Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
28 Ғинуар 2024, 06:12

Аллы-гөллө ҡорамалар...

Аҙнай мәҙәниәт йортонда ҡорама ҡорау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Аллы-гөллө ҡорамалар...Аллы-гөллө ҡорамалар...
Аллы-гөллө ҡорамалар...

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе ул. Ҡорамаға тотонорға ҡасандыр етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, хәҙер иһә ҡорама ҡорау ижад эшенә әүерелде. Был ҡул эшендә түҙемлелек, сабырлыҡ та кәрәк. Күлдәк теккәндән ҡалған йәки башҡа туҡыма киҫәктәре ярҙамында үҙенсәлекле, милли колоритлы матурлыҡ тыуҙыра алабыҙ. 
26 ғинуарҙа Аҙнай мәҙәниәт йортонда төрлө-төрлө туҡымаларҙан ултырғыс япмаһы тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Түңәрәк етәксеһе Рита Шәймәрҙәнова был эште нисек башҡарырға икәнен өйрәтте, «тиҙ генә квадрат» эшләү ысулын күрһәтте. Тырышлыҡ бушҡа китмәне: йәш оҫталар бына ошондай сағыу, матур әйберҙәр яһаны. Бар күңелеңде һалып башҡарған ҡул эштәре үҙең өсөн генә түгел, ә туғандарың һәм дуҫтарың өсөн дә бына тигән бүләк.

https://vk.com/club118576460

Аллы-гөллө ҡорамалар...
Аллы-гөллө ҡорамалар...
Аллы-гөллө ҡорамалар...
Автор:
Читайте нас