Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
23 Ғинуар 2024, 05:11

Кис ултырып «Үҙебеҙҙекеләргә бәйләйбеҙ»

Дүсән ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операцияла йөрөгәндәр өсөн ойоҡбаштар бәйләй. 

Кис ултырып «Үҙебеҙҙекеләргә бәйләйбеҙ»Кис ултырып «Үҙебеҙҙекеләргә бәйләйбеҙ»
Кис ултырып «Үҙебеҙҙекеләргә бәйләйбеҙ»

Ауыл мәҙәниәт йортонда ҡатын-ҡыҙҙарҙың бергә йыйылыуы йылы һәм уңайлы мөхиттә ижади эш менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлек бирә. Бергә булғанда, эш тә ырап бара: йылы һәм йомшаҡ ойоҡбаш-бейәләйҙәр тиҙ бәйләнә. Кис ултырыу барышында ҡул эштәре оҫталарын кәңәштәре менән уртаҡлаша, бәйләү серҙәре менән бүлешә. 

Бындай кис ултырыуҙар ауылдаштар өсөн үҙ-ара аралашыу сараһы ла булып тора. Шулай итеп, ҡул эштәрен башҡарыусылар ваҡыттарын файҙалы ла, күңелле лә уҙғара. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙ нурҙарына күңел йылыһын да ҡушып башҡарған эштәре махсус мобилизацияла йөрәгән һалдаттарға ебәреләсәк. Был изге эшкә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. 

 

https://xn--b1adbymgbue8jm.xn--p1ai/news/2024/01/2185/

Кис ултырып «Үҙебеҙҙекеләргә бәйләйбеҙ»
Кис ултырып «Үҙебеҙҙекеләргә бәйләйбеҙ»
Кис ултырып «Үҙебеҙҙекеләргә бәйләйбеҙ»
Автор:
Читайте нас