Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
21 Февраль 2024, 04:21

Юлдарҙа фажиғәләр кәмемәй...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында кисә кис ауырыуҙарҙы алып китеп барған “ашығыс ярҙам” машинаһы тепловозға бәрелгән.

Юлдарҙа фажиғәләр кәмемәй...Юлдарҙа фажиғәләр кәмемәй...
Юлдарҙа фажиғәләр кәмемәй...

Авария киске һигеҙҙә Стәрлебаш трактындағы тимер юл киҫелешендә булған. Водитель светофорҙың ҡыҙыл утына иғтибар итмәй, тимер юлына сыға, тепловоз машинисы ашығыс туҡтау тормозына баҫа, ләкин бәрелешеүҙе кисектерә алмай.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария һөҙөмтәһендә 1956 йылғы пациент һәләк булған. Уны пневмония менән дауаханаға алып китеп барғандар. Ике фельдшер, водитель һәм ауырыуҙы оҙатып барған кеше ауыр йәрәхәттәр алған. Әле табиптар уларҙың ғүмере өсөн көрәшә. Тимер юлы зыян күрмәгән – поездар тотҡарланмай.

bashkizi.ru

Юлдарҙа фажиғәләр кәмемәй...
Юлдарҙа фажиғәләр кәмемәй...
Автор:
Читайте нас