалманы, киреһенсә, ҡар диңгеҙе уны тағын да йота бирҙе. Инде ни эшләргә? Исмаһам, "ҡатып" үлмәҫбеҙ тип, йылыға кереп, ҡар күмеп киткәнен көтөп ултыра башланыҡ. Ә ҡар беҙҙең менән шаярырға ла, туҡтарға ла йыйынмай - яуа ла, яуа.

Күҙҙәр - юлда. Барыбыҙ ҙа өмөтләнеп нимәлер көтәбеҙ. Ниһайәт, бер УАЗик килеп туҡтаны. Әкияттәге баһадирҙарҙай дүрт ир ярҙамы менән машинаны ҡар эсенән ҡаҙып сығарҙыҡ. Был машина беҙҙең ауыл яғына ҡайтҡанға күрә, мин дә уға ултырып киттем. Юл сатына ҡәҙәр ҡайттым, хәҙер уға бер яҡҡа, миңә - икенсе. Иҫән-һау ҡайтып етеүемә өмөт итеп, тағын юл сатында ҡалдым. Ләкин был юлы көтөүҙәрем бушҡа булған икән. Күпме баҫып торғанмындыр, инде тәнем һыуыҡтан бер ни тоймаҫ дәрәжәгә еткәйне, башыма "мин бында үләм икән" тигән уй килде. Яҡты донъя менән хушлашырға тотондым. Иң беренсе булып атай-әсәйем, туғандарым иҫемә төштө, уларҙың был хаҡта ишеткәс, ниндәй хәлдә ҡалыуҙарын күҙ алдыма килтерҙем. Үҙемдең йәш килеш "теге" донъяға юл тотоуым менән дә бер ҙә килешәһе килмәне: күҙҙән йәштәр аҡты ғына. Күңел тулғансы илап туҡтағас, ниндәйҙер рәхәтлек биләп алды: ҡотороп дулаған буранға ла иҫ китмәй башланы, үҙемде ҡыҙғаныу хистәре лә юҡҡа сыҡты - иҙрәп йоҡлайһы, бары тик йоҡлағы килде. Инде ваҡыт самаһы ла юҡҡа сыҡты.

...Күҙемә төшкән яҡтылыҡтан уянып киттем. Бер-ике метр самаһы ғына йыраклыҡта трактор туҡтаған. Әллә атлап, әллә үрмәләп (ул миҙгелде бөтөнләй хәтерләмәйем) тракторға барып ултырғас ҡына айнып киткәндәй булдым. Ҡоткарыусым беҙҙең ауылдыҡы булып сыҡты. - Ҡатыным кис менән ҡайтырға тейеш ине, әллә автобус батып, юлда ҡалдылар микән, тип эҙләп сыҡҡайным, - тине ул. - Һин кем ҡыҙы һуң әле, йүнле хужа этен урамға ла сығармаҫлыҡ көндә бер үҙең ҡайҙан ҡайтып киләһең? - тип һораны.

Танышып, баштан үткәндәрҙе һөйләп биргәнсе, ауыл башына еттек. Урам буйлап билдән ҡар йырып ҡайттым. Бикләгән ҡапҡаны шаҡып, астырып кергәндә сәғәт төнгө ун бер ине. Төн уртаһында ҡарға батҡан ҡыҙын күреп, әсәйем бөтөнләй өнһөҙ ҡалды. Уны ҡосаҡланым да, ҡысҡырып илап ебәрҙем. Булған хәлдәрҙе иҫкә алып, төнгө сәғәт 3-кә ҡәҙәр һөйләшеп, илашып ултырҙыҡ.

Күп йылдар үтһә лә, барыһы ла бөгөнгөләй хәтеремдә. Ғүмерлеккә һабаҡ булды миңә был төн. Йәйгеһен көслө ямғыр яуһа, ҡышҡыһын буран сыҡһа, тыныслығымды юғалтам. Юлда ҡалған кешеләрҙе уйлап, доғаларымды уҡыйым, иҫән-имен йөрөүҙәрен һорап, Хоҙайға ялбарам.

фото: http://www.katavivan.ru

kukmor-rt.ru

 

Буранлы мажаралы төн (хикәйә)
Буранлы мажаралы төн (хикәйә)
Автор:
Читайте нас