Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Февраль , 19:01

Янғын хаталарҙы ғәфү итмәй

Бөгөн янғында 1966 йылғы ир һәләк булған

Янғын хаталарҙы ғәфү итмәй
Янғын хаталарҙы ғәфү итмәй

11 февраль иртәһендә ашығыс хеҙмәттәргә Балаҡатай районының Урғалы ауылында шәхси йорт яныуы тураһында хәбәр килә. Һәләкәт урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса хеҙмәткәрҙәре килә.

Янғынды һүндереү барышында 1966 йылғы ирҙең үле кәүҙәһе табылған. Фажиғәле ваҡиғаның шарттарын өйрәнеү һәм бындай осраҡтарҙы артабан булдырмау өсөн ваҡиға урынында махсус хеҙмәттәр эшләй. 

Ян­ғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтә­геҙ, ғүмерегеҙ һәм мал-мөлкәтегеҙ һеҙҙең үҙегеҙҙең иғтибарлы һәм уяу булыуыгыҙға бәйле булыуын онотмағыҙ.

baltachtan.ru

 
Янғын хаталарҙы ғәфү итмәй
Янғын хаталарҙы ғәфү итмәй
Автор:
Читайте нас: